Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡануниәт күҙәтеләме?
Ҡануниәт күҙәтеләме?Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламентының сираттағы 52-се ултырышы булды. Унда республика прокуроры Андрей Назаров “Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһында”ғы, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин “2017 йылда Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында”ғы докладтар менән сығыш яһаны.

Андрей Назаров билдәлә­үенсә, былтыр республикала граждандарҙың социаль хоҡуҡ­тарын боҙоу буйынса 56 меңдән ашыу осраҡ асыҡланған, 25 меңдән ашыу мөрә­жәғәт һәм ғариза судҡа ебәрелгән. Хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу ҙа етди борсолоу тыуҙыра. Прокуратура 600 миллион һумдан ашыу эш хаҡын түләттереүгә өлгәшкән. Бер меңдән ашыу вазифалы кеше – административ, 856-һы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыл­ған, 32 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күҙәтеү органы торлаҡҡа хоҡуҡты тергеҙеү буйынса ла һөҙөмтәле эшләгән, иҡтисад өлкәһендә былтыр 18 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Улар араһында за­конһыҙ балыҡ тотоу, коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте боҙоу, сифатһыҙ торлаҡ төҙөү, етем балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын, инвалид­тарҙың дарыу алыуға хоҡуҡтарын һәм социаль инфраструктура объекттарына ҡаршылыҡһыҙ инеү мөмкинлеген боҙоу осраҡтары киң таралған.
Рафаил Ғибәҙуллин әйтеүен­сә, әле республикала 140 меңгә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡы­уарлыҡ субъекты эшләй, шул иҫәптән былтыр улар 12 меңгә артҡан. Бәләкәй бизнес тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тирәһен тәьмин итә.
Ул контроль-күҙәтеү органдары тарафынан ойошторолған тикшереүҙәрҙә Эшҡы­уарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы тураһында ла билдәләне. Шулай уҡ яңы эш башлаусыларҙың хоҡуҡи белем­дәренең етмәүе хаталаныуҙарға алып килеүе хаҡында белдерҙе.
Депутаттар ултырышта 20-нән ашыу республика законы проектын тикшерҙе. Уларҙың күбеһе беренсе уҡыуҙа тәҡдим ителде. Улар араһында “Баш­ҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡ­лауы тура­һында” Башҡортос­тан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Башҡорт­остан Республикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында” Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Башҡортостан Рес­публика­һында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Башҡорт­остан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекттары ҡаралды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәүге мөрәжәғәтнамә

Тәүге мөрәжәғәтнамә 16.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға...

Тотош уҡырға 92

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 181

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды 14.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм...

Тотош уҡырға 68

Баҡырын алғас, соҡорон иплә

Баҡырын алғас, соҡорон иплә 14.12.2018 // Сәйәсәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика штабы Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу өсөн...

Тотош уҡырға 95

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле... 14.12.2018 // Сәйәсәт

“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес...

Тотош уҡырға 56

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ?

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән Максим...

Тотош уҡырға 80

“Бәйләнештә”  Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә!

“Бәйләнештә” Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә! 14.12.2018 // Сәйәсәт

Граждандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә....

Тотош уҡырға 102

Власҡа һүҙ әйтмә!

Власҡа һүҙ әйтмә! 13.12.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен...

Тотош уҡырға 72

Алтын урталыҡты һайланыҡ

Алтын урталыҡты һайланыҡ 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан...

Тотош уҡырға 66

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде 13.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың...

Тотош уҡырға 69

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Башҡорт телендә һөйләшәм... 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы....

Тотош уҡырға 70

“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 85