Бүлешкәндән белем арта ғына

7-12-2017, 09:58 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Кисә Өфөлә Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттарының закон сығарыу (вәкәләтле) органдары ассоциацияһының LII ултырышы булып үтте. Уның эшендә Ассоциацияның координаторы Валерий Лидин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Рәйесе Константин Толкачев, округтың барлыҡ төбәктәренең парламенттары вәкилдәре: ҡатнашты.
Ултырыш ике мәсьәләне тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы: “2016-2017 йылдарға Коррупцияға ҡаршы эш буйынса Милли пландың үтәлеш һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә дәүләт коррупцияға ҡаршы көрөште норматив-хоҡуҡи яҡтан көйләүҙе камиллаштырыу тураһында”, “Халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙе дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү үҫтереү (Башҡортостан Республикаһы миҫалында)”. Уларҙың тәүгеһе буйынса Валери! Лидин, икенсеһе менән Константин Толкачев сығыш яһанылар.
Сара алдынан рәсми делегациялар Өфөнөң ҡайһы бер социаль һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарын ҡараны, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың геральдика залы һәм музейы менән танышты, Өфөнөң иҫтәлекле урындарын, Конгресс-холда халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә арналған күргәҙмәне ҡараны. Шулай уҡ Константин Толкачевтың Валерий Лидин менән эшлекле осрашыуы булып үтте.