Күҙәт, тик самаһын белеп

22-12-2017, 00:05 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышы республикала федераль һәм төбәк башҡарма власть органдарының ауыл хужалығы, аҙыҡ эшкәртеү предприятиелары һәм ҡулланыу баҙарындағы контроль-күҙәтеү эшен синхронлаштырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыуҙа республика Башлығы ҡарамағындағы эш төркөмөнөң сығышын тыңлауға арналды.


– Хәтерегеҙгә төшөрәм: контроль-күҙәтеү эше – ил етәкселеге билдәләгән стратегик йүнәлештәрҙең береһе, – тине ултырыштағы инеш һүҙендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Был программаның төп маҡсаты эшҡыуарлыҡҡа баҫымды кәметеүгә ҡайтып ҡала. Ошо эшмәкәрлектә яза биреү моделенән төҙәтеү, ярҙамлашыу ысулына ҡайтырға тейешбеҙ. Беҙҙең күҙәтеү органдарының эшен отчеттар күләменә, тикшереүҙәр һанына, түләтелгән штраф суммаһына түгел, ә граждандарҙың хәүефһеҙлеге күрһәткестәренә ҡарап баһалау талап ителә. Тикшереүҙең таҙалығы ла ошо хәүефһеҙлеккә зыян килтермәү менән тығыҙ бәйләнештә булһын. Күпселек бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары түбән хәүеф кимәленә ҡарай һәм халыҡтың һаулығына ла, мөлкәтенә лә бер ниндәй ҙә зыян килтерерлек түгел. Ләкин контроль-күҙәтеү органдары үҙ эшендә был хәлде йыш ҡына күҙ уңынан ысҡындыра.
Төбәктәге контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенә реформа үткәреү һөҙөмтәһе тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һөйләне. Уның әйтеүенсә, республикала контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге 22 йүнә­леш буйынса башҡарыла һәм был шөғөлдә 13 дәүләт власы органы ҡатнаша.
– Контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенә реформаның төп маҡсаттары 87 процентҡа үтәлде, был йүнәлештә ҡағиҙәләр бөтәһе өсөн дә асыҡ, улар ошо 13 ойош­маның һәр береһенең сайтында урынлаштырылған. Ләкин уны тулыһынса тормошҡа ашырырға ҡайһы бер федераль министрлыҡтарҙың үҙ бурысын атҡарыуҙы һуҙыуы ҡамасаулай, – тине Илшат Азамат улы. – Нигеҙҙә, ветеринария һәм торлаҡ тармаҡтарына контроль тейешенсә ҡарашты талап итә.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов менән Башҡортос­танда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллиндың сығыштары ла ошо уҡ өлкәләге реформаға баһа биреүгә арналғайны. Әлеге пилот проектын тормошҡа ашырыу концепцияһы тураһындағы тәҡдимдәр менән “Россельхознадзор”ҙың беҙҙең республика буйынса идаралығы етәксеһе Юрий Петров, Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степанов сығыш яһаны.