Сүриәлә ялҡын ҡасан һүнер?

18-04-2017, 03:50 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Сүриәлә ялҡын ҡасан һүнер? Сүриәлә барған ваҡиғалар, атап әйткәндә, унда Ислам дәүләтенә ҡаршы Рәсәйҙең Хәрби космос көстәренең ҡатнашыуы тураһындағы яңылыҡтарҙы, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, телевидение, радио аша көн һайын бер нисә тапҡыр ишетергә мөмкин. Шулай уҡ беҙҙең авиация ярҙамында Сүриә хөкүмәте армияһының, ниһайәт, алға бара башлауы тураһында ла хәбәрҙарбыҙ.
Әле алыштар Алеппо тирәһендә бара. Унда Сүриә армияһы, Иран һәм Ливан ғәскәрҙәре менән берлектә, ҡала эргә­һендә боевиктар менән бәрелеште. Төп мәсьәләләр шунан ғибәрәт: Ислам дәү­лә­те ғәскәрҙәрен биләмәнән бәреп сығарыу һәм Алеппо, Хомс, Дамаск, Латаки ҡалалары менән бәйләнеш булдырыу.
Хәрби хәрәкәттәр барған мәлдә ниндәйҙер үҙгәрештәр тураһында һөйләп булмай. Эйе, айырым уңыштар бар, лә­кин Сүриә армияһының алға табан бик яй ҡуҙғалыуы күҙәтелә. Ниндәйҙер блиц-криг тураһында бер кем дә һөйләргә йөрьәт итмәй әле. Бәшәр Әсәд яҡлылар ҙа, Рәсәй хәрбиҙәре лә шымып ҡалыуҙы хуп күрә. Тик шуныһы асыҡ: беҙҙең хәрби базалар Сүриәлә оҙаҡҡа ҡаласаҡ.
Владимир Путин Рәсәй ғәскәрҙәренең Сүриәлә барған операцияларҙа ҡатнашыуына аныҡлыҡ индереп былай тине: “Уның ҡәтғи сиктәре бар: авиация һәм башҡа ғәскәрҙәр фәҡәт террорсылар менән көрәшә. Шулай уҡ ваҡыт сикләүҙәре лә бар – Сүриә армияһының террорсыларға ҡаршы һөжүм башлауына тиклем”. Әйткәндәй, беҙҙең президент ниндәйҙер ҡаҙаныштарға ирешеү тураһында етди күҙаллауҙар яһамай. Донъяның барлыҡ Көнсығыш илдәрен­дәге кеүек үк, Яҡын Көнсығышта ла иртәгә ниҙәр булырын әйтеүе ауыр.
Сүриәлә Ислам дәүләтенә ҡаршы көрәштә Рәсәй ҡатнаша башлағанға тиклем, был ил тураһында бөтә күҙаллауҙар хаосҡа ҡайтып ҡалды. Күптәр уның эшмәкәрлеге Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Африка илдәренә тараласаҡ тип фаразланы. Хәҙер ҡараш бер аҙ үҙгәрә төштө. Сүриә өсөн осонда яҡтылыҡ күренгән тоннель аша өмөт юлы барлыҡҡа килде. Бында Рәсәй хәрби көстәренең тәьҫирен инҡар итеп булмай. Нәҡ ошо арҡала төбәктә көстәрҙең “хакимлыҡ” итеүе үҙгәрҙе. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр Рәсәйҙең “Сүриә һаҙлығы”на батыуын фаразлай.
Сағыштырыу өсөн Советтар Союзы­ның Афғанстандағы оҙаҡ йылдарға һуҙылған һуғышын алырға мөмкин. Һөҙөмтәлә 15 мең совет һалдатының, миллиондан ашыу афған халҡының ғүмере ҡыйылды. Советтарҙан һуң Афған еренә АҠШ барып тығылды, ләкин улар ҙа ҡуйған маҡсаттарына ирешә алманы. Тауҙар илендә әле лә граждандар һуғышы бара.
“Беҙ Афғанстандан еңелеп сыҡманыҡ, ил етәкселегенең бойороғон үтәнек, – ти 1989 йылда унан совет ғәскәрҙәрен алып сыҡҡан генерал-полковник Борис Громов. – Афғандар “шуравиҙар” тура­һында бөгөн дә яҡты хәтирәләр һаҡлай. Беҙ ил президенты Нәжибуллаға талиптарға һәм мөджәһиттәргә ҡаршы көрәш өсөн ныҡлы нигеҙ ҡалдырҙыҡ. Ни өсөн унда хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе һуң – быныһы инде икенсе мәсьәлә.
Сүриәлә беҙҙең авиация ҡатнаш­лығындағы хәлдәр бөтөнләй башҡаса. Ислам дәүләте кеүек мәкерле һәм етди дошман менән алышҡанда, илебеҙ етәкселеге иң дөрөҫ юлды һайлаған: дошманды үҙ өңөндә юҡ итеү яҡшы. Миңә ҡалһа, авиацияны тағы ла көсәйтергә кәрәк, сөнки Хәрби космос көстәренең һөжүме Сүриә армияһының хәрәкәтенә юл асты.
Бигерәк тә ошоно һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: беҙҙең ғәскәрҙәргә ерҙә барған операцияларҙа ҡатнашырға ярамай. Был етди эҙемтәләргә килтерергә мөмкин, беренсе сиратта сәйәси планда”.
Стратегик анализ үҙәгенең директоры Руслан Пухов бына нимә ти: “Сүриәлә барған ваҡиғаларға оҡшаш ике миҫал килтерәм. Беренсеһе – Алжирҙағы граждандар һуғышы. Унда үткән һайлауҙарҙа исламсылар еңгәс, хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡаршы торҙо. Генераль штаб начальнигы ул саҡта былай тигәйне: “Ике миллион халыҡты үлтерһәк үлтерербеҙ, ләкин азат дәүләт булып ҡаласаҡбыҙ!”
Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, унда 220 мең самаһы кеше, шул иҫәптән 70 журналист һәләк булған. Конфликт хөкүмәттең еңеүе менән тамамланды. Исламдың ҡотҡарыу фронты һуғышты туҡтатыу тураһында иғлан итте, һуңынан “Ҡораллы ислам көстәре” хөкүмәт ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителде. Әйткәндәй, Алжирҙа хәрби бәрелештәр әле лә булғылап тора.
Икенсе миҫал – Анголалағы граждандар һуғышы. Унда МПЛА, ФНЛА, УНИТА тигән өс көслө төркөм бәре­леште. Шулай уҡ МПЛА яғында беҙҙең хәрби кәңәшселәр ҡатнаша, беҙҙең ҡоралдар ҡулланыла. 2002 йылда етәкселек МПЛА тарафынан тәҡдим ителгән тыныслыҡ урынлаштырыу шарттарын ҡабул итә. Ҡораллы конфликт тамамлана.
Трагик юҫыҡ алған миҫалдар ҙа бар. 1989 йылда совет ғәскәрҙәре Аф­ғанстандан сыҡҡанда, президент Нәжи­буллаға ғәйәт ҙур биләмә, яҡшы ҡорал­ланған хөкүмәт ғәскәрен ҡалдырҙы. Киләһе ике йыл эсендә ундағы хәлдәр тотороҡло булды, тиҙҙән власть ҡола­тыласаҡ тигән фараздарға ҡарамаҫтан, рәсми Кабул ышаныслы идара итте. Ләкин 1992 йылда Гайдар хөкүмәтенең штаттан тыш кәңәшселәренең береһе Нәжибуллаға хәрби техника, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү кәрәкмәгәнлегенә күптәрҙе ышандыра. Тиҙҙән Афғанстан хөкүмәте ҡолатыла, ә президентты аҫып үлтерәләр. Был илдә хәҙер ниндәй ваҡиғалар барғанлығы барыһына ла мәғлүм”.
Сүриәләге ваҡиғалар үҫешенең билдәһеҙ булыуы тураһында күп кенә эксперттар һөйләй. Был, күрәһең, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә киҫкен үҙгәрештәр булмауына ла бәйлелер. Өҫтәүенә Ислам дәүләтенә ҡаршы көрәштә Рәсәй менән АҠШ араһында килешеп эш итеү юҡ, американдар “быуаны” һәр саҡ үҙ яғына йырырға самалай, йәғни үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғырта. Уларҙың был ҡылығы һуңғы дүрт йыл эсендә террорсыларҙың “һулышын” киңәйтеп кенә ебәрҙе. Авиация һөжүме иһә боевиктар юҡ итеү түгел, тыныс халыҡ өҫтөнә яуҙы. Сер түгел, Америка Ҡушма Штаттары Бәшәр Әсәдте ҡолатыу өсөн оппозицияны ғына түгел, Ислам дәүләте көстәрен дә ҡулланырға әҙер. Ләкин законлы рәүештә һайланған Сүриә етәкселеге Рәсәй, Иран, Ливия тарафынан яҡлау тапты.
Сүриәлә һәм Яҡын Көнсығышта барған ваҡиғалар башҡаса юҫыҡта йүнәлеш алырға ла мөмкин. Бәшәр Әсәд көс туплай барған һайын, элекке дошмандар – Ираҡ менән Ирандың дуҫлашып, Ислам дәүләтен һәм оппозицияны әүҙем финанслаған Сәғүд Ғәрәбстанына ҡаршы берләшеүе ихтимал.
“1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышында кемдең еңәсәген әйтеү мөмкин түгел ине, – ти “Яҡын Көнсығыш институты” бойондороҡһоҙ фәнни үҙәктең президенты Евгений Сатановский. – Шуның кеүек Сүриәлә барған ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешен бер кем дә әйтә алмай. Нисек кенә булмаһын, был илдәге хәлдәр бөтә донъяға йоғонто яһаясаҡ”.
Нимә генә тиһәк тә, мәңге янған уттар ҙа, мәңге дөрләгән һуғыштар ҙа булмай. Улар ҡасан да булһа быҫҡып-быҫҡып һүнәсәк. Ләкин күпме кешене ҡан илатҡан, донъяны ҡыйратҡан афәт халыҡ күңелендә ғазаплы ялҡын булып оҙон-оҙаҡ йәшәр.