Борма-борма, соҡор-саҡырлы юлдың аҙағы күренмәй

24-01-2018, 00:03 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Борма-борма, соҡор-саҡырлы юлдың аҙағы күренмәйҺис тынғылыҡ белмәҫ, берсә утҡа инә, берсә һыуға төшә торған донъяла йәшәргә насип булғас, яҙмышҡа үпкәләүҙән дә файҙа юҡтыр. Көн генә түгел, һәр сәғәт, һәр минут Ер йөҙөндәге йәшәү менән һәләкәт яу алып барған фронттан хәбәрҙәрҙе килтереп кенә тора. Хәбәрҙәрҙең һөйөнөслөһөнән көйөнөслөһө күберәк. Беҙ йәшерәк саҡта ике социаль ҡоролош, ике идеология, ике төрлө иҡтисади мөнәсәбәттәр береһе икенсеһен ауҙарырға тырышып айҡаша торғайны. Замандашым, дуҫым, ифрат хисле шағир Самат Ғәбиҙуллиндың: “Төн артынан ҡалҡып көн килерен онотманы халҡым, айҡашты”, – тип әйткәне хәтерҙә.


Ысындан да, бынағайыш, ғүмер баҡый, исмаһам, бер көн иркенләп тын тартмай, кем менән айҡалашабыҙ һуң әле? Кемдең яғаһына матҡып йәбешкәнбеҙ ҙә, ысҡындырмай ҙа, уны сүктерә лә алмай булашабыҙ? Кем беҙҙең боғаҙҙан алған да үлтермәй ҙә, йәшәтмәй ҙә тота?
Рәсәй Федерацияһы менән Америка Ҡушма Штаттары, нисәмә быуат инде, дуҫлыҡ түгел, ҡәҙимге хеҙмәттәшлекте лә яйға һала алмай йәшәй. АҠШ беҙгә дуҫмы, дошманмы, тигән риторик һорауҙы тел осонан ысҡындырыу ҙа урынһыҙҙыр. Һүҙҙе ярып әйтергә әүәҫ ҡайһы берәүҙәрҙең: “Американдар менән уртаҡ тел табып була, ә уларҙың етәкселәре инде – дошман” тип хәбәр һалыуы ла ихтимал. Әммә, нимә тип һүҙ ҡатырға теләһәк тә, ашыҡмайыҡ. Һүҙ сәселеп киткән хәлдә лә уйҙың ебе өҙөлмәһен.
Рәсәй менән АҠШ араһындағы фекер һәм ғәмәл ҡаршылыҡтары бөгөн генә килеп сыҡҡан хәл түгел, әлбиттә. Ләкин улар, әсеткеһе самаламай һалынған икмәк ҡамыры һымаҡ, һуңғы осорҙа уғата ҡабарып китте. Һәм был процестың туҡтау түгел, хатта аҡрынайыу билдәләре лә әлегә күҙгә салынмай. 2003 йылғы Ираҡ көрсөгөнән башлап Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре гел генә хөртәйеүгә китте, көсөргәнештең ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һүрелеп тороуы иҫәпкә инмәй. “2014 – 2017 йылдарҙағы ваҡиғалар әүәлге тиҫкәре процестарҙың йыйылып килгән кәүҙәләнеше булды”, – тип яҙа тарих фәндәре докторы, Санкт-Петербург дәүләт университетының Европа интеграцияһы кафедраһы мөдире профессор Константин Худолей. Вашингтон 2017 йылдың авгусында “Санкциялар ярҙамында Американың дошмандарына ҡаршы тороу” тигән закон ҡабул итте. Бының менән американдар, иң юғары кимәлдә һәм мөмкин ҡәҙәр дөйөмләштереп, үҙҙәренең Рәсәйгә ҡарата сәйәсәтен аныҡланы. Һәм был, аналитиктар фекеренсә, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Ул сәйәсәт, ябайлаштырып әйтергә тырышҡанда, нимәнән ғибәрәт икән?
Беренсенән, Рәсәй һалҡын һуғыштан аҙаҡ тәүге мәртәбә рәсми рәүештә АҠШ-тың дошмандары иҫәбенә индерелде. Хәтерегеҙҙә булһа, 1989 йылда Мальтала (М. Горбачев) һәм 1992 йылда Кэмп-Дэвидта (АҠШ, Б. Ельцин) ҡабул ителгән килешеү һәм декларацияларҙа аныҡ итеп “Рәсәй менән Ҡушма Штаттар бер-береһенә потенциаль дошман тип ҡарамай” тип әйтелгәйне. Юғарыла телгә алынған закон иһә ике дәүләт араһында һәүетемсә генә яйға һалынған мөнәсәбәттәрҙе ғәмәлдән сығара. Бынан тыш, ул элегерәк имзаланған байтаҡ бүтән документтарҙың да ҡәҙерен ебәрә. Закон АҠШ-тың дошмандары тип өс дәүләтте атай. Уларҙың икеһе – Иран һәм Төньяҡ Корея, Вашингтон менән бик күптән бысаҡҡа бысаҡ килеп йәшәй. Был ике дошманға террорлыҡтың да өҫтәлеүе ғәжәп түгел. Бары шуныһы ғәжәп, законда Ҡытай ярты һүҙ менән дә телгә алынмай, ул дошман түгел, бәлки конкурент итеп ҡарала. Ә Рәсәйгә ҡарата иһә Ҡушма Штаттарҙағы сәйәси синыф тулыһынса ризалыҡҡа килде һәм оҙайлы ваҡытҡа Рәсәй йүнәлешендә дошмансыл ғәмәлдәр дауам ителәсәк тигән фекерҙә ҡалырға кәрәктер. Икенсенән, мәҫәлән, Төньяҡ Атлантика пакты НАТО һәм Европа союзы ағзалары булған һәр илгә, кемгәлер хәрби ҡурҡыныс янағанда бер-береңә ярҙам итеү бурысын ҡыуа ине. Закон иһә шул законды НАТО-ға инергә бик ынтылыусы Көнбайыш Балҡан, Грузия, Молдавия һәм Украинаға ла тарата. Ҡушма Штаттар конгресы Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыуға һис ҡасан да ризалашмаясағын белдерҙе, Мәскәүҙән Абхазия менән Көньяҡ Осетияның мөстәҡиллеген таныуҙан баш тартыуҙы, Көнсығыш Украина һәм Днестр буйы мәсьәләһендә үҙгәрештәр, Сүриәлә ҡораллы низағҡа ҡыҫылмауҙы талап итте. Был исемлек мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу һәм санкцияларҙы бөтөрөү йәһәтенән элек ҡуйылған талаптарҙан күпкә ҙурыраҡ. Шуныһы үҙенсәлекле: Рәсәйҙең халыҡ-ара эш-хәрәкәттәре 1932 йылда Япония тарафынан Ҡытайҙың бер өлөшөн баҫып алыу һәм Маньчжоу-Го тип аталған марионетка дәүләтен булдырыу менән тиң ҡуйыла. Рәсәйҙең сәйәсәтенә ошолай ҙа ҡатҡыл баһа АҠШ-тың рәсми документтарында әлегә ҡәҙәр булғаны юҡ ине.
Күреүебеҙсә, уҙған йылдың авгусында ҡабул ителгән закон Рәсәйгә ҡарата СССР тарҡалғандан һуңғы бөтөн йылдар эсендә иң ҡатҡыл сәйәсәтте бойомға ашырыуҙы күҙ уңында тота. Әммә уны һалҡын һуғыш осоронда пәйҙә булған бүтән документтар менән сағыштырып булмай. Һуғыш менән солох араһында тирбәлеү сәйәсәтенә ҡайтыу ҙа юҡ. Ә бит ошондай сетерекле хәлдәр ХХ быуаттың 40-сы йылдарының икенсе яртыһынан 80-се йылдарҙың уртаһына тиклем байтаҡ булды. Әгәр һалҡын һуғыштың кендеген кемуҙарҙан ҡоралланыу тәшкил итһә, хәҙерге ҡара-ҡаршы тороуҙың төп асылы иҡтисадҡа ҡайтып ҡала. Американың төп маҡсаты – Рәсәйҙе глобаль иҡтисади һәм сәйәси процестарҙан мөмкин ҡәҙәр ситләтеү һәм уны донъя иҡтисады һәм сәйәсәтенең кеше аяғы баҫмаҫтай юлына этеп сығарыу.
Хәл-әхүәл, әлбиттә, мәсьәләләргә бүтәнсәрәк ҡарауҙы талап итә. Украина менән Сүриә көрсөгө хәҙерге халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе шаңҡытты. Донъя аренаһында хәлдәрҙе тамырынан үҙгәртерлек эш күренмәй, Рәсәй-АҠШ йәки Рәсәй-АҠШ-ҠХР, йәғни үҙенә күрә Ялта-2 тип баһаларлыҡ һүҙ беркетеү көтөлмәй. Мәсьәлә ХХI йөҙ йыллыҡтың геосәйәси түгел, бәлки геоиҡтисади быуат булыуына ҡарамай. Рәсәйҙе дошмандар иҫәбенә индереү ниндәй ҙә булһа килешеү юлына үтә алмаҫлыҡ кәртә ҡуя.
1945 йылда СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия араһында, улар гитлерсы Германияға ҡаршы коалицияға булғас, уртаҡ тел табыу әле мөмкин ине. Санкциялар тураһында хәҙерге Америка законында Рәсәйҙең Грузияла, Молдавияла, Сүриәлә һәм Украинала ҡаршы эш алып барыуы тураһында әйтелә. Тимәк, Штаттар, формаль рәүештәме, ғәмәлдәме, Советтар Союзынан ҡалған өлөштәрҙе, йәки Рәсәй йоғонтоһонда булған теләһә ниндәй биләмәләрҙе, танымай. АҠШ менән Рәсәй космос йәһәтенән генә хеҙмәттәшлек итә. Уныһы ла Америкала беҙҙәге кеүек ҡеүәтле ракеталарҙың әлегә булмауы зарурлы­ғында ғына. Ә бына террорлыҡҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәш өсөн тырышлыҡтарҙы һаман да берләштереп булманы.
Көсөргәнешлектең арта барыуы һаҡланасаҡ, күрәһең, һәм был хәл Рәсәйҙең халыҡ-ара йоғонтоһон кәметә барасаҡ. Күпселек илдәрҙе донъялағы хәҙерге ҡоролош ҡәнәғәтләндерә, һәм улар бөйөк державалар араһындағы низағта ҡатнашырға теләмәй. Азия, Африка һәм Латин Америкаһы дәүләттәренең күпселеге һуңғы йылдарҙа Рәсәйгә һыйынырға ла, Көнбайышҡа ауышырға ла баҙнат итмәй. Ләкин, Америка менән Рәсәй араһындағы хәл артабан тағы ла ҡырҡыулаша ҡалһа, теге аумаҡайҙарға кемделер йәки юлдың ниндәйендер һайларға тура киләсәк. Улар Рәсәйҙең асыҡтан-асыҡ дошманы булырға баҙнат итмәҫ, әлбиттә, әммә беҙҙән ситләшеүҙәре бик ихтимал. Америка санкциялары Евразия иҡтисади союзы илдәренең хужалығына, уларҙың Рәсәй менән тығыҙ бәйләнештә булыуы сәбәпле, кире йоғонто яһауы ихтимал.
Санкциялар ҡатылана килә Үҙәк Азия илдәренең аҡрынлап Ҡытай яғына шыуыша башлауы бар. Рәсәй менән Иран санкциялар аҫтында булғас, уларҙың уҙаҡташы Әрмәнстан ауыр хәлдә ҡалды. Һиндостан менән Ҡытай бар яҡлы санкциялар тәжрибәһен хуп­ламай, сөнки улар үҙҙәре Көнбайыш державаларҙың санкцияларына дусар ителгәйне, әммә һиндтар ҙа, ҡытайҙар ҙа АҠШ менән бәйләнештәрҙе ҡыҫҡартыуға бармаясаҡ. Улай ғына ла түгел, Һиндостан, мәҫәлән, Ҡушма Штаттар менән хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөттәр бағлай. Мәскәү менән Вашингтон араһындағы көсөргәнеш, тәбиғи булараҡ, Ҡытайҙың хәленең нығыныуына ярҙам итә. Ул инде һәр ғәмәлдә үҙ мәнфәғәттәрен күҙәтә.
Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда быйыл мартта үтәсәк президент һайлауҙары иң мөһим ваҡиға һанала. Әлбиттә, һайлау алды кампанияһын алып барыу менән тышҡы сәйәсәттә уртаҡлыҡ юҡ та һымаҡ. Шулай ҙа артабан Америка менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн аҙымдар яһау мөһим.
Бихисап проблемалар өйөлөп китеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйгә Вашингтон менән килешеү юлдарын эҙләү фарыз. АҠШ – хәҙерге донъяның иң мәртәбәле иле, һәм киләсәктә лә шулай булып ҡаласағы шик тыуҙырмай. Рәсәй фәҡәт стратегик ҡорал­дар өлкәһендә генә тиңлеккә дәғүә итә ала. Вашингтон менән оҙон-оҙаҡ сәкәләшеү Рәсәйҙең халыҡ-ара хәлен дә, эске сәйәси тормошон да ҡатмарлан­дырасаҡ.
Ғәмәлдә хәҙерге Рәсәйҙең сәйәси ҡоролошо тотороҡло ғына.
АҠШ-тың 35-се президенты Джон Кеннеди: “Американ – тәбиғәте буйынса оптимист кеше. Ул – экспериментатор, уйлап табыусы, төҙөүсе, ниндәйҙер мөһабәт нәмәне күтәрергә кәрәк булғанда, ул айырыуса яҡшы төҙөй. Уны үҙенә ышанырға мәжбүр итһәгеҙ, алдына бөйөк маҡсат ҡуйһағыҙ, ул ошо маҡсатҡа өлгәшеү юлдарын табасаҡ”.
Әйтелгәндәр, һеҙҙең ҡарашҡа, нимәгәлер ишара яһамаймы?