Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге ултырыш, тәүге бурыстар
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының 2018 йылда тәүге ултырышы булды. Уны Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов үткәрҙе. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләр — Яңы йыл байрамы осоронда йәмәғәт именлеге һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың эше. Улар буйынса Премьер-министр урынбаҫарҙары Марат Мәһәҙиев менән Николай Хорошилов сығыш яһаны.

— Былтыр республикала 4085 янғын булған. Был күрһәткес элгәре йыл менән сағыштырғанда 1,5 процентҡа кәмерәк, — тине Марат Мәһәҙиев. — Һәләк булғандар һаны ла түбәнәйгән. Яңы йыл байрамы осоронда, 2017 йылдың 22 декабренән 2018 йылдың 10 ғинуарына тиклем, республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттәр әҙерлеге юғары кимәлдә буласаҡ. 30 декабрҙән 2 ғинуарға тиклем Башҡортостанда 70 янғын сыҡҡан, дүрт кеше һәләк булған (былтыр 17 кеше). Республика юлдарында 28 юл һәләкәтендә биш кеше һәләк булған, 30-ы имгәнгән.
Хөкүмәт Премьер-министры йәмәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.
— Ял дауам итә, ошо арала көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Беҙҙең дөйөм бурыс — янғынға юл ҡуймау. Иҫкәртеү сараларын да көсәйтеү шарт!
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары юғары әҙерлек тәртибендә эшләй. Авария була ҡалһа, 500-ҙән ашыу бригада йәлеп ителәсәк, резервтағы 297 электр сығанағы, 44 мең тонна яғыулыҡ әҙерләнгән.
Ҡар таҙартыу техникаһы ла тулыһынса әҙер. Өфөлә генә – 410, бөтә республика буйынса 845 берәмек техника юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға сығырға әҙер. Ошо арала Өфөлә эшләү өсөн 49 техника һатып алыу күҙаллана.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов әйтеүенсә, тармаҡ штат тәртибендә эшләй. Ни бары өс ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелгән: 30 декабрҙә Өфөнөң Орджоникидзе районында һыу тәьминәтендә бер сәғәткә өҙөклөк булған, 31 декабрҙә Бөрйән районындағы – 15 йортта, 1 ғин­уарҙа иһә Саҡмағош районында 36 йортта ут һүнгән.
Премьер-министр Президиум ағзаларын Яңы йыл алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәғәйенләгән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары менән таныштырҙы. Андрей Трухан бер үк ваҡытта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе буласаҡ. Ошоға бәйле Хөкүмәт ағзалары араһындағы бурыстар бүленешенә үҙгәреш индерелде. Николай Хорошилов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен көйләйәсәк, Андрей Трухан иһә төҙөлөш, архитектура, ҡала төҙөлөшө, транспорт, юл хужалығы һәм металл булмаған продукция етештереү мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк. Яңы вице-премьерға шулай уҡ Башҡортостан милкенә тапшырылған Ҡырымдағы “Юбилей” балалар шифаханаһын реконструкциялау бурысы ла йөкмәтелде.
Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына етәкселек итеүҙе Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновҡа ҡайтарырға ҡушты.

А. ХӘЛИЛОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт 22.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән...

Тотош уҡырға 20

“Алда мөһим бурыстар тора”

“Алда мөһим бурыстар тора” 22.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән...

Тотош уҡырға 22

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Депутаттар таныҡлыҡ алды 22.09.2018 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 21

Уңыш башы – ышаныс

Уңыш башы – ышаныс 21.09.2018 // Сәйәсәт

Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй 18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре...

Тотош уҡырға 28

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 34

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 35

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 27

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 94

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә?

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге...

Тотош уҡырға 64

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ”

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ” 12.09.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында үткән...

Тотош уҡырға 66

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты 11.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 54

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ 11.09.2018 // Сәйәсәт

Ошо дәүләттә йәшәгәс, йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булғас, сәйәсәттән ситләшеү, ул ғына...

Тотош уҡырға 40