Рәсәй – Азербайжан хеҙмәттәшлеге нығый

19-05-2017, 03:35 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Баш ҡалала Рәсәй һәм Азербайжан юғары уҡыу йорттары ассоциацияһының II форумы башланды.
Форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм Азербайжан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Мәтин Эйнуллаев сығыш яһаны. Сарала Рәсәй һәм Азербайжан тәжрибәһе нигеҙендә юғары белем биреү системаһы, мәғариф үҫешендә университеттарҙың роле, халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең төбәк иҡтисады үҫеше өсөн булған әһәмиәте буйынса фекер алышынды. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин менән Сумғайыт дәүләт университеты ректоры Элхан Гусейнов төбәк-ара хеҙмәттәшлектең мәғариф үҫешенә ыңғай йоғонто яһауын билдәләп үтте. Форум һуңында резолюция, Өфө декларацияһы һәм Ассоциацияның уставы ҡабул ителәсәк.