“Йәшел ҡалҡан”ға иғтибар көсәйә

14-07-2017, 09:06 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар парктары” проекты республикабыҙҙа Бәләбәйҙә, Белоретта, Благовещенда, Учалыла һәм Күмертауҙа тормошҡа ашырыла. Быйыл финанслауҙың дөйөм күләме 22,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, шуның 18,7 миллионы федераль ҡаҙнанан, ҡалғаны республика бюджетынан бүленде.

Әле ошо ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтың теләге һәм тәҡдиме нигеҙендә парктарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар билдәләнде, дизайн проекттары раҫланды, етәкселәр һәм инициатива төркөмдәре менән кәңәшмәләр үткәрелде.
Проект шарттарына ярашлы, сарала 250 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалалар ҡатнаша ала. Республикабыҙҙа был категорияға 20-нән ашыу муниципалитет инә. Быйыл төҙөкләндереү исемлегенә эләгә алмағандар киләсәктә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә, сөнки проект өс йылға иҫәпләнә. Йыл аҙағына тиклем тәүге этап үтәлергә тейеш. Проекттың төбәк координаторҙары эш сифатына баһа бирәсәк, йомғаҡ яһаясаҡ.