Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан” Башҡортостан менән осрашты
“Башҡортостан” Башҡортостан менән осрашты Үткән йомала Өфөләге Конгресс-холда “Башҡортостан” гәзите сыға башлауға 100 йыл тулыуҙы билдәләгән кисәне, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың милли мәҙәниәте тарихындағы күренекле ваҡиғаларҙың береһенә индерергә мөмкин. Сараға халыҡтың эркелеп килеүе, һуңлағандарҙың ҙур тамаша залында, балконда урын таба алмай йөрөүе үҙе үк шуны раҫлай.
Был аңлашыла ла: гәзит бер быуат дауамында республика халҡының ҡаҙаныштарын да, ауыр мәлдәрен дә көн һайын сағылдырып барған һәм рухи яҡтан баһалап бөткөһөҙ тарихи ҡомартҡыға әйләнгән. Шулай булһа ла, кисә маҡтаныу-шапы­рыныуға, уңыштарҙы барлауға түгел, ә 100 йыллыҡ тарихҡа бөгөнгө күҙ­лектән сығып баһа биреүгә, Совет власынан алда уҡ барлыҡҡа килгән был баҫма­ның илдәге төрлө дәһ­шәтле ва­ҡиғалар аша бөгөнгө көнгә лайыҡлы килеп етеүе менән ғорур­ланыу хисенә ҡоролғайны. Иҡтисади яҡтан ҡатмарлы хәҙерге заманда редакция коллективын борсоған мәсьә­ләләр ҙә юҡ түгел, ләкин журналистар үҙҙәрен башҡорт халҡының милли мәнфәғәтен яҡлаған ижади бейек­лектә тота белеүен һәм быға бер ниндәй ҙә проблеманың ҡамасаулай алмауын тиҫтәләрсә йыл буйы иҫбатлап килә бит. Кисәлә гәзиттең бүлек мөдирҙәре Илдар Аҡъюловтың Башҡорт­остан Республи­каһының Почет грамотаһына лайыҡ булыуы, Салауат Әбүзәровҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған мат­буғат һәм киң мәғлүмәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡ­таулы исем бирелеүе ижад ялҡынының һүрел­мәүен раҫлай.
“Любизар” хәрби-патриотик клубының, сәхнәгә сығып, гәзиттең директоры-баш мөхәр­рире Азамат Юлдашбаевҡа “Баш­ҡортостан” гәзите” тип яҙылған байраҡ тоттороуы һәм Азамат Рәмил улының башҡорт халҡының ошо төп баҫмаһын сығарыуҙа артабан да ҙур яуаплылыҡ тойоп һәм милләткә ҡарата ихтирам, хөрмәт һәм ғәҙеллек талаптарынан сығып эш итәсәге тураһында ант итеүе сараның кульминацион нөктәһенә әүерелде.
“Башҡортостан” Башҡортостан менән осраштыМатбуғат байрамында “Дарман” балалар бейеү ансамбле, Стәрле­тамаҡ бейеү театры коллективы, билдәле йырсылар Әлим Ҡәйүмов, Римма Амангилдина, Баязит Байназаров, Алһыу Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Салауат Мөхәмәтйәров, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәй­нетдинов һәм башҡа сәнғәт йон­доҙ­ҙары ҡатнашты. Фойела этно-йәр­минкә, китап сауҙаһы, гәзит-жур­налдарға яҙылыу ҙа ойош­торолғайны.


Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

(Тамашанан фотоларҙы “Башҡор­т­о­с­тан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль сел­тәрендәге төркөмөндә ҡарағыҙ: https://vk.com/gazetabashkortostan).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 29

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 29

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 20

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 85

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә?

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге...

Тотош уҡырға 54

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ”

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ” 12.09.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында үткән...

Тотош уҡырға 62

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты 11.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 52

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ 11.09.2018 // Сәйәсәт

Ошо дәүләттә йәшәгәс, йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булғас, сәйәсәттән ситләшеү, ул ғына...

Тотош уҡырға 37

Иглин ирекмәндәре — иң яҡшыһы!

Иглин ирекмәндәре — иң яҡшыһы! 10.09.2018 // Сәйәсәт

Туймазы ҡалаһында “Башҡортостан ирекмәне” тип аталған ҙур форум үтте. Республикабыҙҙың төрлө...

Тотош уҡырға 59

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты 10.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын...

Тотош уҡырға 81

Рѳстәм Хәмитов: «Һайлау ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа үтте»

Рѳстәм Хәмитов: «Һайлау ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа үтте» 10.09.2018 // Сәйәсәт

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, Рәсәй Хѳкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Берҙәм һайлау кѳнѳ...

Тотош уҡырға 81

Ҡайһы бер тѳбәктәрҙә һайлау яңынан булмаҡсы

Ҡайһы бер тѳбәктәрҙә һайлау яңынан булмаҡсы 10.09.2018 // Сәйәсәт

Берҙәм һайлау кѳнѳндә Рәсәйҙә тѳрлѳ кимәлдәге 4,5 меңдән ашыу һайлау һәм референдум үтте, шул...

Тотош уҡырға 90