Ҡырым менән өфө араһы яҡыная

19-05-2017, 03:45 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Ҡырым менән өфө араһы яҡынаяҠырым Республикаһының рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Төбәк етәксеһе Сергей Аксенов етәкселек иткән делегация составына республика Хөкүмәте ағзалары һәм Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән Ҡырым предприятиелары етәкселәре ингән.
Сәфәр программаһында – Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым Респуб­ликаһы Башлығы Сергей Аксеновтың эш осрашыуы, делегация вәкилдәренең һөйләшеү­ҙәре, улар нигеҙендә республи­каларҙың экспорт һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу.
Йәнә Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәте менән Ҡырым Министрҙар Советы араһында 2017–2019 йылдарҙа сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тура­һындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына, финанс, мәҙәниәт һәм инвестиция хеҙмәттәшлеге өлкәһендә ведомство-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Бынан тыш делегация сәнәғәт предприятиеларына, юғары уҡыу йорттарына, социаль һәм мәҙәни объекттарға барасаҡ. Бөгөн кис Өфөләге Конгресс-холда ике төбәктең ижади коллектив­тарының берлектәге концерты була.