“Рәсәйҙә милләттәрҙе бер ҡасан да сортҡа айырманылар”

29-09-2017, 00:15 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
“Рәсәйҙә милләттәрҙе бер ҡасан да сортҡа айырманылар” Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары этностарының һәм конфессияларының үҙ-ара мөнәсәбәтенең тарихи тәжрибәһе – республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттең факторы һәм артабанғы үҫештең ыңғай векторы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтеүе тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Был ҡатмарлы һәм сетерекле тема сәйәсмәндәрҙең дә, ғалимдарҙың да, дәүләт һәм йәмәғәтселек эшмәкәрҙәренең дә иғтибар үҙәгенә торған һайын йышыраҡ үтеп инә бара. Ни өсөн?

– Ошо проектты тормошҡа ашырыуға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың гранты бирелеүе – беҙҙең хеҙмәткә юғары баһа ла, дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы раҫлаған дәлил дә, – тине үҙенең инеш сығышында конференцияның ойоштороу комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев. Әйт­кәндәй, был сара ул етәкселек иткән “Башҡортостан урыҫтары соборы” респуб­лика йәмәғәтселек ойошмаһы баш­ланғысы менән саҡырылғайны. Баш­ҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты ярҙамында үткәрелгән был сарала дин әһелдәре, муниципаль, милли-мәҙәни берекмәләр вәкилдәре һәм йәмәғәтселек ойошмалары етәкселәре, шулай уҡ Мәс­кәүҙән һәм Ҡазандан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар, Рәсәйҙәге һәм беҙҙең республикалағы милләт-ара һәм дини татыулыҡҡа юғары баһа биреп, төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен һәм телен һаҡлап ҡалыу буйынса саралар тураһында һөйләп кенә ҡалманы, был мәсьәләнең иғтибар үҙәгенән төшмәҫкә тейешлеген, милли сәйәсәтте артабан камиллаштырыу кәрәклеген дә билдәләне. Конференция бер нисә секцияла эшләне: 1) Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында милләт-ара һәм диндәр араһындағы мөнәсәбәттәр тарихы. Миграция шарттарында йәштәр араһындағы милләт-ара мөнәсәбәт. Башҡортостан үҫешендә халыҡтарҙың роле; 2) милләт-ара һәм диндәр араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙе яраштырыу. Йәмәғәт ойошмалары­ның, муниципаль органдарҙың, дәүләт власының, ғилми учреждениеларҙың һәм уҡыу йорттарының, киң мәғлүмәт сара­ларының милләт-ара һәм диндәр араһын­дағы мөнәсәбәттәрҙә ыңғай мөхит бул­дырыуҙағы роле һәм бурыстары; 3) Баш­ҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә дәүләт телен, тарихты һәм әҙәбиәтте өйрәнеү һәм уҡытыу.
– Урыҫ халҡының берләштереүсе роле нигеҙендә беҙҙең ил биләмәһендә халыҡ­тарҙың күп төрлөлөгөн рухи берҙәмлеккә туплаған милләт барлыҡҡа килде, – тине Виктор Пчелинцев. – Рәсәйҙә бер ҡасан да хакимлыҡ иткән милләт һәм ҡол милләт булманы, милләттәр бер ҡасан да сорттарға бүленмәне, Рәсәйҙе “халыҡтар төрмәһе” тип атау бер нисек тә дөрөҫлөккә тап килмәй. Башҡортостан быуаттар дауамында күп милләтлелек һәм күп динлелек шарттарында татыу һәм берҙәм йәшәү өлгөһөн күрһәтә. Донъяның төрлө тарафтарында дини ҡаршылыҡ көсәйә барған һәм ҡораллы ыҙғыштарға алып килгән заманда беҙҙең республиканың тәжрибәһе айырыуса ҡиммәт. Былтыр ғына ла төбәгебеҙгә сит илдәрҙән 150 мең самаһы кеше килеүе беҙҙәге шарттарҙың ил халыҡтары өсөн генә түгел, мигранттар өсөн дә ыңғай булыуын тағы бер тапҡыр раҫлай.
“Рәсәйҙә милләттәрҙе бер ҡасан да сортҡа айырманылар”Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың сығышында әйтелгәнсә, Рәсәй борондан уҡ күп милләтле дәүләт булараҡ үҫкән һәм милли мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо донъя күләмендәге уникаль күренеш булып тора. Этник һәм конфессиональ хәрәкәт һәм күренештәр тормоштоң ғәмәлдә барлыҡ өлкәләренә лә үтеп ингән, улар мәҙәниәттә лә, иҡтисадта ла, сәйәсәттә лә, шәхестәр һәм айырым төркөмдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә лә, хатта халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә лә сағылыш таба. “Бөгөнгө Рәсәй – халыҡтар союзы ул”, – тине парламент етәксеһе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй милләтенең бөтөнлөгөн нығытыу һәм халыҡтарҙың этник мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу өсөн Башҡортостанда маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Республика халыҡтарын яҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән норматив хоҡуҡи нигеҙ булдырылған, милләт-ара һәм диндәр араһындағы мәсьәләләр буйынса комиссиялар үҙ бурыстарын уңышлы атҡара.
– Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте, быуаттар буйы күп милләтле булараҡ, киләсәктә лә беҙҙең йәмғиәттең идея-әхлаҡи тупланыуы өсөн ҡеүәтле шарт булып хеҙмәт итәсәк, – тине Константин Толкачев.
– Беҙҙең мәҙәни һәм социаль-иҡтисади үҫеш халыҡтар татыулығынан тыш мөмкин түгел, – тип сығыш яһаны республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный. – Бөтә халыҡ исеменән сығыш яһаған айырым төркөмдәр ҙә осрай, ләкин улар – үҙ мәнфәғәттәрен күҙәткән “лобби”. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған “Башҡортостан Респуб­ли­каһының дәүләт телдәрен һәм Баш­ҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында”ғы Указы ил төбәктәре ара­һында Владимир Путиндың ошо мәсьәлә буйынса күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән тәүге документ булараҡ барлыҡҡа килде.
“Алланың милләте юҡ!” – был һүҙҙәр Урыҫ православие сиркәүенең Баш­ҡортостан митрополияһы етәксеһе, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никондың сығышында төп фекер булып яңғыраны. Уның артынса һүҙ алған Рәсәй мосол­мандарының Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты проректоры Дамир хәҙрәт Нафиҡов беҙҙең республикала дини яҡтан татыулыҡ булыуында мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың роле ҙур булыуын билдәләне. “Уның тәрбиәһе һөҙөмтәһендә беҙҙең Диниә назаратында һәм уның ойошмаларында дини йәки милли тарлылыҡ хисенән интеккән кеше юҡ!” – тине ул. Мөфтөй үҙе сирләү сәбәпле был ҙур йыйынға килә алмаған икән, уның тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫыуын теләүҙе хуплап алҡыштар яңғыраны.
Башҡортостан халыҡтары ассамблея­һының башҡарма директоры Азат Ибраһимов Рәсәйҙә милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән сәйә­сәт дәүләт власының иң көнүҙәк бу­рыстарының береһе булып тороуы тураһында һөйләне. “Был шуның менән бәйле: дәүләтебеҙҙең федератив ҡоролошо һәм этник күп төрлөлөк халыҡтарҙың аралашыуын да көсәйтә”, – тине Азат Әхмәт улы.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Со­веттың Милли дәүләт сәйәсәтен мәғлүмәт менән тәьмин итеү буйынса комиссия­һының Этномәҙәни, конфессиональ һәм миграция белемен анализлау үҙәге етәксеһе, Мәғарифты үҫтереү федераль институты доценты Ольга Артеменконың сығышы ярайһы уҡ тойғоло булды:
– Беҙ 1993 йылдан бирле федераль дәүләт төҙөйбөҙ һәм был осорҙа юл ҡуйылған хаталарҙы төҙәтергә ваҡыт инде, – тине ул. – Тыныслыҡ һәм татыулыҡ, милләттәрҙең һәм диндәрҙең бер-береһенә ихтирамлы булыуын барыбыҙ ҙа теләй. Был – күп милләтле дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу өсөн төп шарт. Рәсәй Конституцияһында: “Беҙ – күп милләтле халыҡ...” – тип яҙылған. Шул уҡ ваҡытта Конституция һәр халыҡтың үҙбилдәләнешкә хоҡуғын һәм тиңлеген таный. Был ике йөкмәткенең тигеҙлеге боҙолмаһын өсөн һәр ваҡыт һәм һәр аҙымды алдан ентекләп уйлап яһарға кәрәк. Милли сәйәсәт менән профессионалдар шөғөлләнергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был эш 90-сы йылдарҙың башынан уҡ этнологтарға һәм социологтарға йөкмәтелгән. Төп йүнәлеште фәҡәт этник үҙаңды һаҡлауға, мәғарифта ла этник нигеҙҙә белем биреүгә арнап яңылыштыҡ.
Эш шуға барып етте: кемдәрҙер олатай-өләсәйҙәрҙең һөйләгәнен яҙып ала ла артабан шуны мәктәп дәреслектәренә индерә һала... Был осраҡта милли аңды уятыу тураһында һөйләгәндә ни өсөндөр урыҫ халҡы ғына иғтибарҙан ситтә ҡала. Бөгөн был хәлде үҙгәртеү талап ителә. Мин барыһынан да бигерәк мәктәптәге милли сәйәсәтте күҙ уңында тотам. Мәғарифтағы йүнәлештең хаталы юлдан барыуы тураһындағы ялыуҙар Рәсәй төбәктәренән бик күп килә. Яҡут Республикаһында, мәҫәлән, балалар бер юлы дүрт телде мотлаҡ өйрәнергә мәжбүр. Беҙ төрлө халыҡтарҙың мәнфәғәттәрен килештерә белергә, йәғни улар араһында тиңлек табырға тейешбеҙ, ләкин был осраҡта иң мөһиме – таяҡты бер яҡҡа ғына бөгөргә һис ярамай. Мин республика Башлығын был ҡатмарлы хәлдә яҡлап сығырға саҡырам. Ыҙғышҡа алып килерлек сәбәптәрҙе көсәйтеү түгел, ә беҙҙең күп милләтле йәмғиәтте берләштерә алырлыҡ яңы механизмдар эҙләү талап ителә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов республикалағы милли-мәҙәни үҙәктәрҙең оҙаҡ йылдар инде уңышлы эшләп килеүе һәм Башҡортостанда һәр милләткә туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылыуы тураһында һөйләне.
“Халыҡтар дуҫлығы быуаттар буйы төҙөлә һәм нығытыла килә, ләкин уны бер нисә ай эсендә тулыһынса юҡҡа сығарыу хәүефе лә бар” – был һүҙҙәрҙе Мәскәү дәүләт лингвистика университеты профессоры, “Бөтә донъя рус халыҡ соборы” ойошмаһының хоҡуҡ һаҡлау үҙәге директоры Роман Силантьев әйтте. Миҫалға ул күптән түгел Рәсәйҙә ҙур шау-шыу тыуҙырған “Матильда” фильмын килтерҙе. Православие кешеләренең дини тойғоһон кәмһетеү тип тә ҡабул ителгән был фильмды тыйыу кәрәклеге тураһында тәүҙә Чечня етәксеһе Рамзан Ҡадиров, уның артынса уҡ Дағстандың дин әһелдәре сығыш яһағайны. “Был хәлде, бер яҡтан, кемдәрҙер ижади азатлыҡты сикләү тип баһалаһа, икенсе яҡтан, ул мосолман һәм православие диндәре араһындағы татыулыҡты нығыта төштө”, – тине ғалим, йәғни ошо ваҡиға үҙе үк милли сәйәсәттең һәм диндәр араһындағы мөнәсәбәттең үтә ҡатмарлы булыуын һәм һаҡ эш итергә кәрәклеген раҫлап тора.
“Башҡортостан Республикаһы татарҙа­рының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Римма Үтәшеваның һәм башҡа күптәрҙең сығышы ла милләт-ара татыулыҡты һәм диндәрҙең үҙ-ара ихтирамлы һыйышып йәшәүен иғти­барҙан ситтә ҡалдырмау, Рәсәй Конс­титу­цияһының был тәңгәлдәге ҡағиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәү кәрәклегенә арнал­ғайны.
Конференция йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән резолюцияла был сарала ҡатнашыусыларҙың төбәктәге этник һәм конфессиональ хәлде тотороҡло тип таныуы тураһында әйтелә. Документ Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу һәм халыҡтарҙы этник-мәҙәни яҡтан үҫтереү буйынса Башҡортостанда комп­лекслы һәм маҡсатҡа ярашлы эш алып барылыуы тураһында белдерә. Республикала 14 тел өйрәнелә һәм алты телдә уҡытыу алып барыла, шулай уҡ алты телдә киң мәғлүмәт саралары нәшер ителә. Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивале, “Шәжәрә байрамы”, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, “Науруз” яҙ байрамы, башҡарыу оҫталығы буйынса төбәк-ара конкурстар һәм башҡа милли мәҙәни саралар даими үткәрелә.
Был халыҡ-ара сара Башҡортостандың дәүләт власы органдарына республика халыҡтарының телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса программаларҙы эшләүгә коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт­селек ойошмаларын йәлеп итергә, ә урындағы үҙидараға – милли йүнәлештәге йәмәғәтселек ойошмалары менән хеҙмәттәшлекте көсәйтергә тәҡдим итте.
Резолюцияла шулай уҡ Башҡортос­тандың милли-мәҙәни берекмәләренә йәштәр һәм ирекмәндәр менән бәйләнеште йәнләндереү, Башҡортостандың Фәндәр академияһына милләт-ара һәм дини мөнәсәбәттәр буйынса ғилми-тикшеренеү эше алып барыу, Рәсәй халыҡтары ас­самблеяһына ил Хөкүмәтенә милли сәйәсәт менән шөғөлләнергә тейешле министрлыҡ кимәлендәге башҡарма власть органы булдырыу хаҡында һорап мөрәжәғәт итеү кәрәклеге тураһындағы кәңәштәр яҙылған.