Ил башлығы журналистар менән осрашты

15-12-2017, 00:09 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Кисә дәүләт башлығы һәр йылдағыса, Рәсәй һәм сит ил журналистары менән осрашып, ҙур матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Был — Владимир Путиндың иҫәп буйынса 13-сө матбуғат конференцияһы. Рәсәй етәксеһе тәүге тапҡыр журналистарҙың һорауҙарына дәүләт башлығы вазифаһына кандидат сифатында яуап бирҙе. Һайлау алды йылында төп сәйәси ваҡиғаларҙың береһен яҡтыртыу өсөн бик күп киң мәғлүмәт сараһы вәкиле — 1640 кеше аккредитация үтте. Улар араһында федераль һәм төбәк баҫмалары хәбәрселәре, шулай уҡ АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Япония, Словения, Ҡытай, Греция һәм башҡа илдәр журналистары бар ине.
Ҙур матбуғат конференциялары форматы Владимир Путин тарафынан 2001 йылда ғәмәлгә индерелгәйне. Шул осорҙан алып саралар йыл һайын тиерлек уҙғарыла. 2005 йылда һәм 2008 йылдың майынан 2012 йылдың майына тиклем генә өҙөклөк булды. Ул саҡта илдәге юғары вазифаны Дмитрий Медведев биләгәйне. 2008 йылдың ҡышында Владимир Путин вазифаһынан китеүсе Президент булараҡ матбуғат конференцияһы ойошторғайны. 2012 йылда дәүләт башлығы вазифаһына ҡайтҡандан һуң бындай саралар яңынан үткәрелә башланы.
Рәсәй Президентының ҙур матбуғат конференцияһы тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте алдағы һандарҙың береһендә уҡығыҙ.