Сүриәлә барған һуғыш ваҡиғаларын телеэкран аша көн һайын күреп торғанғамы икән, ғәҙәти хәл һымаҡ ҡабул ителә башлағандай. Шомландырып ҡуя: ҡан-ҡойошҡа, афәт-фажиғәгә күнеккән кешелә изгелек, әҙәп, шәфҡәтлелек, һыҙланыу кеүек сифаттар юғала бара.
Ә һуғыш дауам итә... Мәғлүмәт сараларының хәбәрҙәренә ҡарағанда, һуңғы осорҙа Сүриә ғәскәрҙәре террорсыларҙы ҡыҫырыҡлай барып, Алеппо ҡалаһының Мейсар, Катарджи кварталдарын ҡулға төшөрҙө. Был инде Алепполағы хәрби операцияның һынылыш алыуын һәм ҡаланың тиҙҙән боевиктарҙан азат ителәсәген аңлата. Һәр хәлдә, билдәле аналитиктар шуға юрай.
Яңыраҡ ҡына Сүриә президенты Бәшәр Әсәдтең ҡушыуы буйынса оборона министры генерал Фәхәд Джасем фронттың алғы һыҙығына барып, ғәскәрҙәргә ил башлығының рәхмәт һүҙен еткерҙе, һалдаттарҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтарын юғары баһаланы. “Террорсыларға ҡаршы көрәш илде уларҙан азат иткәнгә тиклем дауам итәсәк”, – тине генерал.
Шул уҡ ваҡытта Алеппола ҡалған террорсылар ҡоралдарын тапшырып ҡаланы ташлап сығыуҙан баш тартты. Әлбиттә, улар ярҙам килеренә өмөт итә, ләкин уларҙың ҡалаға яҡынлашҡан ҡуштандарын Рәсәй авиацияһы бомбаға тота.
Әлеге мәлдә дәүләт ғәскәрҙәре үҙ позицияларын нығытыу, азат ителгән урамдарҙы миналарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Хәрби эксперттарҙың күҙал­лауынса, боевиктар ҡамауға эләкмәҫ өсөн, үҙҙәренең нығытмаларын ташлап, сигенергә мәжбүр буласаҡ. Хәбәрҙәргә ҡарағанда, хөкүмәт ғәскәрҙәре яғына сығырға теләгән 150-ләп боевик үҙҙәренең “дуҫтары” тарафынан ҡулға алынған.
Нисек кенә булмаһын, донъя болар­тырға тырышҡандар табылып тора. Сәйәсмәндәр фекеренсә, Америка Ҡушма Штаттарындағы көстәр, Сүриә оппозицияһына ярҙам итеүҙән баш тартып, яңы проект ойошторорға мөмкин. Был турала Америка матбуғатында һүҙҙәр ҡуйыра. Атап әйткәндә, террорсылар төркөмө булған “Аль-Каида”ны йәки Фарсы ҡултығындағы илдәрҙе йәлеп итеү хаҡында хыялланалар.
Бөгөн Сүриә ерендә ике төрлө һуғыш бара: ДАИШ-ҡа (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) һәм Әсәдкә ҡаршы. Унда Төркиә лә үҙ йоғонтоһон булдырырға тырыша. Тимәк, үкенескә ҡаршы, һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй әлегә. Ул кем өсөндөр үҙенсәлекле бизнес төрөнә әйләнә бара. Әлегә ҡораллы төркөмдәрҙе “уйынсылар” ситтән генә күҙәтә һәм кемдәргә ярҙам иткәндә килем алырға мөмкин булыуын фаразлай. Шуға ла Сүриәләге бөтә көстәр ҙә бер “бағыусы” ҡулы аҫтына эләгер тип әйтеп булмай. Күҙаллау­ҙа­рынса, киләһе йылда Сүриәләге ҡораллы төркөмдәрҙең һаны һәм хәрәкәт алымы үҙгәрергә мөмкин, йәғни ниндәйҙер “ревизия” үткәрелеп, бәғзеләренә өҫтөнлөк бирелер, ҡай­һылары юҡ ителер. Быға тиклем АҠШ тарафынан ярҙам күрһә­телгән оппозиция ла “башын” башҡа тараф­тарға бора башланы, сөнки Американың яңы һайланған президенты Трамптың көстәрҙе Әсәдкә түгел, ДАИШ-ҡа ҡаршы йүнәлтергә кәрәклеге тура­һында әйтеүе тәьҫир итмәй ҡалмай. Трамптың һүҙҙәрен икенсе төрлө аңларға ла була. Мәҫәлән, АҠШ-тың әлеге оппозициянан баш тартып, Вашингтон мәнфәғәтен яҡлаған икенсе төркөмгә ярҙам ҡулы һуҙыуы бар. Ундай төркөм, әлбиттә, яңы шарттарҙа, яңы идеялар менән барлыҡҡа киләсәк.
Күптән түгел Американың дәүләт секретары Джон Керри Алепполағы хәлдәрҙе көйләү буйынса тәҡдимдәрен Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа тапшырҙы. “Беҙ боевик­тарҙы Алеппонан сығарыу эшендә Америка етәкселегенең тәҡдимдәре менән килешеү өсөн хәрби эксперттарҙы, илселәрҙе кисекмәҫтән Женеваға ебәрергә әҙербеҙ”, – тине Сергей Лавров. Мәскәү менән Вашингтон араһында йыл аҙағына тиклем килешеү булыры, Трамп власҡа килгәндән һуң уның яҙмышының ниндәй йүнәлеш алыры асыҡ түгел.
Декабрь башында Сергей Лавров менән Төркиәнең сит ил эштәре министры Мәүлит Чавушоглу осрашты. Унда Төркиә президенты Рәжәп Эрдогандың Сүриә башлығы Бәшәр Әсәдте “ҡолатыу” тураһында әйткән һүҙҙәре лә телгә алынды. Эрдогандың һүҙҙәрен тура мәғәнә­һендә ҡабул итергә ярамай, тип был уңайһыҙ хәлдән сығыу юлын табырға тырышты Төркиә хакимиәте. Башлыҡ­тары иһә, “Евфрат ҡалҡаны” операцияһы айырым бер кешегә ҡарата түгел, ә террорға ҡаршы, тип аңлатты. Бәшәр Әсәдте урынынан алыу тураһында Төр­киә етәкселеге тарафынан бер ниндәй ҙә рәсми белдереү булманы. Был мөмкин дә түгел, сөнки Әсәд етәкселегендәге хөкүмәт һуғышта еңеүгә ирешә бара, һәм бөтә мәсьәләләр ҙә фәҡәт уның менән берлектә хәл ителергә мөмкин.
Сүриә тирәләй ваҡиғалар ҙа, хәбәрҙәр ҙә ҡуйырғандан-ҡуйыра. Ошо юлдарҙы яҙған мәлдә өс мең самаһы боевиктың үҙ теләге менән ҡорал һалып, Дамаск тирәһенән китеүе тураһында билдәле булды. Шул уҡ ваҡытта террорсыларҙың мәктәптәргә, госпиталдәргә һөжүм итеүен ишетеп тетрәнәһең. Һуғыш дауам итә...