Асыла тарих биттәре

27-12-2017, 00:07 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Асыла тарих биттәреМәскәүҙәге Дон зыяратында сәйәси золом ҡорбаны булған башҡорт зыялыларының 14 вәкиленә мемориаль таҡтаташ асылды. 1-се дөйөм ҡәбергә ХХ быуат башында Башҡортостан Республикаһын һәм Совет Рәсәйен аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән дәүләт, хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ерләнгән.


Дон зыяратындағы был таҡтаташ — 1937 йылғы золом ҡорбандарына ҡуйыл­ған төп һәйкәлдәрҙең береһе. Илебеҙ өсөн шул дәһшәтле осорҙа атыуға хөкөм ителгән СССР-ҙың сәйәси һәм хәрби элитаһы тап ошонда, бордюр менән уратып алынған ҙур булмаған биләмәлә мәңгелек төйәк тапҡан. Гранит плитәлә – “Бында ғәйепһеҙҙән ғазаплап һәм атып үлтерелгән 1930 – 1942 йылғы сәйәси золом ҡорбандары ерләнгән. Улар мәңге хәтерҙә!” тигән яҙма һәм һәләк булған­дарҙың исем-шәрифе яҙылған алтаҡта­лар. Граждандар һуғышы осорондағы аҡтар хәрәкәте вәкилдәренең (Г. Семенов), Ҡыҙыл Армия полково­децтарының (маршал Тухачевский, маршал Блюхер һ.б.), бик күп партия һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, инженерҙар, ғалимдар (Еңеү ҡоралына әүерелгән “Катюша” реактив минометын эшләгән Георгий Лангемак һәм Иван Клейменов), мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең (яҙыусы Исаак Бабель, режиссер Всеволод Мейерхольд), СССР-ҙағы милли республикалар һәм өлкәләр етәкселәренең исемдәре бар бында.
Дон зыяратындағы 1-се дөйөм ҡәбер һис ҡасан да килешә алмаҫлыҡ дошман­дарҙы, ҡорбандарҙы һәм йәлләттәрҙе бергә туплаған. Атыу хөкөмөн башҡарған командалар, тәфтишселәр һәм сәйәси золомдо тормошҡа ашырған башҡа кешеләр күп тә үтмәй үҙҙәренең ҡорбан­дары артынан шул уҡ зыяратта мәңгелек йортон тапҡан.
Архив мәғлүмәттәре буйынса респуб­ликабыҙ тарихы менән туранан-тура бәйле булған һәм Дон зыяратындағы дөйөм ҡәбергә ерләнгән 14 кешенең исем-шәрифен билдәләнек. Тиҫтә йыл элек танылған Өфө эшҡыуары Рәсимә Әзһәр ҡыҙы Мусинаның (“Пышка” компаниялар селтәре хужаһы) башланғысы буйынса ҡәберҙә — Муса Мортазиндың, М. Халиҡовтың мираҫын өйрәнеү фонды тырышлығы менән Муллайән Халиҡовтың исеме яҙылған алтаҡталар ҡуйылғайны.
Ғөмүмән, 1937 йылдан атай-олатай­ҙарыбыҙҙың ҡәберенә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт яҙылманы, доға ҡылынманы. Зыяратҡа М. Мортазин менән М. Халиҡов­ты ғына иҫкә алырға килделәр.
1917 йылдан башлап Башҡортостан хөкүмәте рәйестәре — Сәләхетдин Атнағолов, Харис Йомағолов, Әхмәт Биишев, Муллайән Халиҡов. Республика парламенты (БашЦИК) рәйестәре — Хафиз Ҡушаев, Муса Мортазин, Афзал Таһиров. Министрҙар — мәғариф наркомы Һиҙиәт Сәғәҙиев, финанс наркомы Яхъя Сәлихов, социаль тәьминәт наркомы Ғабдулла Ибраһимов.
Яҙыусы Афзал Таһиров Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәүге рәйесе була. Тағы ла бер яҙыусы Ғабдулла Ибраһи­мов­тың уникаль “Башҡорттар Петроградты һаҡлағанда” хеҙмәте иҫке төрки те­лендә генә нәшер ителә. Архивтарҙа Насибулла Бикбаевтың 1917—1921 йылдар­ҙа Башҡортостандағы ваҡиғалар хаҡында баҫылып сыҡмаған ҡыҙыҡлы хәтирәләре һаҡлана.
Шәрифә Тимерғәлина тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәктер. Ҡыҙ 28 йәшендә ВЛКСМ Үҙәк комитеты секретары, СССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм “Детиздат” Бөтә Союз нәшриәтенең милли әҙәбиәт секторы мөхәррире була.
Был шәхестәрҙең биографияларын өйрәнгәндән һуң, уларҙың үҙ ғүмерен Башҡортостанға, Рәсәйҙә хеҙмәт итеүгә, күп милләтле дәүләтебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға арнауын асыҡ күрәбеҙ. Әммә бик күп замандаштары кеүек үк илдең фажиғәле яҙмышын уртаҡлашҡандар.
Тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен танытыу маҡсатында 37-се йылдың фажиғәле ваҡиғаларына 80 йыл тулған һәм Башҡортостандың 100 йыллығы осоронда Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ошо шәхестәр­ҙең иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйырға ҡарар итте. Уның дизайны Хәйбулла районында тыуып үҫкән йәш Мәскәү архитекторы Лилиә Әбделмәнова тарафынан эшләнде. Гранит плитәлә был кешеләрҙең исем-шәрифе уйып яҙылды. Исемлек ҡурай тажын хәтерләтә.
Мемориаль таҡтаташ асыу тантана­һында Мәскәүҙәге Башҡортостан студенттары, республикабыҙҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ағзалары Олег Маликов менән Марат Мирхәйҙәров, шулай уҡ Федерация Советы ағзаһы Рафаэль Зинуров ҡатнаш­ты. Тантанала ҡатнашыусылар бер минутҡа тын ҡалып ҡорбандарҙы иҫкә алды, доға ҡылды.