Һайлау барышы – онлайн тәртибендә

26-12-2017, 00:08 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Һайлау барышы – онлайн тәртибендә“Рәсәй” медиа үҙәгендә Президент һайлауына әҙерлек сиктәрендә матбуғат конференцияһы үтте. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов, комиссия секретары Марина Долматова яуап бирҙе.

Республика биләмәһендәге һайлауҙы 69 территориаль һайлау участкаһы тәьмин итәсәк, тауыш биреү өсөн 3435 һайлау участкаһы, шулай уҡ халыҡтың ваҡытлыса килеү урындарында 37 участка ойоштороласаҡ.
Президент һайлауында тауыштарҙы иҫәпләүҙә заманса ҡорамалдар ҡулла­ны­ласаҡ. 181 һайлау участка­һында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (“КОИБ-2010”) ҡуйылһа, Өфөлә иһә уның камиллаштырылған алмашы – “КОИБ-2017” урынлашты­ры­ласаҡ. Һуңынан был комплекстар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлағанда ла ҡулланыласаҡ. Мартта үтәсәк һайлау шуныһы менән дә үҙенсәлекле: тәүге тапҡыр машина уҡый алған кодлы протоколдар файҙала­ныласаҡ.
Әлеге ваҡытта 1 июлгә ҡарата һай­лау­сылар исемлегендә 3 068 066 кеше иҫәп­ләнһә, уларҙың 52 меңе тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Әйткәндәй, исемлек өҫтөндә эшләү дауам итә һәм бер аҙ үҙгәрештәр буласаҡ, ти белгестәр.
Ил яҙмышын хәл иткән сарала халыҡ әүҙем ҡатнашһын өсөн, ойоштороусылар агитацияға ҙур иғтибар бирмәксе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселәре, һайлау асыҡ һәм ғәҙел үтеүен тәьмин итеү өсөн бөтә саралар ҙа күреләсәк, тип белдерҙе. Ошо маҡсатта һайлау барышын онлайн тәртибендә күҙәтеп барыу мөмкинлеге булдырылған.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 23 кеше Президентлыҡҡа кандидат булып теркәлеү теләген белдергән.