Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Владимир Путин: “Бар тормошомдоң мәғәнәһе – кешеләргә һәм Ватанға хеҙмәт итеү”
Владимир Путин: “Бар тормошомдоң мәғәнәһе – кешеләргә һәм Ватанға хеҙмәт итеү”Был аҙнала Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын рәсми ҡабул итте. Шулай итеп, ул донъялағы иң ҙур, күп милләтле ил менән идара итеүҙе дүртенсе тапҡыр үҙ иңенә алды.

Граждандарҙың 76,69 проценты – 56 миллион 430 мең 712 һайлаусы – ил президенты вазифаһында Владимир Путинды күрергә теләк белдерҙе. Ҡатмарлы сәйәси осорҙа бындай ышаныс – ил башлығы өсөн ҙур еңеү, сөнки алдағы йылдар менән сағыштырғанда, ул байтаҡҡа күп тауыш йыйыуға өлгәште. Донъяла, илдә барған хәл-ваҡиғалар күҙлегенән сығып баһала­ғанда ла, Рәсәй халҡының күпселеге тыныс һәм тотороҡло тормошто һайланы.
Инаугурация – Президент өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн мөһим тарихи ваҡиға. Шуға ла уға әҙерлек барышында һәр нескәлеккә ҙур иғтибар бирелә. Бөтә нәмә аныҡ мәғәнәгә эйә, һәр бер символ сараның тантана­лылығын сағылдыра. Һәм ошо мөхит бөтә илде ялмап ала.
Быйылғы инаугурацияла, алдағыла­рынан айырмалы, Владимир Путин төп ваҡиға үтәсәк урынға Кремлдең беренсе корпусындағы эш кабинетынан йүнәлде. Ул, ил тарихында беренсе тапҡыр Рәсәйҙә етештерелгән “Берҙәм модулле платформа” тип аталған кортежда Ивановская майҙаны аша үтеп, Ҙур Кремлгә барҙы. Кремлдә уны оркестр ҡаршы алды. Артабан алҡыштар оҙатыуында Андреевский залына йүнәлде. Владимир Путин уң ҡулын Рәсәй Конституцияһына һалып, Рәсәй Федерацияһының 82-се статьяһына ярашлы, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Конституция Суды судьялары алдында Рәсәй халҡына ант бирҙе. РФ Конституция Суды Рәйесе дәүләт башлығының вазифаға инеүен иғлан итте. Дәүләт гимны башҡарылғандан һуң, Рәсәй Президенты ил халҡына мөрәжәғәт итте.
Владимир Путин граждандарға мөрәжә­ғәтендә халыҡ һәм Рәсәй алдында ғәйәт ҙур яуаплылыҡты аңлауын, тыныс һәм сәскә атҡан ил киләсәге өсөн бөтәһен дә эшләйәсәген, “кешеләргә һәм Ватанға хеҙмәт итеү” бар тормошоноң мәғәнәһе булыуы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау ил өсөн өҫтөнлөклө бурыстар булыуын да билдәләне.
“Быйыл Рәсәй Конституцияһының 25 йыллығын билдәләйбеҙ. Ул граждандар хоҡуғы һәм иреклелеге ҡиммәттәренең, өҫтөнлөклөгө сикләнмәгән булыуын күрһәтте. Ирекле граждандың, яуаплы граждандар йәмғиәтенең һәм көслө, эшкә һәләтле, демократик дәүләттең гармониялы берҙәмлеген Рәсәй үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ итеп күрәм”, – тине ул.
Артабан В.В. Путин Собор майҙанында Президент полкы парадын ҡабул итте.
Әйткәндәй, сараға төбәктәрҙән алты мең ҡунаҡ саҡырылһа, уларҙың бер мең ярымы йәштәрҙән, ирекмәндәрҙән, төрлө милли үҙәктәр, профсоюз лидерҙарынан тора ине. Быйыл беренсе тапҡыр төбәк һайлау комиссиялары рәйестәре лә саҡырылған.
Инаугурацияла республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Автор: Р. МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт 22.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән...

Тотош уҡырға 31

“Алда мөһим бурыстар тора”

“Алда мөһим бурыстар тора” 22.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән...

Тотош уҡырға 38

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Депутаттар таныҡлыҡ алды 22.09.2018 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 32

Уңыш башы – ышаныс

Уңыш башы – ышаныс 21.09.2018 // Сәйәсәт

Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй 18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре...

Тотош уҡырға 35

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 42

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 40

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 32

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 96

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә?

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге...

Тотош уҡырға 69

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ”

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ” 12.09.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында үткән...

Тотош уҡырға 66

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты 11.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 56

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ 11.09.2018 // Сәйәсәт

Ошо дәүләттә йәшәгәс, йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булғас, сәйәсәттән ситләшеү, ул ғына...

Тотош уҡырға 40