Ә Ҡытайға барыбер

27-04-2018, 00:03 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Ә Ҡытайға барыберШундай уйҙар тыуа, Ҡытайҙың донъя кимәлендә алып барған эшмәкәрлегенә күҙ һалғанда. Эйе, улар бар яҡлап та үҫешә. Яңыраҡ Хайнань утрауына Рәсәй һәм тағы ла 58 ил туристарына визаһыҙ инеүҙе рөхсәт итеүе лә Ҡытайҙың үҙен көслө тойоуы һәм бер кемдән дә ҡурҡмауын, ил иҡтисадын үҫтереү маҡсатында күрелгән сара булыуын сағылдыра.

“1 майҙан реформалар сәйәсәтен көсәйтеү һәм Хайнань утрауын асыҡ провинция итеү нигеҙендә, 59 илдән туристарға визаһыҙ сәйәсәт ҡулланыла”, – тип белдерә ҠХР-ҙың Йәмәғәт хәүефһеҙ­леге министрлығы.
Туристик агентлыҡтарҙың хеҙмәттәренән файҙа­лан­ғандар ғына визаһыҙ инеүгә рөхсәт аласаҡ. 2010 йылдан был утрауға 26 ил туристарына визаһыҙ инеү рөхсәт ителгән булған. Элек был ва­ҡыт 21 көн менән сик­ләнһә, хәҙер 30 көнгә оҙайты­ласаҡ.