Аҡ йорттоң ҡара эше

18-04-2017, 03:50 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Аҡ йорттоң ҡара эшеКүптән түгел АҠШ президенты Сүриәләге хәрби объекттарға ракета һөжүме яһаясағы тураһында белдерҙе. Атап әйткәндә, ул Сүриә етәкселеген Идлиб ҡалаһында химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйепләй. Хомс ҡалаһындағы авиабазаға ҡарата булған һөжүмдең төп маҡсаты – Сүриә хәрбиҙәренең артабан химик ҡорал ҡулланыу мөмкинлеген кәметеү. Трамп билдәләүенсә, АҠШ-тың был аҙымы төбәктә тәртип урынлаштырыуға, гуманитар хәлде көйләүгә килтерәсәк. Аҡ йорт киләсәктә лә милли мәнфәғәттәрҙе хәстәрләү маҡсатынан төрлө алымдар ҡулланасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 апрелдә Америка Ҡушма Штаттары Шайрат ҡалаһындағы хәрби аэродромға 59 “Томагавк” ракетаһы осорҙо. Сүриә етәкселегенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ете кеше һәләк булған.
Рәсәй иһә АҠШ-тың был ҡылығын суверен дәүләткә ҡаршы агрессия, террорсыларға ярҙам итеү тип баһаланы.
Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров та Идлибта химик ҡорал ҡулла­нылыуы тураһында Вашингтон тарафынан бер ниндәй дәлил юҡ тип белдерҙе. Был хәл 14 йыл элек Ираҡты биологик ҡорал әҙерләүҙә ғәйепләүгә тиң. Ул саҡта ла АҠШ һәм Великобритания үҙҙәренең ҡайһы бер союздаштары менән, Хәүефһеҙлек сове­тының ризалығынан тыш, Ираҡҡа бәреп инде. Байтаҡ йылдар үткәс, үҙҙәренең Багдадҡа һөжүм итеүендәге мутлыҡтарҙы Великобританияның элекке премьер-минис­тры Тони Блэр ҙа танманы. Хәтерләйһегеҙ­ҙер, 2003 йылда АҠШ-тың дәүләт секретары Колин Пауэлл БМО-ның Хәүефһеҙлек советы ағзаларына ниндәйҙер аҡ порошок күрһәтеп, Ираҡ етәкселегендә биологик ҡорал бар тип раҫланы һәм тиҙерәк был илгә һөжүм итергә саҡырҙы. Бер йылдан һуң Пауэлдың да намыҫы күңелен өйкәгән, ахыры, биологик ҡорал Ираҡта бер ҡасан да табылманы, тине.
Әлбиттә, АҠШ-тың был ҡылығы донъяның иң ҡеүәтле ике дәүләте араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡаҡшатыуы мөмкинлеге тураһында ла хәтерҙән сығармаҫҡа кәрәк. Шулай ҙа һуңғы осорҙа ғына бер аҙ йылына төшкән дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәре өҙөлмәҫ тип ышанғы килә.