Тыуған ерҙең ҡәҙерен беләйек

29-08-2017, 00:12 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Тыуған ерҙең ҡәҙерен беләйекТыуған ерен бар йөрәктән һөйгән ватансыл, йүнсел ауылдашым Фәйзи Салауат улы Рәхмәтуллиндың эшмәкәрлеген, тормошон нисә йыл инде күҙәтәм.
Фәйзи Салауат улы – Ишмөхәмәт ауыл Советы хакимиәте биләмәһе башлығы. Был вазифаға тәғәйенләнер алдынан ул “Йылайыр” совхозында фиҙакәр хеҙмәте менән ихтирам яулап өлгөргән. Ябай механизаторҙан башлап бүлексә етәксеһенә тиклем; дәүләт хужалығы тарҡалғас, фермерлыҡ эшендә үҙаллы сыныҡҡан игенсе лә ул. Ғаиләһе лә күркәм: ҡатыны Әминә Нәбиулла ҡыҙы менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы алмаш итеп тәрбиәләйҙәр.

– Ғүмерегеҙҙе тыуған төйәгегеҙ – Байыш ауылы менән бәйләп, үҙ ерендә ныҡлы баҫып торған ир-уҙаман һеҙ. Был төбәк ни өсөн ҡәҙерле?
– Һәр кемгә яҡын ул тыуған ер. Яңыраҡ Байышта “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамында бер ҡатын: “Шул тиклем тыуған ауылымды яратам, ҡайтып саф һауаһын һуламаһам, шифалы һыуын эсмәһәм, йәшәү көсө кәмей башлай”, — тигәйне. Бик хаҡ һүҙҙәр.
Беҙҙең яҡ – үҙенсәлекле төбәк бит ул. Ҡайһы тарафтарҙан тип һораһалар, ғорурлыҡ менән Мөжәүир хәҙрәттең, халыҡ йырсыһы Рамазан Йәнбәковтың, талантлы яҙыусы Буранбай Исҡужиндың, мәшһүр ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшиндың тыуып үҫкән еренән, тип әйтәм. Беҙҙең ерлектән сығып, республикабыҙҙың ҡала-райондарында фиҙакәр хеҙмәте менән дан яулаған билдәле кешеләр күп. Әлеге Ҡыҙҙар байрамында ла мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙҙың олоһо ла, йәше лә сәхнәгә сыҡты. Ғорурланабыҙ шундай эшһөйәр ауылдаштарыбыҙ менән: араларында уҡытыусылар, ғалимдар, журналистар, табиптар, төҙөүселәр, малсылар бар.
Үҙемә килгәндә, 12 йәшемдән эшләй башланым. Манһырҙа совхоз малдарына бесән әҙерләштем. Тәүге эш хаҡыма үҙемә велосипед һатып алғайным.
“Йылайыр” ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, йүнәлтмә менән Ғафури районына ебәрҙеләр. Был районды үҙһенмәй, күп тә үтмәй тыуған еремә ҡайтып төштөм. Совхозда механизатор булып хеҙмәт юлымды башланым. Ул ваҡытта беҙҙең тиңдәштәрҙән ситкә китеүселәр бик һирәк ине. Кем совхозда водитель, кем комбайнер булып хеҙмәт юлын башланы. Ҡыҙҙар һөтсөлөк фермаһында һыйыр һауҙы. Киң баҫыуҙа ҡара таңдан ҡара кискә тиклем эшләү үҙе бер романтика, сәм булыр ине. Беҙҙең йәшлек ҡыҙыу хеҙмәттә үтте. Тыуған еребеҙгә ана шулай беректек. Шуныһы менән дә ҡәҙерле ул беҙҙең быуынға тыуған ер. Башҡа урында ғүмер итеүҙе, эшләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Бер ваҡыт хужалыҡ тарҡалғас, күптәребеҙ баҙап ҡалды. Себер тарафтарына аҡса эшләргә сығып китеүселәр күбәйҙе. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар ғына донъя көтөп тороп ҡалды.
“Йылайыр” совхозында иһә бер нисә ир-егет фермерлыҡҡа тотондо. Башлыса игенселек менән шөғөлләндек. Бының өсөн техника, орлоҡ кәрәк булды. Кредитһыҙ оло эште атҡарып сығыу мөмкин түгел ине. Эш барһын тиһәң, сығымдарҙы ла йәлләргә ярамай. Ни тиклем күберәк тотонаһың, килеме лә артып килә бит. Етмәһә, пай ерҙәре өсөн ауыл халҡына ғәҙел рәүештә иген таратып биреү бурысы тора.
Беҙҙең төбәктә бер нисә йыл рәттән ҡоролоҡ булды. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, былтыр ғына уңыш уңды.
Фермер өсөн иң ҡатмарлыһы һәм мәшәҡәтлеһе – йыйып алынған уңышты реализациялау. Тиҙ арала һатып, ҡулға аҡса төшөрәм тимә. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдаштар араһында фермерлыҡҡа ынтылыусылар бар. Әлеге ваҡытта Байыш ауылында — дүрт, Ишмөхәмәттә – өс, Яңғаҙыла өс фермер иҫәпләнә. Байыштан Хәлим Ҡолмөхәмәтов, Рафиҡ Рәсүлев, Ғәҙел Рәхмәтуллиндар ал-ял белмәй баҫыуҙа эшләй, иген үҫтерә. Яңғаҙы ауылы егете Юлай Тимербулатовтың һөтсөлөк фермаһы уңышлы эшләп килә. Ә бына Байыш ауылы егете Рөстәм Әлибәков ғаиләһе менән Өфөлә йорт һалып төпләнеп йәшәп ятҡан еренән атай нигеҙенә ҡайтып төштө, хәҙер ул фермер, һарыҡ үрсетә.
Өлкән улым Ғәҙел Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, үҙемдең башлап ебәргән фермерлыҡ хужалығымды уның ҡулына ышанып тапшырҙым.
Беҙҙең совхоз 2012 йылда бөтөрөлгәс, ауыл халҡы үҙен хужаһыҙ, таянысһыҙ ҡалғандай тойҙо. Шул саҡта беҙ, фермерҙар, күп хәстәрҙәрҙе, мәҫәлән, юлдарҙы таҙартыуҙы, ауылда уҙғарылған күп байрамдарҙы финанслауҙы үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ.
Әлеге вазифам халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу, ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән бихисап ғәмәл атҡарып сығыу мөмкинлеген бирә. Ауыл хакимиәтен белешмә, ҡағыҙ эше менән генә булышҡан кеше тип белмәһендәр әле.
– Халыҡтың көнитмешендә ниҙәр күҙәтәһегеҙ?
– Беҙҙең халыҡ эшһөйәр, тырыш, ихлас ул. Хәҙер ҡураһында мал тотмаған, ихатаһында ҡош-ҡорт баҡмаған, баҡса үҫтермәгән кеше юҡ. Бер ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Һәр кемдә тиерлек еңел машина. Хатта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ машинала елдереп, үҙе етештергән тауарын Сибай баҙарында һатып ҡайта. Ҡарамалыла ла, Байышта ла ауыл кешеләренең магазин асып, эшҡыуарлыҡҡа тотоноуҙары ҡыуаныслы.
– Быйылғы йыл һеҙҙең өсөн мәшәҡәтле, яуаплы булған. Ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған Янғаҙы, Ишмөхәмәт, Ҡарамалы ауылдарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Байышта “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамдары уҙғарылды. Был саралар ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Ҡышы ла, яҙы ла тынғыһыҙ үтте. Мәҫәлән, Байышта “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ҡушылып, ауыл клубын ремонтларға булдыҡ һәм иғәнә йыйыу маҡсатында һәр урамдың әҙерләгән концерттарын түләүле итеп ойошторҙоҡ. Һәр кем үҙенә кейем әҙерләне, кемдә ниндәй һәләт барлығын күрһәтергә булды. Хатта ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ҡайтып, сарала ҡатнашты. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ғәйзулла олатай Әблүзин 3000 һум аҡса тапшырҙы. Йәмғеһе 25000 һум аҡса йыйылды. Һәм был сумма клубты ремонтлауға китте. 90-сы йылдар йәштәре лә үҙ өлөшөн индерҙе. “Дискотека-90” тип аталған киске уйында йыйылған аҡсалар ҙа ҡушымта булды. Әле Ҡыҙҙар байрамы алдынан ауылдаштар берҙәм өмәгә сыҡты, клуб эсе лә, тышы ла рәтләнде, матурланды. Бар ауыл халҡы эскән шифалы, тәмле һыулы шишмәһен “Ҡыҙҙар шишмәһе” тип нарыҡлап, уны ҡаплап, уратып ҡуйҙыҡ. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан инәй-апайҙарҙан бары тик йылы һүҙҙәр генә ишеттек. Байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Был байрамды бай йөкмәткеле итеп ойоштороуға ауыл китапханасыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Сөләймәнова ҙур көс һалды. Байыш клубының әлеге директоры Гөлсиә Ибраһимова эшен яратып башҡара, талантлы ғына түгел, уның тырышлығы менән клуб та йәмләнә, үҙгәреш кисерә.
Һуңғы бер нисә йылда, ысынлап та, клубтың эсе иҫкереп ҡотһоҙланғайны. Шулай бер ваҡыт ҙур ғына сара алдынан ауыл әүҙемдәре араһында бәхәс сыҡты. Был сараны мәктәптә үткәрәйек, тиҙәр, ә мин, клубта булһын, тип фекеремде раҫланым. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы ла килгәйне сараға. “Клубығыҙҙа шул тиклем һыуыҡ бит”, – ти. Бер аҙҙан бинаға йылы бирҙеләр.
Хаҡлы ялда булһа ла, клубтың элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Таштимерова клуб эшенән ситтә ҡалмай. Уның “Иҫтәлек” фольклор төркөмө – һәр байрамдың биҙәге.
Янғаҙы исемле бәләкәй генә ауылға ла берҙәй иғтибар бүленә. Унда ла төҙөкләндереү эштәренә ауыл хакимиәтенән етерлек аҡса бүленде, үҙҙәре лә тик ятманы, тағы ла аҡса ҡушып, ситтә йәшәгән ир-егеттәр ауылға ҡайтып, төҙөкләндереү менән мәшғүл булды. Ауылдың ике осона стела ҡуйыл­ды, обелиск яңыртылды. Ишмөхәмәт ауылы хал­ҡы ла байрамға ныҡлы әҙерләнде. Был йәһәттән хеҙмәт ветерандары, ауыл депутаттарының әүҙемлеге менән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошҡанлы үтте.
Әйтергә кәрәк, Ҡарамалыла ла тормош гөрләй, клубтың театры “халыҡ” исемен алды (етәксеһе – Фирҙәүес Әминева). Байрам hайын яны спектаклдәр менан hөйөндөрәләр.
– Әле һеҙҙең төбәк ниндәй осор кисерә? Һуңғы йылдарҙа ауыл һүнә, эш юҡ, кешеләр ҡалаға күсә, буш өйҙәр күбәйә, тиҙәр...
— Ауылда тормош һүнде, йәшәүҙең ҡыҙығы бөттө, тиеүселәрҙең күңелендә тыуған ергә ҡарата һөйөүҙең, ихтирамдың юҡлығын күрәм. Ауыл тормошонан ситләшкәндәр генә шундай фекер йөрөтәлер. Ә уның бер ҡасан да һүнгәне юҡ. Эйе, бер ваҡыт совхоз хужалығы тарҡалған ваҡытта ғына аптырашып, күптәрҙең күңеле болоҡһоп ҡалғандай булғайны, әммә ундай күңел төшөнкөлөгөнән дә тиҙ сыҡты халыҡ. Егәрле кешеләр бирешмәне, башҡа юл эҙләй башланы. Техника һатып алыусылар күбәйҙе. Малын да ишәйтеп ебәрҙеләр. Әлеге ваҡытта Янғаҙыла – 45, Ҡарамалыла – 160, Байышта 150 өй иҫәпләнә. Барлығы 1352 кеше йәшәй.
Ауыл ерендә йәш ғаиләләр күбәйә. Әлбиттә, йәш-елкенсәктең менталитеты башҡаса, әммә ихлас итеп донъя көтөүҙәре маҡтауға лайыҡ. Байыш ауылында ла буш торған бер нисә йортто бер-ике йәш ғаилә һатып алды.
Ҡарамалы һәм Байышта мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй. Ҡарамалыла баҡсала кескәйҙәргә урындар етмәй хатта. Былтыр ике ауыл мәктәбенә лә балалар майҙансығы эшләтеп ҡуйҙыҡ. Быйыл Янғаҙы ауылы юлына ҡырсынташ түшәттек. Ҡарамалыла Дауыт ҡоҙоғона трактор менән канау ҡаҙҙырып, рәткә килтерҙек. Элек hыуы йәйелеп ята торғайны. Байышта яңынан медпункт эшләй башлауы ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт – hәр башланғысты хуплап ҡына торалар, һәр эшкә дәррәү ҡушылалар.
Быйыл йәй башында ауырып бер аҙ дауаханала ятырға тура килде. Әлдә шул кәрәҙле бәйләнеш бар: күп эш телефон аша башҡарылды. Ярҙамсыларыма рәхмәт.
Тыуған ерҙең ҡәҙерен беләйекҠарамалы ауылының 2-се округы һайлау­сылары, йәғни ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 18 кеше Яҡтыкүлгә ял итергә барҙы. Был сәйәхәтте ошо округ депутаты Зәкиә Сәлимйән ҡыҙы Әбүбәкирова ойошторҙо. Бына шулай, ауыл тормошон төрләндереп, тормош мәшәҡәтенән бер аҙ айырылып ауылдаштарын хәстәрләүсе, ял ойоштороусы депутаттарыбыҙ ҙа бар.
Шундай ихлас, әүҙем, эшһөйәр халҡы булғанда нисек ауыл һүнһен дә, бөтһөн инде. Әле күптәр ауылдың, ерҙең ҡәҙерен белә башланы. Ун йылдан тағы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булырына иманым камил. Һәр кем ҡала өсөн ҡулайлашмаған тип уйлайым.
Ауылда кем генә йәшәмәһен — олоһо ла, йәше лә — ауылдың ҡото, йәме...

Земфира ҒИРФАНОВА әңгәмәләште.
Баймаҡ районы.