Урындағы вазифаларҙы намыҫлы кешеләр биләһен

12-12-2017, 00:09 // Сәйәсәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Урындағы вазифаларҙы намыҫлы кешеләр биләһенҮткән аҙна аҙағында Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич булып китте. Ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты.


Сараға округтың барлыҡ төбәктәренең парламенттары вәкилдәре лә килгәйне. Ултырыш ике мәсьәләне тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы: “2016-2017 йылдарға Коррупцияға ҡаршы эш буйынса Милли пландың үтәлеш һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә коррупцияға ҡаршы көрәште норматив-хоҡуҡи яҡтан көйләүҙе камиллаштырыу тураһында”, “Халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙе дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеп үҫтереү (Башҡортостан Республикаһы миҫалында)”.
Ултырышты асып, Михаил Бабич Ассоциация­ның берлектәге эшмәкәрлеге осоронда байтаҡ стратегик мәсьәләләрҙең хәл ителеүен билдәләне. Улар иҫәбендә Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау вәкиллеге институтының ҡануни нигеҙҙәрен булдырыу, миграция сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса федераль кимәлдәге тәҡдимдәр һәм башҡалар бар. Урындағы үҙидара органдарына ҡарата контроль-күҙәтеү сараларының кәметелеүе лә ошо дөйөм эштең һөҙөмтәһе булып тора. Ассоциация һәм тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе – дәүләт идараһындағы коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре. Михаил Бабич элек енәйәт ҡылған граждандарҙың муниципаль вазифаларҙы биләүенә мөмкинлек бирмәгән ҡануни саралар күрергә кәрәклеген дә билдәләне.
– Федераль һәм субъекттар кимәлендә был мәсьәлә ҡануни яҡтан көйләнгән, ә муниципаль органдарға ҡарата һаман хәл ителмәгән әле, – тине Тулы хоҡуҡлы вәкил.
Эш сәфәре сиктәрендә Михаил Бабич менән Рөстәм Хәмитов “Фармстандарт-Өфөвита” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Мәктәптә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә ҡағылып, Михаил Бабич ошо көндәрҙә методик тәҡдимдәргә ҡул ҡуйылыуын һәм илдең барлыҡ төбәктәренә ебәрелеүен белдерҙе. Унда дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу (уға башҡорт теле лә инә) буйынса уҡыу пландары тураһында әйтелгән.
– Ата-әсәләрҙең ризалығы менән программаның вариатив өлөшөндә (ул мәғариф мөнәсәбәттәрендә ҡатнашҡандар төҙөгән программаның бер өлөшө) аҙнаһына ике сәғәткә тиклем республиканың дәүләт телен өйрәнергә хоҡуҡ һәм мөмкинлек бар. Ошо методологик документ барлыҡ белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн нигеҙ булып тора. Норматив көйләү йәһәтенән был мәсьәлә хәл ителде, тип иҫәпләйбеҙ. Хәҙер эш ошо бурысты нисек атҡарыуыбыҙға ҡайтып ҡала, — тине Михаил Бабич 16-сы гимназияла үткән “түңәрәк өҫтәл”дә.