Ҡануниәттәге яңылыҡтар

19-12-2017, 00:02 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
l “Башҡортостан Республикаһы тер­риторияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында”ғы Закондың 4-се статья­һына үҙгәреш индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы­ның 2-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан оло йәштәге, яңғыҙ йәшәгән, эшләмәгән торлаҡ биналары милекселәренә, шулай уҡ пенсия йәшендәге эшләмәгән граждан­дарҙан ғына торған ғаилә составында йәшәгән торлаҡ биналары милекселәренә, әгәр улар 70 йәшкә етһә — 50 процент, 80 йәшкә етһә 100 процент күләмендәге компенсация биреү ваҡытын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тәҡдим ителә.

l “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында” Закондың 21-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан 21-се статьяны түбән­дәге положение менән тулыландырыу тәҡдим ителә. Бынан ары капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу (технологик тоташтырыу) тәрти­бен көйләгән ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы газ бүлеү һәм газ ҡулланыу селтәрҙәрен төҙөгәндә һәм (йәки) реконструкциялағанда төҙөлөшкә рөхсәт биреү талап ителмәй (төҙөү һәм реконструкциялау Рәсәй бюджет аҡсаһы иҫәбенә финансланған объект­тарҙан тыш).

l “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһын­да” Закондың 2-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан инвалид һайлаусыларҙың, референдумда ҡатнашыусыларҙың һайлау хоҡуҡтарын, референдумда ҡатнашыу хоҡуғын тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлектә һайлау комиссияларына, референдум комиссияларына булышлыҡ итеү хоҡуғын инвалидтарҙы социаль яҡлау һәм уларға социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендәге республика дәүләт власы органдарына биреү тәҡдим ителә.

l “Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тура­һында” кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты бәлиғ бул­мағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияларҙың ҡарар­ҙарын һәм күрһәтмәләрен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ индереүҙе күҙҙә тота.

l “Һалымдар хаҡындағы Башҡорт­ос­тан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһын­да”ғы закон проекты тарафынан республика Хөкүмәте менән дәүләт-шәхси парт­нер­лыҡ килешеүен йәки концессия киле­шеүен төҙөгән һалым түләүселәр өсөн ойошмалар милкенә һалым буйынса ташлама билдәләү күҙҙә тотола. Ташламаның ғәмәли срогы килешеү ваҡыты менән сикләнә. Шулай уҡ һалым ташламалары күләмен билдәләгәндә капитал һалыуҙарҙы раҫлау срогын өс йылдан биш йылға тиклемгә арттырыу тәҡдим ителә.

l “Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тура­һында” кодексының 8.5-се статья­һына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан ошо статьяла билдә­ләнгән хоҡуҡ боҙоу составын аныҡлау тәҡ­дим ителә. Үҙгәрештәргә ярашлы, тотҡар­ланған, махсуслаштырылған туҡталҡаға алып барылған транспорт сараларын иҫәпкә алыу талаптарын, шулай уҡ махсуслаш­тырылған туҡталҡалар хаҡында һәм махсуслаштырылған туҡталҡаларға алып барылған һәм уларҙа һаҡланған транспорт саралары тураһында мәғлүмәт биреү тәртибен боҙған өсөн яуаплылыҡ билдә­ләнә. Шулай уҡ ошо Кодекстың 27.13-сө статьяһының 9-сы өлөшөндә билдәләнгән айырым осраҡтарҙы күҙҙә тотоу тәҡдим ителә. Закон проекты шулай уҡ транспорт өлкәһендә республика дәүләт власының вәкәләтле башҡарма органы тарафынан билдәләнгән тотҡарланған транспорт сараларын алып барыуға һәм һаҡлауға киткән сығымдарҙы түләү срогын боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләй.

l “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөү эшмәкәрлеген көйләү тура­һында”ғы законға үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты тарафынан “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөү эшмәкәрлеген көйләү тураһында” Закондың 5-се һәм 12-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тәҡдим ителә. Үҙгәреш­тәр урман ҡасабаларынан йәки хәрби ҡаласыҡтарҙан барлыҡҡа килтерелгән ауыл һәм ҡала сиктәрен билдәләү өсөн, шулай уҡ күсемһеҙ милек объекттары урынлашҡан ер майҙандары сиктәрен аныҡлау өсөн талаптар билдәләү, ошо сиктәрҙе билдәләү өсөн ойошторолған комиссияның вәкә­ләттәрендә һәм составында үҙгәрештәр индерелде.

l “Башҡортостан Республикаһы би­лә­мәһендә хеҙмәт баҙарының төбәк үҙенсәлектәрен сағылдырған коэффициентты билдәләү тураһында”ғы Закон­дың 1-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” закон проекты хеҙмәт эшмә­кәрлектәрен Рәсәй Федерацияһында патент нигеҙендә тормошҡа ашырған сит ил граждандары килемдәренә һалым һалыуҙы хоҡуҡи көйләү буйынса Башҡортостан Республикаһының вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Закон проекты тарафынан хеҙмәт баҙарының төбәк үҙенсә­лектәрен сағылдырған коэффициентты 2018 йылға 1,729 933 күләмендә билдәләү тәҡдим ителә. Был осраҡта граждандарҙың килеменә һалынған аванс түләүе 3 500 һум тәшкил итәсәк.