Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беренселек сәм өҫтәй
Беренселек сәм өҫтәйҮткән аҙнала Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин килеп ҡайтты. Ил етәксеһе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды, республика Башлығы менән төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында әңгәмәләште, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Ҡәҙимге эш сәфәре. Әммә ни өсөн дәүләт башлығы 2018 йылды башҡа төбәктәрҙән түгел, ә нәҡ Башҡортостандан башланы һуң әле? Татарстандан да, Силәбенән дә йәки башҡа “донор” төбәктән дә түгел, ә нәҡ Башҡорт­остандан...

Ғөмүмән, Владимир Путиндың Өфөгә ҙур юбилей алдынан — Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкү­мәтенең Баш­ҡорт совет автономияһын төҙөү ту­раһындағы килешеүгә ҡул ҡуйы­лыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса әҙерлек барышында килеүе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки Рәсәйҙең үҫеше, уның дәүләт булараҡ нығы­ныуы ла бит нәҡ Башҡортостандан башланған. Башҡортостан автономияһының Рә­сәй федерализмына нигеҙ һа­лыуын, Зәки Вәлиди, Сәғит Ме­рәҫов кеүек шәхестә­ребеҙҙең алдан күҙаллауы тотош Рәсәйҙе һаҡлап ҡалыуын бөгөн бер тарихсы ла инҡар итә алмай. Уҙған быуатта йәшәгән башҡорт шәхестәренең юғары кимәлдә фекер йөрөтөүенә, Федератив килешеү документ­тарының килеп тыуған хәл-ваҡи­ғаларҙы тәрән өйрәнеп, юридик яҡтан иң сифатлы тауар кимәленә еткерелеүенә ғорурланырһың да, һоҡланырһың да. Хатта бөгөн ҡайһы бер документтар бындай юғары кимәлдә эшләнмәй. З. Вәлиди һәм уның фекерҙәштәренең сәйәси, хоҡуҡи яҡтан тәрән ғилемле булыуы хаҡында һөйләй былар барыһы ла.
Һәм бөгөн килеп Рәсәй Прези­дентының төбәктәр буйлап эш сәфәрен нәҡ Башҡортостандан башлауы ана шул тойғоларҙы нығыта ғына. Ғөмүмән, беренселек элек-электән хас республи­кабыҙға. XX быуат башында Башҡорт­остан тәүгеләрҙән булып автономия иғлан итте. 90-сы йылдарҙа иһә республикабыҙ шулай уҡ тәүгеләрҙән булып суверенитет таныны һәм Рәсәй халыҡтарының үҙаңын, үҙбилдәләнешен үҫтереүҙә төп көс булып торҙо. Ғәмәлдә бөгөнгө Рәсәй Федерацияһының нигеҙ ташын һалды. Һәм бөгөн дә ниндәй генә проекттар, программалар иғлан ител­мәһен, халыҡ-ара саралар булһынмы, исемле йылдарға ҡағылышлы башлан­ғыс­тарға нигеҙ һалынһынмы, респуб­ликабыҙ һәр ваҡыт башҡаларға өлгө булып тора. Башҡортостан үҫеш йәһәтенән алдынғылар рәтендә, социаль яҡлау, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә лә бай тәжрибә тупланған. Иң мөһиме – быны Мәскәү таный. Әйткәндәй, дәүләт башлығының Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә төбәп килеүе лә юҡҡа түгел. Владимир Путин предприятиела сығарылған яңы продукция төрҙәрен ҡараны, эшселәр менән аралашты, оборона сәнәғәтенең үҫеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең иң ҡеүәтле предприятие­ларының береһе. Өфө берекмә­һенең ил Президентына күрһә­терлек ҡаҙаныштары, яңылыҡтары етерлек. Предприятие газ-турбина авиация двигателдәрен, вертолет техникаһын, нефть, газ сәнәғәте өсөн ҡоролмалар уйлап табыу, йыйыу, хеҙмәтләндереү буйынса махсуслашҡан. Бында “Су” маркалы самолеттар өсөн турбореактив двигателдәр, “Ка”, “Ми” вертолеттары өсөн кәрәкле өлөштәр йыйыу сериялы рәүештә бара. Өфө заводы бишенсе быуын “Су” истребител­дәре өсөн двигател­дәрҙе проектлаусы булып тора. Предприятиела яңы өлгөләр уйлап табыуға ла, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә лә иғтибар көслө. Һәр бер деталь ентекле тикшереү үтә.
Әммә эшселәрҙең Владимир Путин менән әңгәмәһе маҡтау-хуплауҙарҙан алыҫ торҙо. Һүҙ көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында барҙы. Ипотека проценттарын кәметеү, медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу һәм оборона комплексының киләсәге, заказдар. Оборона комплексын диверсификациялау, йәғни эшмәкәрлекте үҙгәр­теп ҡороу, киңәйтеү һәм яңы йүнә­лештәрҙе үҙләштереү — был темалар ҙа көн ҡаҙағында булды. Владимир Путин белдереүенсә, өс йылдан оборона сә­нәғәте продук­цияһына заказдар кәмеүгә китәсәк. Ошо юҫыҡты граждандар продук­цияһы менән тулылан­дырырға мөмкин. Һүҙ 90-сы йылдарҙағы һымаҡ һауыт-һаба, кәстрүл, таба сы­ғарыу хаҡында бармай. Оборона сәнәғәтенең базаһы көслө, ошо ҡеүәтте юғары технологиялы граждандар техникаһы етештереүҙә ҡулланырға була. Мәҫәлән, пилотһыҙ осоу аппараттары.
Оборона комплексында етештерел­гән продукция күләмен 2030 йылға 50 процентҡа еткереү бурысы тора. Әйткәндәй, ниәт тормошҡа ашырлыҡ. Күрһәткес былтыр йыл аҙағына уҡ 17 процентҡа еткән. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе иһә әле “Мс 21” пассажир авиалайнеры өсөн двигатель өлөштәре йыя башлаған.
Ғөмүмән, эшлекле, һөҙөмтәле осра­шыуҙарға бай булды сәфәр. Бер мәсьәлә лә күҙ уңынан ысҡынманы. Төбәктең социаль-иҡтисади хәле лә, халыҡтың көн-күреш шарттары ла, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре лә...

Владимир Путиндың Башҡортостан тураһында әйткәндәренән:

“...Башҡортостанда, бер тамсы һыуҙағы һымаҡ, бөтә Рәсәйҙең күп яҡлы мәҙәниәте, диндәре, телдәре һәм халыҡтар дуҫлығы сағылыш тапҡан” (2001 йыл, Өфө).

“Башҡорт халҡы Рәсәй сиген һәр саҡ намыҫлы һәм ҡаһармандарса һаҡланы. Иң сағыу миҫалдарҙың береһе – башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатна­шыуы. Ул дәүерҙә Башҡортостан һыбай йөрөрлөк бөтә ир-егет­тәренең ҡулына ҡорал тоттора һәм нәҡ кенәз Ҡудашев отряды соста­вындағы башҡорт атлылары Кремл­де шартлатыуға юл ҡуймай” (2007 йыл, Өфө).

“Балаларыбыҙға ниндәй телдәрҙе өйрәнһен, тиһегеҙме? Рус телен, башҡорт телен өйрәнергә кәрәк” (2015 йыл, Өфө).

“Башҡорттар һәр саҡ Рәсәй мән­фәғәте өсөн көрәшкән. 1812 йылғы Ватан һуғышында Башҡортостан 16 йәшен тултырған бөтә ир-егет­тәрен атҡа мендереп, ҡулдарына ҡорал тоттороп яуға оҙатҡан. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла шулай булған. Беҙ бының менән һис шикһеҙ ғорурланырға тейешбеҙ” (2016 йыл, Мәскәү).



Юлай ҒӘЛИУЛЛИН, “Любизар” хәрби-патриотик клубы рәйесе урынбаҫары:

– Мине бигерәк тә Рәсәй Президентының тарихты яҡшы белеүе, башҡорт халҡының шанлы тарихына ҡағылышлы мөһим факттарға баҫым яһауы һоҡландыра.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт 22.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән...

Тотош уҡырға 20

“Алда мөһим бурыстар тора”

“Алда мөһим бурыстар тора” 22.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән...

Тотош уҡырға 22

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Депутаттар таныҡлыҡ алды 22.09.2018 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 21

Уңыш башы – ышаныс

Уңыш башы – ышаныс 21.09.2018 // Сәйәсәт

Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй 18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре...

Тотош уҡырға 28

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 34

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 36

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 27

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 94

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә?

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге...

Тотош уҡырға 64

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ”

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ” 12.09.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында үткән...

Тотош уҡырға 66

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты 11.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 54

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ 11.09.2018 // Сәйәсәт

Ошо дәүләттә йәшәгәс, йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булғас, сәйәсәттән ситләшеү, ул ғына...

Тотош уҡырға 40