Асыҡ һорауҙар. Аныҡ яуаптар

19-12-2017, 00:09 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Асыҡ һорауҙар. Аныҡ яуаптарҮткән аҙнала ил Президенты Владимир Путин ун өсөнсө тапҡыр Рәсәй һәм донъя журналистары менән осрашты. Сираттағы матбуғат конференцияһы айырыуса иғтибар үҙәгендә булды — ни тиһәң дә, Рәсәй лидеры хәбәрселәрҙең һорауҙарына дәүләт башлығы вазифаһына кандидат булараҡ тәүгә яуап бирә. Шуға һорауҙарҙың күпселеге илдең сәйәси, социаль торошона, иҡтисади хәүефһеҙлегенә, Президент һайлауына, сит илдәр менән мөнәсәбәттәргә, Сүриәләге, Украиналағы ваҡиғаларға ҡағылды. Матбуғат конференцияһы дүрт сәғәт тирәһе дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә ил етәксеһе 65 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Барлығы 1640 журналист аккредитация үткән ине. Улар араһында — Рәсәйҙең федераль һәм төбәк баҫмалары хәбәрселәре, шулай уҡ Америка, Бөйөк Британия, Германия, Япония, Словения, Ҡытай, Греция һәм башҡа ил вәкилдәре. Сарала Башҡортостандан да делегация ҡатнашты.

“Һеҙ ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ?”

Элекке матбуғат конференцияларынан айырмалы рәүештә тәүге һорау иҡ­тисадҡа ла, илдәге теге йәки был сә­йә­си, социаль хәл-ваҡиғаларға ла түгел, Президент һайлауына ҡағылды. “Һеҙ ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ? Маҡсаты­ғыҙ ниндәй, Рәсәй өсөн ниндәй эштәр атҡарырға теләйһегеҙ һәм мөҙ­ҙәтегеҙ аҙағында уны ниндәй итеп күрә­һегеҙ?” тигән тәүге һорауға дәүләт баш­лығы былай тип яуапланы: “Белә­һегеҙме, Рәсәйҙе ниндәй итеп күрергә теләүем хаҡында төрлө сара­лар­ҙа, әңгәмәләрҙә күп һөйләнем. Тағы бер тапҡыр әйтәм: ул киләсәккә ынты­лыр­ға, заманса, сәйәси һығылмалы бу­лырға, юғары иҡтисади технологиялар­ға нигеҙләнеп төҙөлөргә, хеҙмәт етеш­те­реү­сәнлеге күп тапҡырға артырға тейеш.
Әлегә мин һайлау алды программа­һы хаҡында һөйләргә теләмәҫ инем. Программам бар. Ҡабатлап әйтәм: әле уның менән таныштыра торған формат түгел. Ләкин властың да, йәмғиәттең дә иғти­бары тупланырға тейешле мө­һим мәсьә­ләләрҙе һанап үтәм. Атап әйт­кән­дә, улар – инфраструктураны, һау­лыҡ һаҡ­лауҙы, мәғарифты үҫтереү, юғары технологиялар, хеҙмәт етеште­реү­сәнлеген арттырыу. Быларҙың ба­рыһы ла, һис шикһеҙ, халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелергә тейеш”.

Туған телдәр йәшәйәсәк!

“Милли мәсьәлә өлкәһендә бер нин­дәй киҫкенлек юҡ”, — тип белдерҙе Рә­сәй Президенты ҙур матбуғат кон­ферен­цияһында мәктәптәрҙә милли телдәрҙе өйрәнеү буйынса һорауға яуап биреп.
“Маҡсатыбыҙ – бөтә балаларға ла, Рәсәй Федерацияһының ниндәй билә­мә­­һендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, киләсәк тормошо өсөн бер тигеҙ шарттар булдырыу, — тип билдәләне дәүләт баш­лы­ғы. — Кешеләрҙең милли телдәрҙе бе­леүе бик мөһим тип уйлайым. Ха­лыҡты татар, мари, чечен, яҡут, башҡа туған телдәр өйрәнеү мөмкин­леге менән тәьмин итергә кәрәк. Хоҙайға шөкөр, бын­дай телдәр беҙҙә байтаҡ. Мәҙәни һәм тел төрлөлөгө – был беҙҙең ғорур­лығыбыҙ һәм байлығыбыҙ. Уға, бер һүҙһеҙ, булышлыҡ итергә кәрәк”.

Өфөнән һорау

Владимир Путинға Өфө журналисы, “Йәмәғәт электрон гәзите” вәкиле Станислав Шахов та һорау бирҙе. Яҡташы­быҙҙың һорауы илдә һалым реформа­һы уҙғарыуға ҡағылды. Уның әйтеүен­сә, йыйылған һалым иғәнәһе күләменең күп өлөшө төбәктәрҙә ҡалдырылған хәлдә, уларҙың үҫеше өсөн яңы мөм­кин­­лектәр асылыр ине. Әлегә төбәктәр Мәс­кәүҙән субсидиялар һорарға мәж­бүр, тине журналист.  
“Үткән аҙнала ғына ошо мәсьәләгә кире ҡайттыҡ. Төбәктәрҙең бурысын реструктуризациялау буйынса ҡарар ҡабул иттек.
Беҙ, кешеләр ҡайһы төбәктә генә көн итмәһен, улар яҡынса бер кимәлдә йәшәргә тейеш тигән принциптан сығып эш итәбеҙ. Был — бик ҡатмарлы ғәмәл, әлбиттә. Субъекттар төрлөсә үҫешкән. Шуға күрә бюджеттарҙы тигеҙләү менән шөғөлләнергә мәжбүрбеҙ. Һөҙөмтәлә тиҫтә йылдар буйына ҙур ресурстар һалынған төбәктәр үҙаллы түгел. Донор төбәктәрҙән (әле уларҙың һаны 12) Рәсәйҙең башҡа субъекттарына аҡсаны ҡабаттан бүлеү ғәҙел. Беҙ быны һаҡ ҡына, донор төбәктәрҙең үҙ иҡтисадын артабан үҫтереү теләген бөтөрөргә тырышмайынса ғына эшләйбеҙ.
Реструктуризациялауға килгәндә, әйтеп үткәнемсә, илдәге барлыҡ төбәк­тәр­ҙең дә тиерлек ете йылға кредит бурысы шарттарын үҙгәртергә хәл ителде. Был төбәктәргә 430 миллиард һум күлә­мендә аҡса алырға мөмкинлек бирә. Улар финанс йәһәтенән һауыҡ­тырыуға һәм социаль, иҡтисади үҫешкә йүнәлте­лергә тейеш. Коммерция банктарында Рәсәй төбәктәренә юғары процент менән кредит биреүҙе туҡтатырға кәрәк. Нимә күрәбеҙ? Дәүләттән түбән ставка менән кредит алыу мөмкинлеге лә бар бит. Юҡ, улай эшләмәйҙәр. Ни өсөн? Властар һәм коммерция банктары араһында килешеү бар. Коммерция банкы билдәле бер параметрҙар буйынса эшҡыуарлыҡ структураларына аҡса бирмәй. Төбәктәр­гә иһә ҡуш ҡул­лап. Ни өсөн? Сөнки дәү­ләт­тең уларҙы тәьмин итерен белә. Аҡсаны еңел генә алалар, ә эҙемтәләре тураһында бөтөнләй уйланмайҙар. Сикләү инде­рергә кәрәк. Минең бер кем менән дә ошо хаҡта һөйләшкәнем юҡ ине. Беҙ быны эшләргә тейеш, тип уйлайым”, – тине Владимир Владимирович.
Ғөмүмән, матбуғат конференцияһы эшлекле шарттарҙа үтте. Асыҡ һорау­ҙар, аныҡ яуаптар яңғыраны...



Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Дәүләт башлығының үтеп барған йыл йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыуы Рәсәйҙең генә түгел, шулай уҡ бөтә донъяның киң йәмәғәт­селегендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Владимир Путин, киң мәғлүмәт вәкилдәрен “беҙҙекенә” һәм “һеҙҙекенә” айырмайынса, мөмкин тиклем асыҡ аралашты, уларҙың һорауҙарына тулы яуап бирҙе. Осрашыуҙа илебеҙ журналистарының ғына түгел, шул иҫәптән оппозиция һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең дә һорауҙары буйынса күп кенә көнүҙәк мәсьәләләр яңғыраны.