Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫеш юлдары билдәләнде
Стәрлетамаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Күсмә ултырыш барышында министрлыҡтың 2017 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

– Уҙған йыл йомғаҡтары хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтәйем. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр ыңғай. Хеҙмәт хаҡы артты. Милли инвестиция шарттары рейтингында республиканың пози­цияһы яҡшырҙы. Беҙҙә бюджет профициты күҙәтелә. Инфляцияның әлегәсә күрелмәгән түбән кимәле теркәлде. Рәсәй Президентының бюджет һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын республика буйынса уртаса кимәлгә еткереүҙе күҙ уңында тотҡан “май” указдары үтәлде, – тине Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында. – Процент нисбәтен алғанда, ватан иҡтисадында беҙҙең өлөшөбөҙ үҙгәрешһеҙ ҡала – илдәге сәнәғәт етештереүенең 2,6–2,8 проценты. Һуңғы йылдарҙа ярайһы уҡ әүҙем үҫкән, заманса производстволарҙы сафҡа индергән төбәктәр бар. Беҙгә ҡалышырға ярамай, Рәсәйҙәге сәнәғәт етештереүе күләменең 3 процентына яҡынайырға кәрәк. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар.
Беҙгә нимә ҡамасаулай һуң? Һуңғы йылдарҙа предприятиеларҙың инвестиция әүҙемлеге түбәнәйә. Ошо осорҙағы ыңғай динамика республикала нигеҙҙә нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм машиналар эшләү тармағындағы ҙур проекттар иҫәбенә тәьмин ителде. Был проекттарҙың төп өлөшө тамамланған йә тамамланып килә. Яңы проекттар кәрәк. Был йәһәттән “Газпром Нефтехим Салауат”, “Өфөоргсинтез”, Белорет металлургия комбинаты, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе кеүек ойошмаларҙа киләһе бер ике йылға проекттар бар. “Газпром” йәмғиәте менән тәбиғи газ эшкәртеү буйынса мега проектты тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Әлегә, әлбиттә, был йәһәттән эш бик ауыр бара.
Киләһе бурыс – республика предприятие­ларының инновация әүҙемлеген арттырыу. Донъя дүртенсе сәнәғәт революцияһы шарттарында йәшәй. Белеүебеҙсә, ошо өлкәлә тәүге революция 200 йыл элек булғайны. Ул дәүерҙә пар машиналары файҙаланыла башланы. Икенсе революцияла электр энергияһы һәм заманса йылылыҡ машиналары сафҡа инде. Артабан – электроника, иҫәп-хисап техникаһы, әле иһә – бөтә нәмәне глобаль цифрлаштырыу.
– Инновацияларһыҙ хеҙмәт етештереүсән­леген арттырыу мәсьәләһен хәл итә алмая­саҡ­быҙ, әлбиттә. Стәрлетамаҡ предприятиеларының төп күрһәткестәре хаҡында хәбәрҙармын. Төп предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге әлегә заман талаптарына яуап бирмәй, – тип билдәләне республика Башлығы.
Башҡортостан сода компанияһында етештерелгән продукция күләме 40 миллиард һум самаһы тәшкил итә, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һаны – 9 мең кеше самаһы, йәғни йылына бер кеше 4,5 миллион һумлыҡ, “ТАУ НефтеХим” компаниялар төркөмөндә – 8,2 миллион һумлыҡ, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында 6,4 миллион һумлыҡ продукция сығара. 43 мең кеше эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары әйләнешен алһаҡ, унда был күрһәткес 84 миллиард һум тәшкил итә, бер кешегә 2 миллион һумлыҡ продукция тура килә тигән һүҙ. Әлбиттә, һандар беҙ көткәнсә түгел. Бындай етештереү­сәнлек менән әллә ни алға китеп булмай.
Бынан тыш, республика етәксеһе кадрҙар мәсьә­ләләренә, махсус инвестициялы контракт­тарға ҡул ҡуйыуға, социаль партнерлыҡҡа туҡталды.
Былтыр тармаҡтағы төп эш йомғаҡтары һәм яҡын киләсәккә бурыстар тураһында республи­каның сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министры Алексей Корпухин һөйләне. Башҡортос­тандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев иһә сәнәғәт предприятиеларына бирелгән мөмкинлек, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙа ярҙам күрһәтеү хаҡында әйтте. Республика Башлығы сәнәғәтсе­ләрҙе әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Башҡортостан бүленгән аҡса күләмен арттырырға әҙер.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Вьеттар иленән ҡунаҡ килде

Вьеттар иленән ҡунаҡ килде 25.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостанға Вьетнамдың Бария-Вунгтау провинцияһынан рәсми делегация килде....

Тотош уҡырға 30

“Берҙәм булһаҡ, ҙур эштәр башҡарырбыҙ”

“Берҙәм булһаҡ, ҙур эштәр башҡарырбыҙ” 25.09.2018 // Сәйәсәт

Сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатын-ҡыҙҙар форумында сығыш яһаны. Санкт-Петербургта Икенсе Евразия...

Тотош уҡырға 28

Йәшәү сифаты иҡтисадҡа бәйле

Йәшәү сифаты иҡтисадҡа бәйле 25.09.2018 // Сәйәсәт

Республиканың көнбайыш төбәге заман менән бергә атлай. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов...

Тотош уҡырға 19

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт 22.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән...

Тотош уҡырға 48

“Алда мөһим бурыстар тора”

“Алда мөһим бурыстар тора” 22.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән...

Тотош уҡырға 53

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Депутаттар таныҡлыҡ алды 22.09.2018 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 50

Уңыш башы – ышаныс

Уңыш башы – ышаныс 21.09.2018 // Сәйәсәт

Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй 18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре...

Тотош уҡырға 39

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 46

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 44

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 35

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 100

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә?

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге...

Тотош уҡырға 69