“2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты

3-10-2017, 00:12 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай “2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (артабан — закон проекты) буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында хәбәр итә.
Асыҡ тыңлауҙар 2017 йылдың 12 октяб­рендә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡо­ролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) йыйылыш рәүешендә уҙғарыла.
Закон проектының тексы Башҡортостан Республикаһының Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәттәр Интернет-порталында (www.npa.bashkortostan.ru) һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрен­дәге рәсми сайтында урынлаштырылған. Асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашырға, шулай уҡ сығыш яһарға теләгән граждандар 2017 йылдың 2 – 8 октябрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (төшкө тәнәфес сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем) (347) 218-31-50 телефоны йәки kbudget@bashkortostan.ru электрон почтаһы адресы буйынса алдан теркәлә.
Электрон почта аша теркәлгән осраҡта асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыуға ғариза ла ебәрелә. Телефон аша теркәлгәндә граждан үҙенең исем-шәрифен, тыуған көнөн, йәшәгән урыны, ойошма йәки йәмәғәт берекмәһе исеменән сығыш яһаған осраҡта ошо ойошманың адресын хәбәр итергә тейеш.
Асыҡ тыңлауҙа сығыш яһарға теләгән кеше сығышының темаһын хәбәр итә. Закон проекты буйынса дәлилле иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр 2017 йылдың 8 октябренә тиклем kbudget@bashkortostan.ru электрон почтаһы адресына ебәрелә ала.
Асыҡ тыңлауҙарға килгән граждандар сара үткәрелгән көндә — 2017 йылдың 12 ок­тяб­рендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 9 сәғәт 45 минутҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда теркәлә. Үҙегеҙ менән паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ алыуығыҙ һорала.

Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Рәйесе Константин ТОЛКАЧЕВ.



Заявка на участие в публичных слушаниях
по проекту Закона Республики Башкортостан «О бюджете Республики Башкортостан на 2018 год и на плановый период 2019 и 2020 годов»



Прошу зарегистрировать меня в качестве участника публичных слушаний по проекту Закона Республики Башкортостан «О бюджете Республики Башкортостан на 2018 год и на плановый период 2019 и 2020 годов» и сообщаю о себе следующие данные:

1) для физических лиц:
ФИО:
Дата рождения:
Адрес места жительства или фактического проживания:
Тема выступления (при желании заявителя выступить на публичных слушаниях):
Дата

2) для представителей организаций или общественных объединений:
ФИО:
Дата рождения:
Наименование организации или общественного объединения:
Адрес нахождения организации или общественного объединения:
Тема выступления (при желании заявителя выступить на публичных слушаниях):
Дата