Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя кимәлендә үҙ урыныбыҙ бар
2016 йылға ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Үтеп барған осорҙоң шатлыҡ-ҡыуаныстары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы-хәсрәттәре лә, юғалтыуҙары ла булды. Донъя бит... Уның ҡарауы, был һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы. Сираттағы тапҡыр Рәсәйҙең күптән инде үҙ позицияһы, донъя кимәлендә тотҡан урыны, үҙ һүҙе булыуын дәлилләп, беҙҙең менән дә иҫәпләшергә кәрәклеген асыҡ күрһәттек, һынылыш осоронда ла иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалдыҡ, сәйәси
курстан тайпылманыҡ.

Хәл-ваҡиғалар илдә лә, унан ситтә лә күп булды. Беренсенән, эске сәйәсәт: быйыл Рәсәйҙә парламент һайлауҙары үтте. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә Дәүләт Думаһына һайлау ҡатнаш система буйынса ойошторолдо. Фирҡәләр ҙә күп теркәлде – 20-нән ашып китте. Шулай ҙа төп урындарҙы, ғәҙәттәгесә, дүрт партия бүлеште: “Берҙәм Рәсәй”, “КПРФ”, “Ғәҙел Рәсәй” һәм “ЛДПР”. Ғөмүмән, аналитиктар бил­дәләүенсә, быйылғы һайлау­ҙар киләһеләренә репетиция ғына булды. Мәғлүм булыуынса, 2018 йылда илдә Президент һайлауы үтәсәк, ә был сәйәси сараға ныҡ­лы әҙерлек һәм берҙәм команда менән килеү зарур.
Икенсенән, социаль-иҡтисади хәл. Йыл дауамында Рәсәйгә ҡайһы тарафтан ғына санкциялар иғлан итеп маташманылар. Әммә беҙҙең иҡтисадыбыҙ был баҫым­ды ла лайыҡлы үткәреп ебәрә алды. Иң мөһиме, илдә иҡтисади тото­роҡлолоҡ һаҡланды: инфляция ла, эшһеҙлек кимәле лә, уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы ла шул уҡ кимәлдә ҡалды. Әлбиттә, күп нәмә инвестициялар иҫәбенә башҡа­рылды. Был сәйәси такти­каның бөгөнгө шарттарҙа иң ҡулай һәм ышаныслы аҙым булыуын сәйәсмәндәр үҙҙәре лә инҡар итмәй. Санкцияларға кил­гәндә иһә, улар беҙҙе сыныҡ­тырҙы ғына. Хәҙер хатта ауыл­дарҙа ла үҙ эшен асып, эшҡы­уарлыҡ тармағын ныҡлап “ауыҙ­лыҡларға” йөрьәт иткән йүнсел­дәр һаны арта төштө. “Үҙе­беҙ­ҙеке – үҙебеҙгә” девизы принцип­ҡа түгел, ә йәшәү мәғәнәһенә әйләнде. Ғөмүмән, һуңғы осорҙа эшҡыуарлыҡҡа иғтибар бермә-бер артты. Һәм быны хатта санкциялар, иҡтисади һыналыш ме­нән генә лә бәйләү дөрөҫ булмаҫ. Бындай аҙымды беҙ күптән яһар­ға тейеш инек. Иртәме, һуңмы, тигәндәй. Эйе, ниндәйҙер кимәл­дә ярҙам иттеләр, этәргес бир­ҙеләр, хатта сәмләндерҙеләр... Уныһына ла рәхмәт.
Ҡыҫҡаһы, эшҡыуарлыҡ үҫешә. Быйыл Өфөлә генә был йүнәлеш буйынса әллә күпме халыҡ-ара кимәлдә саралар үтте. Был исем­лектә ШОС һәм БРИКС илдә­ренең Икенсе бәләкәй эшҡы­уарлыҡ форумы булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ғөмүмән, иҡтисади тотороҡ­лолоҡто һаҡлау, һумдың нығыныуына булышлыҡ итеү, санкцияларҙы беҙҙең фай­ҙаға эшләтеү – былар киләсәктә лә иҡтисадсыларҙың, сәйәсмән­дәрҙең төп маҡсаты булып ҡа­ласаҡ, әлбиттә. Тик шулай ҙа төп бурыс халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереүгә ҡайтып ҡалырға тейештер. Сөнки етеш, бай халыҡ – ул социаль тотороҡлолоҡтоң нигеҙе генә түгел, иҡтисади үҫеш билдәһе лә.
Өсөнсөнән, быйыл ришүәтсе­леккә ҡаршы көрәш бик әүҙем­ләште. Хатта БМО конвенция­һында ҡатнашҡан дәүләттәрҙең Коррупци­яға ҡаршы конферен­цияһын үткәрҙеләр. Мәртәбәле сарала йөҙҙән ашыу илдең ҡат­нашыуы ғына ла ришүәтселектең ни тиклем көнүҙәк проблемаға әүереле­үенә һәм географияһы яғынан сикләнмәүенә асыҡ дәлил булды. Коррупцияға ҡаршы кө­рәш өлкәһендә ил, донъя ҡану­ниәтен камиллаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, ти бел­гестәр. Әлбиттә, беҙҙә был йәһәт­тән ярайһы ғына тәжрибә туп­ланған. Президент ҡарамағында Коррупцияға ҡаршы эш иткән совет төҙөлдө, Коррупцияға ҡаршы эш иткән Милли план раҫланды, “Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында” Закон үҙ көсөнә инде... Был йәһәттән беҙҙең парламент депутаттары ла Дәүләт Думаһына әленән-әле корруп­цияға ҡаршы эш итеүгә йүнәл­телгән закон проекттары тәҡдим итеп тора. Әммә йәмғиәттәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк әле. Әйтәйек, быйыл ғына республика буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары 800-ҙән ашыу коррупция, йөҙҙән ашыу ришүәт биреү осрағын асыҡлаған.
Дүртенсенән, донъя сәйәсәтен­дәге үҙгәрештәр. Моғайын, был осраҡта иң көтөлмәгән һәм шул уҡ ваҡытта күптәрҙе ғәжәплән­дергән ваҡиға тип АҠШ президенты вазифаһына Дональд Трамптың һайланыуын атарға булалыр. Беҙҙекеләрҙең Украина мәсьәлә­һенә ҡарата тышҡы сәйәсәте лә йыл дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалды: илдең көнсы­ғышындағы хәрби ҡаршылыҡ­тарҙы сәйәси үҙгәртеп ҡороу ғына туҡтата ала.
Тормош дауам итә. Тимәк, беҙҙе тағы ла бик күп ваҡиғалар көтә.

“Дөйөм алғанда, бөгөн республикала социаль-иҡтисади хәл тотороҡло. Йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, сәнәғәт етештереүе индексы, һалым килем­дәренең үҫеш темпы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булмаҡсы. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә.
Инвестицияларға, төҙөлөшкә, эш хаҡына һәм килем кимәленә, эшһеҙлек күрһәткестәренә бәйле хәл бер аҙ ҡатмарлашҡандан һуң әле яҡшыра башланы”.


(Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Вьетнам менән аралар яҡыная

Вьетнам менән аралар яҡыная 26.09.2018 // Сәйәсәт

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың Бария-Вунгтау провинцияһы делегацияһы менән...

Тотош уҡырға 18

Вьеттар иленән ҡунаҡ килде

Вьеттар иленән ҡунаҡ килде 25.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостанға Вьетнамдың Бария-Вунгтау провинцияһынан рәсми делегация килде....

Тотош уҡырға 41

“Берҙәм булһаҡ, ҙур эштәр башҡарырбыҙ”

“Берҙәм булһаҡ, ҙур эштәр башҡарырбыҙ” 25.09.2018 // Сәйәсәт

Сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатын-ҡыҙҙар форумында сығыш яһаны. Санкт-Петербургта Икенсе Евразия...

Тотош уҡырға 36

Йәшәү сифаты иҡтисадҡа бәйле

Йәшәү сифаты иҡтисадҡа бәйле 25.09.2018 // Сәйәсәт

Республиканың көнбайыш төбәге заман менән бергә атлай. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов...

Тотош уҡырға 25

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт 22.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән...

Тотош уҡырға 51

“Алда мөһим бурыстар тора”

“Алда мөһим бурыстар тора” 22.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән...

Тотош уҡырға 59

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Депутаттар таныҡлыҡ алды 22.09.2018 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 55

Уңыш башы – ышаныс

Уңыш башы – ышаныс 21.09.2018 // Сәйәсәт

Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй 18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре...

Тотош уҡырға 40

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 46

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 45

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 37

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 102