Республика Башлығына һорауың булһа...

13-04-2018, 00:03 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Республика Башлығына һорауың булһа...Кесе йома, 19 апрелдә, киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Йыл һайын сығарылған “Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән һөйләшеү” программаһын БЮТ, “Рәсәй-24.Башҡортостан”, “Вся Уфа” телеканалдары, “Спутник ҒМ”, “Рәсәй Башҡортостан радиоһы” радиостанциялары тапшыра.
Башҡортостан халҡы менән аралашыу барышында төбәк етәксеһе республиканың социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тормошона ҡағылған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Программаға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, Рәсәй ҡалаларынан тура эфирҙа ҡатнашыусылар, шылтыратыуҙарҙы эшкәртеүҙең берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт иткән Башҡортостан халҡы Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә ала. БЮТ, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Вся Уфа” телеканалдары сайттарындағы махсус форманы тултырып, тапшырыуға хәбәр ебәрергә мөмкин. Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар тура эфирҙа яңғыраясаҡ.
Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеүҙең берҙәм үҙәге 12 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа асыла һәм тапшырыу тамамланғанға тиклем эшен дауам итә. Унда көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8800-347-03-47 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу бушлай.
Әйткәндәй, “Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән һөйләшеү” тапшырыуы республика телеканалдары эфирына 2011 йылдан башлап сыға.