“Үҙаллылыҡтың көсө – халыҡтың әүҙемлегендә”

7-03-2017, 03:45 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Өфөләге Конгресс-холда урындағы үҙидаралыҡ буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың сығыштарында ошо һүҙҙәр йыш яңғыраны. Волга буйы федераль округының муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшергән консультатив советы йыйынында Рәсәйҙең Федерация Советы, Дәүләт Думаһы вәкилдәре, округ субъекттарынан килгән етәкселәр һәм белгестәр ҡатнашты. Унда ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? Урындағы үҙидараның артабанғы үҫеше нисек күҙаллана?
– Урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса ошондай сараларҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашам, сөнки уларҙа көн дә кешеләр менән туранан-тура эш иткән, бөтә хәлде аныҡ белеп торған етәкселәр менән аралашыу мөмкинлеге тыуа, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич. – Урындағы идаралыҡ беҙҙә үҫешә бара. Бөгөнгө йыйындың әһәмиәте һәм йоғонтоһо ҙур булыр тип күҙаллайбыҙ, сөнки бында йыйылған федераль кимәлдәге һәм субъекттар етәкселегендәге күп кенә вәкилдәр ҡасандыр үҙҙәре муниципаль органдарҙа эшләгән, проблемалар менән яҡшы таныш.
Ултырышта бөгөнгө ҡала мөхитен булдырыу программаларының үтәлеше, халыҡты муниципаль властың урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына район һәм ҡалалар кимәлендә финанс ярҙамы күрһәтеү, Өфөлә йәмәғәтселек үҙидараһын үҫтереү буйынса эшмәкәрлек, Ҡазан ҡалаһы биләмәһен төҙөкләндереү тәжрибәһе, Киров өлкәһендә халыҡ башланғыстарын яҡлап сыҡҡан проекттар тураһындағы һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
– Башҡортостанда был йәһәттән хәл-торош ҡатмарлы, – тине үҙенең ҡунаҡтарға ҡотлау һүҙендә республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә 900-гә яҡын муниципаль берәмек бар. Шуға күрә әле тикшерелгән мәсьәләләр бик әһәмиәтле. Уҙған йыл урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға халыҡ 60 миллион һум аҡса йыйҙы, дөйөм күләмдә ҙур сумма түгел, ләкин бында шуныһы мөһим: кешеләр үҙҙәре йәшәгән урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә ихлас аҡсалата ярҙам күрһәтә. Уларға бер ниндәй баҫым яһалмай һәм һис ниндәй күрһәтмә бирелмәй.
Конгресс-холға йыйылыр алдынан ултырышта ҡатнашыусылар Өфөлә ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса башланғыстар менән танышты. Достоевский урамындағы биш ҡатлы йортта йәшәүселәр, мәҫәлән, тирә-яҡты төҙөкләндереүгә тотонолған 3 миллион 200 мең һумдың 162 мең һумын үҙҙәре йыйған. Фатир хужалары артабан үҙ аҡсаһына видеокүҙәтеү камералары һәм ихатаны яҡтыртҡан лампалар ҡуйырға, ағастар ултыртырға йыйына.
Социаль һәм коммуналь инфраструктураны үҫтереүҙә халыҡтың башланғыстарын тормошҡа ашырыу проекты 2014 йылда эшләй башланы. Башҡортостан был сараға ил төбәктәре араһында – алтынсы, ә милли республикаларҙан беренсе булып ҡушылды. 2014-2015 йылдарҙа ошо башланғыстарҙы финанслауға республика ҡаҙнаһынан 120 миллион һум аҡса бүленде. Уҙған йыл ҡаҙна башланғысы механизмын әүҙемләштереү буйынса саралар ҡабул ителгәйне. Башҡортостандың был тәжрибәһе БРИКС илдәренең былтыр ноябрҙә Һиндостанда үткән форумында ыңғай өлгө итеп күрһәтелде.
Быйыл республика “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектында ҡатнаша. Был да халыҡтың башланғысына таянып эш итеүҙе күҙ уңында тота.