Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тармаҡҡа иғтибар көсәйә
Тармаҡҡа иғтибар көсәйәКисә Өфөлә Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумы дауам итте. Йыйында ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәһе лә эшләне. Һәр кем башҡорт балынан, милли аш-һыуынан ауыҙ итте, милли кейемдәр, сувенирҙар һатып алды.
Мәртәбәле сарала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин да ҡатнашты. Өфөгә килгәнгә тиклем ул Әстрхан ҡалаһындағы фажиғә урынында булды, шартлау һөҙөмтәһендә емерелгән йорт янында кәңәшмә үткәрҙе һәм зыян күреүселәрҙең яҙмышын хәстәрләү сараларын тикшерҙе. Хөкүмәт етәксеһен “Өфө” халыҡ-ара аэропортында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумының пленар өлөшө Конгресс-холда булды. Владимир Путин был сараның мөһимлеген билдәләп, иҡтисади йәһәттән ауыл хужалығын йыһан технологияларын етештереү һәм машиналар эшләү кеүек тармаҡтар менән бер тиң стратегик йүнәлеш тип атаны. "Ауыл хужалығының киләсәге өмөтлө, перспективалар ҙур. Бында ла юғары технологияларҙы, заман ысулдарын ҡулланыу фарыз. Тармаҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтелә, артабан да күрһәтеләсәк. Дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса талап көслө буласаҡ. Ватан етештереүсеһенә ярҙам күрһәтергә, ауылға йәштәрҙе йәлеп итергә, ауылдың социаль инфраструктураһын яҡшыртырға кәрәк. Ярҙам элекке дәүләт хужалыҡтарына ғына түгел, ә ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ла күрһәтелергә тейеш", – тине Владимир Владимирович. Шулай уҡ ул Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия иҡтисади берҙәмлегенең ауыл хужалығы тармағын үҫтереүҙә мөмкинлектәрҙе шаҡтай арттырыуын билдәләне.

* * *
Тармаҡҡа иғтибар көсәйәАграр форум сиктәрендә "Башҡортостан" ҡунаҡханаһында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник менән брифинг үтте. Сарала Рәсәйҙең Һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко ла ҡатнашты.
– Ваҡлап һатыусы компаниялар ассоциацияһы (АКОРТ) Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре менән аҙыҡ-түлекте аралашсыһыҙ туранан-тура сауҙа нөктәләренә сығарыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы, – тине осрашыуҙа министр.
Бөгөн был мөмкинлеккә Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре, атап әйткәндә, урта, ҙур һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эйә. Республикала эшләп килгән "Ашан", "X5 Retail Group", "Метро" һәм башҡа ваҡлап һатыусы компаниялар аша Башҡортостан етештереүселәре Мәскәү менән Санкт-Петербургтың ҙур сауҙа нөктәләренә үҙҙәренең продукцияһын аралашсыһыҙ туранан-тура сығара ала.
Министр брифинг ваҡытында шулай тине: "Үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын федераль сауҙа селтәрҙәрендә һатыуҙы һөҙөмтәле ойоштора алыу баҙарҙың үҫешен һәм уның тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙә ҡеүәтле инструмент булып тора. Етештереүсе менән һатыусы араһын аралашсыһыҙ яҡынайтыу һәр кем өсөн дә отошло, тәүге сиратта ул ҡулланыусыларға айырыуса файҙалы буласаҡ. Бындай хеҙмәттәшлек илебеҙ халҡын нигеҙҙә үҙебеҙҙең сифатлы продукция менән тәьмин итеү һәм уны ғәҙел хаҡҡа һатыу мөмкинлеген бирәсәк".
– Башҡортостан етештереүселәре менән аграр форум барышында 50-нән ашыу килешеү төҙөлдө, тағы ла унға яҡын килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ, – тип белдерҙе Рәсәйҙең Һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко.
Брифингтан һуң "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник ҡатнашлығында "2013 – 2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереүҙең һәм ауыл хужалығы продукцияһын, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләүҙең дәүләт программаһы" тип аталған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Төп доклад менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник сығыш яһаны. Һуңынан аграр форумда ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алышты, төрлө тәҡдимдәр әйтелде.
Ә. ЗАМАНОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 177

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 32

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 79

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 51

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 58

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 84

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 78

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 164

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 73

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 72

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 104

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 108