Эшһеҙлек кәмей, хеҙмәт хаҡы арта

30-08-2017, 00:34 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Эшһеҙлек кәмей, хеҙмәт хаҡы артаБыл һүҙҙәр Башҡортостан Хөкүмәтенең быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән ултырышындағы отчет докладында әйтелде. Беҙҙең гәзит ошо сара тураһында хәбәр иткәйне инде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында сәнәғәт тармаҡтарына ла туҡталып үтте.
Баш ҡалабыҙҙың көньяҡ күперен үтеү менән ситтән килгәндәрҙең күҙенә ташланған беренсе предприятие – “Өфөкабель” йәмғиәте. Был боронғо заводтың етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу күптән талап ителә ине. Шуға күрә 2014 йылда ул Өфөнөң Дим райо­нында кабель һәм үткәргестәр эшләп сығарыуға тәғәйенләнгән ҙур корпус төҙөй башлағайны. Уны һалыуға, дөйөм алғанда, 1,5 миллиард һум аҡса тотонолдо.
Һөҙөмтәлә былтыр 34 мең квадрат метр майҙанлы етештереү ҡеүәте файҙаланыуға тапшырылды. Яңы цехта Италияла, Австрия һәм Ҡытайҙа һатып алынған заманса ҡорамалдар урынлаштырылды. Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта ошо техниканы уңышлы үҙләштерә башланылар. Хәҙер предприятиеның ҡорамалдары 25 процентҡа яңырған. Ошо ҡеүәтте файҙаланыуға индереү, донъяның кабель етештереү тарма­ғындағы яңылыҡтарҙы ҡулланып, заводҡа үҙенең продукцияһын төр­ләндереү мөмкинлеген аса. Яңы ҡорамалдар заманса материалды файҙаланып эшләй һәм хәҙер Өфө заводы авиация, ракета-йыһан, ядро ҡорамалдары өсөн ҡулланылған юғары теүәллектәге приборҙар яһауҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, күләмде ике тапҡырға арттырыу форсаты ла тыуасаҡ. Бынан тыш, байтаҡ ҡына өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
Үткән йыл кран-манипуляторҙар һәм күтәреү, ташыу ҡорамалдары етеш­тереүгә махсуслашҡан “ИМАН” йәмғиәте лә Ишембай ҡалаһында дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метр тәшкил иткән яңы ҡеүәттәрҙе сафҡа индерҙе. Европа үлсәмдәренә тулыһынса тап килгән был етештереү майҙансығын ҡороу 14 миллион евроға төштө.