“Йыл эшҡыуары-2017” республика конкурсы башланды. Ул Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән үткәрелә. Бәйге тәүге тапҡыр 2005 йылда ойошторолдо. Әле ул төбәктәге эшҡыуарҙар тормошонда әһәмиәтле ваҡиғаға әүерелде.

Конкурстың ойоштороусыһы — Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы. Сарала шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, акционерҙар, юридик берәмектәрҙә ҡатнашыусылар, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбенә ингән, Башҡортостанда теркәлгән һәм кәмендә ике йыл йүнселлек менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ҡатнаша ала. Еңеүселәр алты номинацияла билдәләнә.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы дирекцияһында (Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/1, 6-сы павильон, 2-се подъезд, 2-се ҡат) ҡабул ителә. Электрон почта: aoprb@mail.ru. Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте ойошманың сайтынан алырға мөмкин. Документтар 7 августан 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы быйыл декабрҙә үтәсәк.