Донъя кимәлендә үҙ урыныбыҙ бар

30-12-2015, 01:07 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Донъя кимәлендә үҙ урыныбыҙ бар 2015 йылға ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Үтеп барған йылдың шатлыҡ-ҡыуаныстары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы-хәсрәттәре лә, юғалтыуҙары ла булды. Донъя бит... Уның ҡарауы, был һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы. Беҙ сираттағы тапҡыр, Рәсәйҙең күптән инде үҙ позицияһы, донъя кимәлендә үҙ урыны, үҙ һүҙе булыуын дәлилләп, беҙҙең менән дә иҫәпләшергә кәрәклеген асыҡ күрһәттек. Хәҙер иһә нисек тә ошо юлдан тайпылмаҫҡа...

Ил, донъя кимәлендәге мөһим сә­йә­си ваҡи­ғаларҙы барлауҙы 2015 йыл­дың иң сағыу һәм иң иҫтәлекле сараһынан – Бөйөк Еңеү­ҙең 70 йыллыҡ юбилейынан башлағы килә. Бөйөк Ватан һуғышы Рәсәйҙәге, республика­быҙҙағы һәр ғаиләнең, һәр кешенең яҙмышында тәрән эҙ ҡал­дырҙы. Кемдер яҡындарын юғалтты, кемдер ты­рыш хеҙмәте менән Еңеүҙе тәьмин итеп, тылда көс түкте, кемдер, фронттан ҡайтып, ҡанлы алыштар, яу яланында башын һалған полкташтары хаҡындағы иҫтәлекте ғүмер буйы күңел түрендә йөрөттө. Шуға күрә Рәсәй халҡы өсөн был дата ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, ул – шат­лыҡ­лы ла, күп йә­һәт­тән, йырҙа йырланғанса, күҙ йәштәре менән һуғарылған ҡайғылы ла байрам. Ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Илебеҙ­ҙең йә­шәүгә хоҡуғын, бойондороҡ­һоҙлоғон һаҡлап ҡалған ысын батырҙар быуыны китеүҙән күңел болоҡһой.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеүҙең 70 йыл­лығын киҫкен халыҡ-ара ҡаршылыҡтар юҫығында байрам иттек. Көнбайыш илдәр, “демократик ҡиммәттәр”ен беҙгә көсләп тағып, Рәсәйгә тағы ла йәшәргә өйрәтеп маташа... Яңынан-яңы санкциялар уйлап табып, бөтә өлкәләрҙә лә хәлде ҡатмар­лаштырып, беҙҙе һындырырға тырыша... Йә иһә быны шым ғына хуплай... Ғәмәл­дәре барып сыҡмаҫ, Рәсәй быны күп тапҡыр иҫбатланы.
Уҙып барған йылда донъя сәйә­сәтенең иң төп темаһы, моғайын, халыҡ-ара тер­рорсылыҡҡа ҡаршы көрәш булғандыр. Сентябрь аҙағында Рәсәй “Ислам дәүләте” хәрәкәтенә (ИГИЛ — ҡайһы бер илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә тыйылған ойошма) ҡаршы көрәштә яңы “фронт” иғлан итте. Ошоғаса Сүриәлә ИГИЛ-ға ҡаршы АҠШ етәкселе­гендә 60-тан ашыу дәүләтте берләш­тергән коалиция эш итә ине. Әммә һөжүмдәрҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советын урап, Дамаск менән бер ниндәй киле­шеүһеҙ башҡарылыуын иҫәпкә алғанда, яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк булды, әлбиттә. Хәйер, һүҙ улар хаҡында түгел, ә үҙебеҙҙекеләр тураһында. Рә­сәйҙең Хәрби-йыһан көстәре, Сүриә президенты Башар Асадтың һорауы буйынса, террорсыларҙың объекттарын 30 сентябр­ҙән утҡа тота башланы.
Барыһы ла яҡшы, ойошҡан кеүек ине лә бит. Әммә... Сүриә – Төркиә си­ге... 6000 метр бейеклек... “СУ-24”... Әллә ил етәксеһенең абруйын төшөрөп, уның сәйәсәтенә аяҡ салырға теләнеләр, әллә үҙҙәренең мәнфәғәттәренән сығып эш иттеләр, әллә бәғзе берәүҙәрҙең бо­йороғон үтәнеләр... Кем-кем, әммә Төркиә етәк­селегенән беҙ быны көтмәгән инек. “Арттан килтереп тондорҙолар...” — тип, “Су-24”кә бәйле ваҡиғаларҙан һуң ил Президенты Анкараға “лайыҡлы” яуап би­рәсәген вәғәҙәләне. Был ос­раҡта Төркиә президенты Рәжәп Эрдогандың беҙҙең осоусыларҙы һауа сиген боҙоуҙа ғәйеп­ләп, “һыуҙан ҡоро сығырға” маташыуын да аңларға була. Бар донъяға улының бизнесы өсөн кө­рәшеүе, террорсылар ойошмаһы менән хеҙмәт­тәшлек итеүе, беҙҙең хәрби авиацияның ИГИЛ-дан осһоҙ хаҡҡа нефть ташыуға ҡамасау­ла­уы, бензовоз колонналарын бомбаға тотоуы хаҡында һөйләп тормаҫ та инде. Ҡыҙғаныс, әммә ҡояшлы, диңгеҙле Төр­киәне бөтөнләй белмәгән булып сығабыҙ. Эске сәйәсәт – айырым, туризм менән Рәсәй араһындағы йылы мөнәсәбәттәр айырым. Бөгөн иһә бөтөнләй айырым... Төркиәгә ял юлламалары һатыу туҡта­тылды, тауар әйлә­нешенә алмаш эҙләй­ҙәр, импортты сикләү мәсьәләһе өй­рә­­нелә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙә­ренә санкциялар индерелде, 1 ғинуарҙан Төркиә менән Рәсәй араһында визаһыҙ аралашыу тураһындағы документ ғәмәл­дән сыға, төрөктәрҙе эшкә йәлеп итеү ҙә закон менән тыйыла...
Октябрҙең һуңғы көнөндә Синай ярымутрауы өҫтөндә А321 аэробу­сының авиаһәләкәткә осрауы ла бар донъяны шаңҡытты. 224 ке­ше һәләк булды... Аҙаҡ асыҡланыуынса, самолет­ҡа шартлатҡыс һалынған булған. Рәсәй­ҙең Федераль именлек хеҙмәте ғәҙәттән тыш хәлде террор акты тип билдәләне. Һөҙөмтәлә хәүеф­һеҙлек маҡсатында Мысырҙа ял итеү ваҡытлыса сикләнде.
Йәнә террор... Был юлы — Фран­ция­ның баш ҡалаһында. 132 кеше­нең ғүмере өҙөлдө, 352 кеше яра­ланды... Теракттар (улар өсөн яуап­лы­лыҡты “Ис­лам дәүләте” үҙ өҫтөнә ал­ған) өс төркөм тарафынан башҡарылды. Тәүге үлемдар төркөм Франция – Германия футбол мат­чы барған Stade de France стадионы янында “эш итте”. Икенселәре иһә яҡын­са ошо уҡ ваҡытта бер нисә рес­торанды һәм пиццерияны ут эсенә ялма­ны – енә­йәтселәр халыҡҡа ма­ши­на­ла­рын­да көйө автомат тоҫҡаны. Иң ҡанлы ваҡи­ға­лар “Батаклан” концерт залында теркәлде.
Париждағы ваҡиғалар француздарҙы ғына түгел, бар донъя йәмәғәтселеген ИГИЛ-ға ҡаршы берләшеүҙең һәм бер төптән эш итеүҙең мөһимлеге хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Әлеге тема Төркиәнең Анталия ҡалаһында үткән G20 кәңәш­мәһендә лә ҡаралды. Ғәҙәттә, “ҙур егерме” саммитында тәү сиратта иҡтисад мәсьәләләре иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Был юлы иһә Париждағы хәл-ваҡиғалар үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.
Донъя йәмәғәтселеген шаңҡытҡан икенсе бәлә — ул да булһа тотош материкты баҫып алып барған ҡа­саҡтар ағымы. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: быйыл Европаға миллионлаған мигрант килде. Ә бит уларға йәшәү урыны хәс­тәрләргә, эш табып бирергә, пособие түләргә кәрәк. Өҫтәүенә араларында кемдәрҙең генә булмауы мөмкин... Миллиондар иҫәбендә террорсы ла, енәйәтсе лә юҡ тип берәйһе яуаплылыҡ алғанмы? Береһе лә медицина тикшереүе үтмәй... Ирекһеҙҙән, ҡасаҡтар ағымы боронғо грек мифо­логияһындағы “Троя аты”на оҡшап ҡуя. Хәйер, айырма бар: ҡим­мәтле “бүләк” Спарта батшалы­ғына еңеү кил­тергән, беҙҙең осраҡта иһә “Троя аты” уларҙың вариҫтары төҙөгән дәүләттәрҙе — тотош Европаны — эстән өҙгөләй...
Быйылғы йыл халыҡ-ара сәйәси аренала Украина көрсөгөн хәл итеүҙән башланды. Донбасста хәлдәр киҫ­кен­ләшкәндә, хәрби ҡапма-ҡаршылыҡтар киң ҡоласлы һуғышҡа әүерелә барғанда Минск ҡалаһына, Ангела Меркель, Франсуа Олланд һәм Петр Порошенко янына ил Президенты Владимир Путин да килде.
Ғөмүмән, беҙҙекеләрҙең Украина мәсьә­ләһенә ҡарата тышҡы сәйәсәте йыл дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалды: илдең көн­сығышындағы хәрби ҡаршылыҡ­тарҙы сәйәси үҙгәртеп ҡороу ғына туҡтата ала. Һөҙөмтәлә 12 февралдә башланған күп сәғәтлек фекер алышыу уңышлы тамамланды. Иң мөһиме — низағлашыусы яҡтар араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ярашлы, Донбасстағы һуғыш йыл аҙа­ғынаса тамамланырға тейеш ине. Ине...
Ҡыҙғаныс, әммә февраль һөйләшеүҙә­ренең оптимизмы оҙаҡҡа барманы. Ты­ныслыҡ тураһындағы килешеүҙең бер пункты ла тулыһынса үтәлмәне тиерлек. Бер нисә айға тынып торған хәрби бәрелештәр ҙә яңы көс менән ҡабаттан тоҡанды...
Әлбиттә, бындай осрашыуҙар бер февраль айында ғына һәм бер Минск ҡа­ла­һында ғына ла булманы. Төрлө формат­тағы фекер алышыуҙар йыл дауамында барҙы: норманд осрашыуҙары, контакт төркөмдөң кәңәшмәһе һ.б. Әммә хәл һаман үҙгәрешһеҙ ҡала. Фекер алышыуҙан ары китә алмайбыҙ.
Ә шәхсән беҙҙең республика өсөн Кә­зә йылы нисек булды һуң? Мил­ли батырыбыҙ Салауат Юлаевты Һин­достанда ла белә башланылар... Ф. Ғәс­кәров исемендәге дәүләт академия ха­лыҡ бейеүҙәре ансамблен Бразилия етәкселеге үҙҙәренә гастролгә саҡырҙы... Халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлө һәм төп кәсебе булған солоҡ ҡорттарын үрсетеү һәм унан табыш алыу хаҡында Ҡытай журналистары махсус тапшырыу әҙер­ләне... Ә башҡорт телен Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән үҙе өй­рә­нергә ҡушты... Күреүегеҙсә, быйыл йәй Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарының һөҙөмтәһе эре инвестиция проекттарында, республикабыҙҙың иҡтисади үҫешендә, сит илдәр менән әүҙем хеҙмәттәшлектә генә сағылманы. Һәр хәлдә, Өфөнөң өр-яңы, халыҡ-ара кимәлгә сығыуы, Пекин, Мәскәү, Шанхай, Бразилиа, Нью-Дели һәм әлегә тиклем ШОС, БРИКС илдәре башлыҡтарын ҡабул иткән донъяның башҡа ҡалалары менән бер сафҡа баҫыуы — оло ҡаҙа­ныш, йылдың, бәлки, быуат­тың иң ҙур ваҡиғаһы булғандыр. Иң мөһиме — мәр­тәбәле форумға әҙерлек барышында респуб­ликаның баш ҡалаһында тиҫтәлә­гән саҡрым юл төҙөкләндерелде, парк, скверҙар, биналар яңыр­тылды, Өфөнөң йөҙөн сағылдырған йәмғеһе биш меңдән ашыу объектҡа өр-яңы һулыш инде. Ағиҙелдең яр буйы заманса төҫ алды: хәҙер ул — ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ял итеү урыны. Республиканың һауа ҡапҡаһы ишектәрен киңерәк асты: элеге­рәк халыҡ-ара терминал сәғәтенә 200 пас­сажирҙы ҡабул итһә, хәҙер 800 кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле. Яңыр­тылған Конгресс-холл симпозиумдар, форумдар, конференциялар үткәреү өсөн заманса майҙан­сыҡҡа әүерелде. Шәхси инвесторҙар ҡалала ете ҡунаҡхана, шул иҫәптән Hilton, Holiday Inn, Sheraton кеүек бөтөн донъяға танылған брендтарҙың объекттарын төҙөнө. Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгән арала тағы бер ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ: Өфө Рәсәй субъектта­ры­ның административ үҙәктәре араһында халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә Волга буйы федераль округында иң яҡшы ҡала исеменә лайыҡ булған.