Ҙур йылғалар бәләкәй инештән башлана

10-03-2017, 03:58 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Ҙур йылғалар бәләкәй инештән башлана Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһының Милләттәр эше комитеты ағзаһы Зөһрә Рәхмәтуллина Ямал-Ненец автономиялы округының Муравленко ҡалаһында комитеттың күсмә ултырышы эшендә ҡатнашты.
Ултырыш дәүләт милли сәйә­сәтен муниципаль кимәлдә тор­мошҡа ашырыуға арналды. Форумды үткәреү урыны осраҡлы һайланманы. 70 милләт вәкиле тыныс һәм татыу йәшәгән Муравленкола 2017 йыл Милләттәр йылы тип иғлан ителде.
– 30 йылдан ашыу тарихы булған нефтселәр һәм газсылар ҡалаһын илебеҙҙең төрлө төбәк­тәренән килгән кешеләр төҙөгән. Улар үҙҙәре менән тыуған яғынан милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡ йолаларын алып килгән, – тине Зөһрә Рәхмәтул­лина. – Тәжрибә уртаҡлашырға килеп, ошо ерҙә төпләнгән яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ бында.
Әйткәндәй, округка Ислам дине буйынса яйға һалынған белем биреү һәм дини кадрҙар әҙерләү системаһына эйә Башҡортос­тандан мосолман руханиҙары ла йыш килә. Улар, башҡа дин әһел­дәре менән берлектә, төбәктәге милләт-ара татыулыҡты нығытыу­ға тос өлөш индерә. Ямалдағы мөфтиәткә лә яҡташыбыҙ етәк­селек итә.
– Башҡортостан диаспораһы – Ямалда иң ҙурҙарҙың береһе. “Ямал халыҡтары йорто” күргәҙ­мә­һендә республикабыҙға һәм ошо ҡырыҫ төбәкте үҙләш­тергән Башҡортостан вәкилдәренә ар­налған экспозицияны күреп айырыуса ҡыуандыҡ, – тине парламентарий.
Зөһрә Рәхмәтуллинаның феке­ренсә, бындай күсмә ултырыштар дәүләт милли сәйәсәтенең стратегик бурыстарын тормошҡа ашы­рыуҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡ­лау, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, ошо йүнәлештәге аныҡ муниципаль һәм төбәк тәжрибә­һен дөйөмләштереү мөмкинлеген бирә, сөнки ҙур милли сәйәсәт төбәктәрҙә барлыҡҡа килә.
Сарала ҡатнашыусылар күп милләтле ҡалалағы милли-мәҙәни берекмәләрҙең эшмәкәрлеге ме­нән танышты, ҡайһы бер социаль объекттарҙа булды, Милләттәр йылына арналған концерт ҡара­ны. Муравленколағы төп халыҡ­тың (ханттар һәм ненецтар) көн­күреше менән танышыу, милли көрәш буйынса ярыштар ҡунаҡ­тарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.