Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айыҡлыҡҡа табан
Мәскәүҙә үткән эскелек хәүефенән яҡлау буйынса “Дөйөм эш” сиркәү-йәмәғәт советы конгресында халыҡты яман ғәҙәттән арындырыуҙа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә республикабыҙ иң уңышлы эшләгән төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәләнгән. Форумда ҡатнашыусыларҙа Башҡортостанда 100-ҙән ашыу ауыл һәм ҡасаба ҡушылған “Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Әлеге сарала Рәсәйҙең 81 төбәгенән, Украина, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандан барлығы 400-ҙән ашыу вәкил ҡатнашҡан. Киң аудиторияла спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметеү һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса Рәсәйҙең 2020 йылға тиклем ҡабул ителгән дәүләт сәйәсәте концепцияһының тормошҡа ашырылыу барышы ҡаралған. Илдең баш санитар табибы Геннадий Онищенконың тәҡдиме иғтибарға лайыҡ. Ул, губернаторҙар эшмәкәрлеген баһалағанда айырым төбәктә эскелек һөҙөмтәһендә вафат булыусылар һәм иҫерткес ҡулланыусылар һанын да иҫәпкә алырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Әйткәндәй, “Дөйөм эш” хәрәкәте — балаларҙа һәм йәштәрҙә алкоголдең зыянын, сәләмәт йәшәү рәүешенең өҫтөнлөгөн аңлатыуға йүнәлтелгән халыҡ-ара эскелеккә ҡаршы көрәш проекты. Рәсәйҙә эскелек хәүефенән һаҡлау буйынса сиркәү-йәмәғәт советы 2009 йылда ойошторолған. Уға ғалимдар, эксперттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм дин әһелдәре инә.
Республиканан был сарала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш белгес-эксперты Эльвира Хәйретдинова, “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәте рәйесе Роберт Дәүләтшин, уның урынбаҫары Вадим Муфарахов һәм башҡалар ҡатнашты.

Вадим МУФАРАХОВ, “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәте рәйесе урынбаҫары, Туймазы ҡалаһы дауаханаһы табибы:
— Форумдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Йәмғиәтте айыҡтырыуға табан ышаныслы аҙым яһала. Илдең буласаҡ Президентына спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү һәм йәштәр араһында иҫкәртеү сараларын көсәйтеү буйынса мөрәжәғәт ҡабул итеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен яҡын арала күрһәтер, тип ышанам.

Эльвира ХӘЙРЕТДИНОВА, делегация етәксеһе:
— Конгреста үҙебеҙҙе борсоған күп мәсьәләләргә төплө яуап алдыҡ. Байтаҡ башланғыстарҙың хупланыуы ла һөйөндөрҙө. Спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүҙе көсәйтеү һәм Рәсәй биләмәһендә уны 11-ҙән алып киске сәғәт 7-гә тиклем генә һатыу тәҡдиме лә ҡаралды. Бынан тыш, үҫмерҙәрҙе яман ғәҙәттән аралау маҡсатында мәктәптәрҙә махсус курстар индереү кәрәклеге лә юғары даирәгә ишеттерелде. Ғөмүмән, быға тиклем күңелде өйкәгән барлыҡ проблемалар хаҡында эшлекле һөйләшеүгә өлгәшелде.
М. ХАРИСОВА.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар

Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар 19.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закон...

Тотош уҡырға 40

Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 208

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 39

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 85

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 56

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 66

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 88

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 82

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 174

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 79

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 79

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 111