Рөстәм ХӘМИТОВ: “Социаль йөкләмәләрҙең барыһы ла тулыһынса үтәлә”

30-11-2017, 11:38 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Социаль йөкләмәләрҙең барыһы ла тулыһынса үтәлә” Бөгөн, 30 ноябрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда төбәк етәксеһе Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендәге төп күрһәткестәрҙе әйтеп үтте.


— Бөгөн Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының тотороҡло иҡтисадҡа һәм баланслы бюджетҡа эйә булған ныҡлы, уңышлы субъекты. Һуңғы йылдарҙа республика күп кенә төп күрһәткестәр буйынса уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ баҫҡысты биләй, иң аҙ бурыслы, инвестиция хәүефе түбән булған төбәктәр төркөмөнә инә. Социаль йөкләмәләрҙең барыһы ла тулыһынса үтәлә, тулайым төбәк продукты, сәнәғәт, ауыл хужалығы йыл һайын уңышлылар иҫәбендә, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы әйтеүенсә, тулайым төбәк продукты 2010 йыл менән сағыштырғанда 20 процент самаһына, сәнәғәт, торлаҡ төҙөлөшө һәм инвестициялар — өстән бер өлөшкә, аграр сектор — 1,5 тапҡырға, автомобиль юлдары һалыу ике тапҡырға артҡан.
— Ыңғай үҙгәрештәр быйыл да дауам итте, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ун ай эсендә сәнәғәт етештереүе индексы 102,3 процент тәшкил итте, йыйылма бюджет килеме 160 миллиард һумға етте, табышҡа һалым буйынса керемдәр 14 проценттан ашыуға, йәғни 40 миллиард һумға тиклем артты. Ваҡ сауҙа әйләнеше 2 процентҡа үҫте, уртаса эш хаҡы 6,3 процентҡа — 29,3 мең һумға тиклем — артты. Халыҡтың миграция үҫеше күҙәтелә, күп кенә ауырыуҙар буйынса үлем кимәле түбәнәйҙе. Көтөлгән ғүмер оҙайлылығы тәүге тапҡыр 71 йәштән артып китте.