Республика Башлығы Король менән осрашты

10-10-2017, 00:16 // Сәйәсәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Республика Башлығы Король менән осраштыМәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Сәғүд Ғәрәбстаны Короле Сәлмән Бен Әбдел Азиз Әл Сауд менән осрашты. Яҡтар үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәрҙе яйға һалыу мөмкинлеген тикшерҙе.


Королдең Мәскәүгә эш сәфәре ике яҡ өсөн дә ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға. Осрашыу тәүгә ойошторолһа ла бик эҙемтәле булды — һөҙөмтәлә 14 документҡа ҡул ҡуйылды, барлыҡ тармаҡтарҙа ла тиерлек хеҙмәттәшлек тураһында килешелде. Ҡунаҡ ашы — ҡара ҡаршы, Король Рәсәй Президенты Владимир Путиндың үҙен дә Эр-Риядҡа саҡырып ҡайтты.
Эшлекле осрашыу барышында Королдең Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуы ла ҙур мәртәбә булды.
Рөстәм Хәмитов Сәғүд Ғәрәбс­таны Короленә осрашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның әйте­үен­сә, Башҡортостан – Совет Рәсә­йенең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимовтың тыуған ере. Ул иһә әлеге Королдең атаһының яҡын дуҫы булған. Республикала ошо танылған дәүләт эшмәкәре, абруйлы шәхес тура­һын­дағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай­ҙар, ҙур форумдар, конференциялар, “Хәкимов уҡыуҙары” уҙғарыла. Төбәк етәксеһе Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Республика Башлығы, Башҡорт­ос­тан – Рәсәйҙең йылдам үҫеүсән төбәктәренең береһе, ул Короллек менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү йәһәтенән ҙур ҡеүәткә эйә, тип бил­дәләне. Иң перспективалы тар­маҡ­тарға нефть химияһы һәм нефть эш­кәртеү, машиналар эшләү, ауыл ху­жалығы инә. Төбәк илдә һыйыр мал­дары һаны, һөт һәм бал етеш­тереү буйынса алдынғылыҡты биләй.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Баш­ҡортостандағы халыҡтың яртыһы­нан күберәге ислам динен тота. Ике быуаттан ашыу Өфөлә Рәсәй мосол­мандарының Үҙәк диниә назараты эшләй. Республикала мәсеттәр әү­ҙем төҙөлә, дини байрамдар билдә­ләнә, йөҙәрләгән кеше хаж ҡыла. Республикала хәләл ризыҡ­тарҙың күпләп етештерелеүе лә ошоға бәйле. Башҡортостан уларҙы Сәғүд Ғәрәбстанына ла сығарырға әҙер.
Король Сәлмән Бен Әбдел Азиз Әл Сауд Рәсәй менән хеҙмәт­тәшлеккә ҙур өмөт бағлауы һәм ошо сәфәр барышында мосолман республикалары етәкселеге менән осрашыуға тәрән әһәмиәт биреүе хаҡында белдерҙе. Ул шулай уҡ конфессия-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ мәсьәләләренә етди иғтибар бирелгән төбәк Башлығы менән осрашыуға шат булыуын әйтте.
– Һәр кеше теге йәки был динде үҙаллы һайлай, шуға күрә бөтә конфессияларҙың татыу йәшәүе мөһим, – тине Король.
Ул исламдың тыныслыҡ яратыуын, дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарурлығын айырып билдәләне. Король әйтеүенсә, бөтә донъялағы мосолмандарҙың бурысы – ислам әләме аҫтында террор­сылыҡ идеологияһын таратыусы­ларға ҡаршы бергәләп көрәшеү. Ул мосолмандарҙың тормошонда туранан-тура ҡатнашҡан Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың фекерен хуплауы хаҡында әйтте. Сәғүд Ғәрәбстаны исламдың тыуған ере булғанға күрә Короллек мосолмандарға хаж һәм өмрә ҡылыу өсөн тейешле шарттар тәьмин итергә тырыша. Быйыл рәсәйҙәр өсөн хаж ҡылыуға квота сирек өлөштән ашыуға арттырылды.
Король Башҡортостандың бөтә өлкәләрҙәге уңыштарына ҡыуаныуы, Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй Федера­цияһы, шул иҫәптән төбәктәр кимә­лендәге мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә әҙер булыуы тураһында белдерҙе.