Күмәктең эше көйлөмө?

13-09-2017, 00:07 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Күмәктең эше көйлөмө?Федераль власть органдарының Башҡортостандағы вәкиллектәре нимә менән шөғөлләнә? Был турала халыҡ хәбәрҙар түгел тиерлек. Шуны иҫәпкә алып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бындай вәкиллектәрҙең отчетын тыңлау тәртибен ҡанунлаштырырға ҡарар итте.
– Төбәктәр өсөн ошондай хоҡуҡтың көнүҙәклеге тураһындағы мәсьәлә менән беҙ быйыл яҙ Закон сығарыусылар советы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт иткәйнек, – тип аңлата республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев. – Дәүләт башлығы үҙ төбәгебеҙҙә теләһә ниндәй федераль органды саҡырып тыңларға хаҡлы булыуыбыҙҙы билдәләне. Ул ғына түгел, Владимир Владимирович бындай хоҡуҡты ҡануни яҡтан нығытыу буйынса тейешле күрһәтмә лә бирҙе һәм төбәк парламенттарына оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәген, был хоҡуҡ яҡын арала законлаштырыласағын әйтте. Ысынлап та, федераль ҡануниәттә был ҡағиҙә тиҙ үк сағылыш тапты. Хәҙер беҙ уны республикала ғәмәлгә индерергә уйлайбыҙ.
Шуны тормошҡа ашырыу маҡсатында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдағы ултырыштарҙың береһендә “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараясаҡ. Ул ҡабул ителһә, республика парламенты Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан федераль башҡарма власть органдарының эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәтте тыңлау буйынса өҫтәмә вәкәләттәргә эйә буласаҡ. Парламент етәксеһе билдәләгәнсә, был закон проекты федераль власть органдары эшенең асыҡлығын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Бер юлы был ошо органдарға үҙ эшмәкәрлеге тураһында республика парламенты аша бөтә халыҡҡа мәғлүмәт еткереү форсатын да аса, дәүләт власының федераль һәм республика органдарына үҙ-ара хеҙмәттәшлекте көйләү, бер-береһен ҡабатламау өсөн шарттарҙы ла яҡшыртасаҡ.
Әлеге ваҡытта республика ерендә федераль власть органдарының иллегә яҡын вәкиллеге бар, һәм уларҙың барыһының да эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе ниндәй икәнлеге хаҡында беләбеҙ тип тулы ышаныс менән әйтеп булмай. Мәҫәлән, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау даирәһендә генә лә федераль һәм республика кимәлендәге алты ойошма эшләй. Ә экологик хәл яҡшырамы? Был турала ла мәғлүмәт талап ителә.
– Яҡын көндәрҙе “Росприроднадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең отчеты тыңланасаҡ. Был ойошманың эшенә ҡарата депутаттарҙың һорауҙары күп тип уйлайым. Стәрлетамаҡ районының Кантюковка ауылы янындағы, Павловка һыу һаҡлағысы төҙөлөшөндәге, Өфөләге бәләкәй химия предприятиеларындағы экологик хәл үҙе генә лә ни тора, – ти Константин Толкачев.