Ҡануниәт эшләү – ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү ул

14-07-2017, 09:14 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Ҡануниәт эшләү – ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү улХәҙерге заманда тормоштоң ҡануниәт тарафынан көйләнмәгән өлкәһе ҡалманы ла. Нисек йәшәүебеҙ закондарҙың сифатына һәм заман талап иткәнсә үҙгәреп тора алыуына ла ныҡ бәйле. Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта республика парламенты нисек эшләне? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үткәргән матбуғат конференцияһы ошо йүнәлештәге һорауҙарға яуап бирҙе.

– Уҙған яҙғы сессияға депутаттарҙың эш төркөмдәрен күп ойоштороу хас булды, – тине парламент етәксеһе. – Проблемаларҙы тәрән өйрәнеү маҡсатында ойошторолғас, улар төрлө предприя­тиеларҙа һәм учреждениеларҙа булды, ҡыҙыҡһынған кешеләр менән осрашты. Эш төркөмдәренән тыш та депутаттар шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итеүҙе даими үткәреп торҙо, быйылғы ярты йыллыҡта һайлаусылар менән дүрт меңдән ашыу осрашыу үткәрелде.
Яҙғы сессияла һәйбәт йолаға нигеҙ һалынды: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштарында федераль власть органдарының Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан төбәк бүлексәһе етәкселәре отчет менән сығыш яһай башланы. Һуңғы айҙарҙа ғына Башҡортостан Прокурорының һәм Федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксе­һенең сығыштарын шуға миҫал итеп килтерергә мөмкин. Бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән традицияға ярашлы, республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре лә 2016 йылғы эш буйынса отчет тотто. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең былтыр дәүләт мөлкәтен хосусилаш­тырыуға арналған отчеты ла ҙур сара булып тора. Әйткәндәй, парламент комитеттарының ултырыштарына Хөкүмәт ағзалары һәм учреждение етәк­селәре теге йәки был закон проектына ҡағылышлы тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр менән 40 тапҡыр саҡырылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтың апрелдең пленар ултырышындағы сығыштары тулы һәм ентекле отчетҡа ҡоролғайны.
Рәйес үҙе лә йәмәғәтселек сараларында күп ҡатнашты: йыл башында ул Грецияның баш ҡалаһында үткән Европа советының Урындағы һәм төбәк власть конгресының ултырышында миграция сәйәсәте мәсьәләләрен тикшереүҙә ҡатнашһа, артабан Чебоксарҙа илдең башҡа төбәктәре вәкилдәре менән бергә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙе хоҡуҡи яҡтан көйләү тураһында әңгәмәләште, март айында уның Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән осрашыуы хәрби-тарихи йәмғиәттең эш планын тикшереүгә арналғайны. Ә күптән түгел Константин Толкачев Европа советының Германиялағы Страсбург ҡалаһында уҙғарылған пленар ултырышында булып ҡайтты.
Бөтә был саралар, тәбиғи, депутаттарҙың төп эшен – ҡануниәт эшләүҙе – тормош миҫалдары һәм ҡануни үҙенсәлектәр менән байытыу йүнәлешендә барҙы. Яҙғы сессияла республикабыҙ парламенты барлығы 82 закон һәм йөҙгә яҡын ҡарар ҡабул иткән, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына ете федераль закон проектын тәҡдим иткән. Тиҫтәгә яҡын парламент тыңлауҙары һәм “түңәрәк өҫтәл”дәр, эксперт советтары ла ҡануниәтте камиллаштырыу маҡсатында үткәрелгән.