Теләктәшлек, берҙәмлек билдәһе

21-03-2018, 00:06 // Сәйәсәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Теләктәшлек, берҙәмлек билдәһеРәсәй Президентын һайлауҙар үтеп тә китте, һәм был сара, әлегә тиклем булмағанса, халыҡтың әүҙемлеген, гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарауын, сәйәси уяулығын күрһәтте. Үҙ сиратында, күпселек тауыштар менән ҡабаттан ил башлығы итеп һайланған Владимир Путин ҡотлауҙар ҡабул итә, тәбрикләүҙәр донъяның төрлө мөйөштәренән килә.

Ойоштороусылар фекеренсә, ғәмәлдәге ил етәксеһенең күпселек тауыш менән еңеп сығыуы халыҡтың Рәсәйҙәге ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади реформаларҙы ыңғай ҡабул итеүен, уларҙың ил халҡы мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылыуын, Рәсәйҙең донъя аренаһында бәҫе һәм абруйы күтәрелеүен аныҡ аңлауы тураһында һөйләй.
Дәүләт кимәлендәге оло ваҡиға айҡанлы, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, байрам саралары ойошторола. Миҫал өсөн, 19 мартта баш ҡаланың Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда “Беҙҙең һайлау – беҙҙең еңеү!” исемле ҙур концерт уҙғарылды. Ете меңгә яҡын кеше ошо сарала ҡатнашып, үткән һайлауҙарға, халыҡ һайлаған кандидатҡа теләктәшлек белдерҙе, шатлығы менән бүлеште. Программаны асып, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов:
Теләктәшлек, берҙәмлек билдәһе– Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлыҡ менән яҡшы үтте. Халыҡ бер маҡсатлы, берҙәм булыуын күрһәтте, ил Президентына теләктәшлек белдерҙе. Рәсәй Президенты беҙҙең төбәккә оло хөрмәт менән ҡарай һәм яңы объекттар төҙөлһөн, яҡшы инфраструктура барлыҡҡа килһен өсөн күп эшләй. Илебеҙ алға барғанын да күрәбеҙ. Унан тыш, санкциялар шарттарында беҙгә тағы ла берҙәмерәк, үҙ-ара ярҙамсыл булыу мөһим.
Һайлау участкаларында йәштәрҙең күплеген күреү бик тә ҡыуаныслы, тимәк, улар ижтимағи процестарға әүҙем ҡушыла. Гражданлыҡ үҙаңын күрһәткән, Рәсәй Президентына теләктәшлек белдергән өсөн һеҙгә рәхмәт, – тине.
Шулай уҡ байрамға килгән халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәре менән Владимир Путиндың төбәктәге ышаныслы вәкилдәре, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин, актриса Рушана Бабич, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты генераль директоры Александр Андреев та мөрәжәғәт итте. Тамашаны “Каруанһарай”, “Light Again” һәм башҡа ижади коллективтарҙың, сараның махсус ҡунағы – “Градусы” төркөмөнөң сағыу сығыштары тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.


Эльвира АЙЫТҠОЛОВА,
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:

– Республикала тауыш биреү, тотош илдәге кеүек үк, башлаған юлды дауам итеү теләген иҫбатланы.
Һайлауҙы күпселектең шәхси ваҡиға булараҡ ҡабул итеүе, бер үк ваҡытта дәүләт етәксеһе менән үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашыуы ҡыуандырҙы. Үҙем Учалы ҡалаһында тауыш бирҙем. Һайлауға тотош ғаилә менән килделәр. Һайлаусылар ҡабул итеү сараһында башта гражданлыҡ бурысын үтәүҙәре, шунан ғына борсоған һорауҙарға яуап алырға килеүҙәре хаҡында ғорурланып һөйләне. Хатта 96 йәшлек инәй участкаға тиклем оҙатып ҡуйыуҙарын һораны. Күҙҙәре насар күрә икән, шуға ҡарамаҫтан дөйөм эштә ҡатнашҡыһы килгән.

Руфина ШАҺАПОВА,
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:

– Һайлауҙарҙа Рәсәй халҡы киләһе алты йылдағы яҙмышын билдәләне. Был – көтөлгән, стратегик ваҡиға. Владимир Путин һайлаусыларҙың 78 процентының тауышы менән ышаныслы рәүештә еңеп сыҡты.
Беренсенән, был һайлауҙар дәүләт системаһының сифатлы һәм берҙәм эшләүен иҫбатланы, сара юғары ойоштороу кимәлендә үтте. Икенсенән, халыҡтың гражданлыҡ яуаплылығы артҡанын дәлилләне. Ил халҡы дәүләт кимәлендәге ваҡиғала әүҙемлек күрһәтеп, үҙ фекерен белдерҙе. Әйтергә кәрәк, дәүләт тә уларға теләктәшлек күрһәтә, граждандар ҡатнашырлыҡ өҫтөнлөклө проекттар ҡабул итә. Өсөнсөнән, рәсәйҙәр тотороҡлоҡҡа табан йүнәлеш алды.

Сергей ЛАВРЕНТЬЕВ,
дәүләт һәм фән эшмәкәре, политолог:

– Путин өҫтөнлөклө тренд менән еңде – кешеләрҙең һайлауҙа ҡатнашыуы, уға теләктәшлек күрһәтеүе йәһәтенән дә. Һайлаусылар әлеге ваҡытта донъяла барған хәлдәр менән дә мобилизацияланған, тип уйлайым. Шуға ла улар хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡ тәьмин итә алған кеше өсөн тауыш бирҙе. Ә барлыҡ кандидаттарҙың да һайлау һөҙөмтәләрен ҡабул итеүе, ризалығы сараның ғәҙел, үтә күренмәле булыуы хаҡында һөйләй.