Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәртәләрҙе йырып алға барасаҡбыҙ!
Кәртәләрҙе йырып алға барасаҡбыҙ! Рәсәй Президентының сираттағы Мөрәжәғәтнамәһенән шаҡ ҡатырғыс хәбәр ишетергә теләүселәрҙең өмөттәре аҡланманы булһа кәрәк. Документ бик конструктив төҙөлгән ине. Һәр фекер, һәр һүҙ төптән уйланылған, объектив һәм иң мөһиме — ышаныс менән һуғарылған. Халыҡҡа, хөкүмәткә, киләсәккә ышаныс...


Террорсылыҡ тураһында

Дәүләт башлығы фекеренсә, террор­сы­ларҙы Рәсәй биләмәһенә етмәҫ элек үк юҡ итергә кәрәк. Тик шуныһы мөһим: ниндәй генә ҡеүәтле армияға һәм флотҡа эйә булмаһын, донъяла террорсылыҡты еңеү бер илдең генә ҡулынан килмәйәсәк. Шуға ла Рәсәй барлыҡ дәүләттәргә был афәткә ҡаршы берҙәм фронт булып ойошорға тәҡдим итә. “Террорсылыҡ хәүе­фе артҡандан-арта. Әле булһа Афған­стан­дың проблемалары хәл ител­мәгән. Хәҙер килеп, әле ҡасан ғына ты­ныс, тотороҡло тормош менән йәшә­гән Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәре – Ираҡ, Ливия, Сүриә – хаос һәм власһыҙлыҡ төбәгенә әүерелде. Һөҙөмтәлә нимә? Дәүләттәрҙе емереп, кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, эште ҡыл­дылар ҙа, радикалдарға, экстремистарға һәм террорсыларға юл асып, боҫтолар”.

Төркиә менән мөнәсәбәттәр

Ил етәксеһе сығышын Мысырҙағы террор һөҙөмтәһендә һәм Сүриәләге махсус операцияла һәләк булған Рәсәй хәрби­ҙә­рен иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалыуҙан башланы. Сараға “СУ-24” самолетының командиры Олег Пешков менән диңгеҙ пехотасыһы Александр Позыничтың тол ҡатындары ла килгәйне. Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙың үлеме өсөн яуаплылыҡ хаҡында һөйләгәндә, быны туранан-тура Төркиә етәкселегенә ҡайтарып, беҙҙең менән элек-электән дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәгән илдең власть әһелдәре ҡылығын аңлай алмауын әйтте.
“Мәҫәлән, Төркиәлә беҙ кемдәрҙең үҙ кеҫәһен ҡалынайтҡанын да, Сүриәлә террорсыларға талап алынған нефтте һатыуҙан аҡса эшләү мөмкинлеген би­реүселәрҙе лә беләбеҙ. Нәҡ ошо аҡса иҫә­бенә бандиттар кешеләрҙе үҙ сафы­на ылыҡтыра, ҡорал һатып ала, беҙҙең граждандарға, Франция, Ливан, Мали һәм башҡа дәүләт халыҡтарына ҡаршы аяуһыҙ теракттар ойоштора. Беҙ 1990 һәм 2000 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда эш иткән боевиктарҙың да нәҡ Төркиәлә йә­шеренеп, уларҙың матди һәм һүҙ яр­ҙамы менән эш иткәндәрен дә иҫләйбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта төрөк халҡы бик кешелекле, тырыш һәм талантлы. Төркиәлә ышаныслы дуҫтарыбыҙ күп. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: беҙ улар менән бөгөнгө етәкселекте бер кимәлгә ҡуймайбыҙ”.

Коррупцияға
ҡаршы көрәш


Чиновниктарҙың, судьяларҙың, барлыҡ кимәлдәге депутаттарҙың, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең килемдәрен декларациялауҙан тыш, “дәүләт һәм муни­ци­паль хеҙмәткәрҙәр үҙ туғандарының, дуҫтары һәм яҡындарының фирмалары менән төҙөргә ниәтләгән контракттар, ки­лешеү тураһындағы мәғлүмәт тә асы­лыр­ға тейеш”. Путин генераль прокура­тураға һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына корруп­ция­ға бәйле сигналдарға иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты.

Иҡтисади хәл

Путин иҡтисади хәлде ауыр, әммә бик үк ҡатмарлы түгел тип баһаланы. Тик был осраҡта “көтөү” позицияһында тороу ҙа дөрөҫ булмаясаҡ – санкциялар һәм нефттең арзанайыуы оҙайлы була ҡалһа, бер нәмәне лә үҙгәртмәй тороп, бындай шарттарҙы еңел үткәреү мөмкин түгел. Беҙҙең осраҡта иҡтисадтың структу­раһын ҡайтанан өйрәнеү зарур.
“Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ тәү сиратта халыҡтың килемендә һәм йәшәү кимәлендә сағылыш таба. Хәл, ысынлап та, ҡатмарлы, әммә позитив тенденция ла юҡ түгел. Етештереү сәнәғәте һәм милли валюта, дөйөм алғанда, тотороҡ­ланды, инфляция кәмене. Әммә был ты­нысланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Нәҡ әле тиҫтәләрсә йылға алдан глобаль хеҙмәт бүленешендә илдәрҙең урыны билдәләнә. Беҙҙең алдынғылар иҫә­бенә инеү мөмкинлеге бар һәм быны эш­ләргә тейешбеҙ ҙә”, – тине ил башлығы.
Владимир Путин ҡайһы бер төп йүнә­лештәргә лә туҡталып китте.
Беренсенән, беҙ әле булһа сеймал һәм сеймал табыу секторында ғына иркен “йө­ҙә­беҙ”. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, бәлә­кәй һәм урта бизнес хаҡында ла оноторға яра­май. Беҙгә уларҙы әүҙемерәк үҫтереү зарур.
Икенсенән, бөгөн ҡайһы бер тармаҡтар “хәүеф зонаһында” ҡалды. Был тәү сиратта төҙөлөшкә, автомобилдәр төҙөүгә, еңел сәнәғәткә ҡағыла. Улар өсөн Хөкүмәткә махсус программалар раҫларға ҡушылды.
Өсөнсөнән, аҙ килемле ғаиләләргә иғ­тибарҙы йүнәлтеү, социаль ярҙам күр­һә­теү принцибын ғәҙел үтәү шарт. Атап әйт­кәндә, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең шәх­си ихтыяждарын үтәү ҙә ниндәйҙер кимәлдә дәүләт мәнфәғәтенә ҡайтып ҡала. Айырыуса уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе көн ҡаҙағында тора.

Ауыл хужалығы

Рәсәй Президентының фекеренсә, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағы ярайһы уҡ үҫешкә өлгәште, шуға ҡара­маҫтан “ҙур ер биләүселәр ҡулындағы миллиондарса гектар буш ятҡан һөрөн­тө ерҙәрҙе әйләнешкә индерергә кәрәк”. “Был ер биләүселәрҙең күпселеге ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә ашыҡмай. Бындай намыҫһыҙ хужаларҙан тәғәйен­ләнеше буйынса файҙаланылмаған ауыл хужалығы ерҙәрен тартып алырға һәм уларҙы эшкәртергә теләгәндәргә һәм эшкәртә алғандарға аукционда һатырға тәҡдим итәм”, – тине Владимир Путин.

Халыҡ һаулығы
һәм демография


Әсәлек капиталы тағы ике йылға оҙай­тыл­ды. Ғүмер оҙонлоғон да 71 йәшкә ет­ке­реү фарыз. 1 мартҡа тиклем социаль учреждениеларҙы ҡулайлаштырыу мето­дикаһы раҫланасаҡ. Бынан тыш, Путин уҡыусыларға белем биреү кимәлен күтә­реүҙе, яңы уҡыу урындарын булдырыуҙы, мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә 50 миллиард һум күләмендә аҡса бүлеүҙе талап итә.

***
Ғөмүмән, Мөрәжәғәтнамәлә өҫтөнлөклө проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында аныҡ әйтелде. Владимир Путин Рәсәйҙе бай һәм имен ил итеү буйынса дөйөм бурыстарҙы атаны.
– Үҫеш юлында һәр саҡ ауырлыҡтар һәм кәртәләр осрай. Беҙ ҡаршылыҡтарға яуап ҡайтарасаҡбыҙ. Уйлап, һөҙөмтәле эш итәсәкбеҙ. Дөйөм файҙа һәм Рәсәй хаҡына тырышасаҡбыҙ. Бергәләп алға барасаҡбыҙ. Мотлаҡ бергә! Бергә булғанда ғына уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ, – тине ул Мөрәжәғәтнамәлә.




Республика Башлығы
Рөстәм ХӘМИТОВ:


— Мөрәжәғәтнамә, нигеҙҙә, ил ҡоролошо, иҡтисадты үҫтереү, ресурс, финанс йәлеп итеү мәсьәләләренә арналды. Үҙем өсөн иң мөһимдәрен билдәләнем, әлбиттә. Тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә, админис­тратив кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән эшләргә кәрәк. Икенсенән, ауыл хужалығына ярҙам. Бер кемгә лә бәйле булмау өсөн импортты алмаштырыу, аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләләре буйынса камиллашыу мөһим. Өсөнсөһө – белем биреү, йәштәр менән эш. Йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, рухи сығанаҡтарҙы тергеҙеү төп бурыс булып ҡала. Килешәм, еңел булмаясаҡ, әммә был эште башларға ваҡыт. Демография мәсьәләһенә килгәндә, беҙ ҡаҙаныштарыбыҙҙы ла, етешһеҙлектәребеҙҙе лә беләбеҙ. Үлем күрһәткесен кәметеү өсөн нисек эшләргә кәрәклеген дә аңлайбыҙ. Әйткәндәй, республика быйыл да тыуым күрһәткесе буйынса ”плюс” менән сыға. Ләкин һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын арттырыу өҫтөндә эште дауам итеү зарур. Был – бик ҡатмарлы һәм ауыр мәсьәлә.


Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –
Ҡоролтай Рәйесе
Константин ТОЛКАЧЕВ:


– Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы – хәрби, иҡтисади, демографик йәһәттән Рәсәйҙең милли именлеген тәьмин итеү. Бөгөнгө көн шарттарында Президент халыҡ-ара террорсылыҡ менән көрәш, илдәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген һәм теләктәшлеген нығытыу, террорға ҡаршы берҙәм фронт булдырыу тураһында ла әйтеп үтте. Шулай ҙа Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө эске проблемаларға һәм уларҙы хәл итеүгә арналды. Эшҡыуарлыҡты, дәүләт менән бизнес араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, артыҡ контролдә тотоуҙы сикләүгә бәйле ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраны. Дәүләттең социаль йүнәлештәге функцияларын бөтөрөү йә кәметеү тураһында һүҙ булманы. Киреһенсә, ысынлап мохтаждар өсөн адреслы социаль ярҙам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында әйтелде. “Әсәлек капиталы” программаһын тағы ла ике йылға оҙайтыу кәрәк, тине Владимир Владимирович. Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тамамлаған һүҙҙәр символик мәғәнәгә эйә: “Камиллашыу, үҫеш юлында ҡыйынлыҡтар бар. Бергә беҙ, һис шикһеҙ, уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ”.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Тимер
    Тимер от 05.12.2015, 10:15
    Беҙ Рәсәйҙә хан заманынан кәртәләрҙе йырып барабыҙ, тик кәртәләр генә бөтмәй шул...






Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 0

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 0

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 77

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 51

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 54

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 82

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 76

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 160

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 72

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 72

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 101

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 105