Буш хыялдарҙан ҡотолоу осоро

15-05-2018, 00:03 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Буш хыялдарҙан ҡотолоу осороРәсәй Хөкүмәтенең Дәүләт Думаһы алдындағы күптән түгел яһалған отчетында Дмитрий Медведев үҙе рәйеслек иткән Хөкүмәтте илдең бөгөнгө тарихында иң оҙаҡ эшләгәне тип атаны. “Был эшмәкәрлек осоро иллюзияларҙан ҡотолоу дәүере булып тора”, – тип белдерҙе ул.


Мөмкинлектәр асыла

– Хеҙмәттәшлек һәр нәмәлә – иҡтисадта, мәҙәниәттә, дөйөм хәүефкә ҡаршы тороуҙа – ыҙғышыуға ҡарағанда һәр саҡ файҙалыраҡ һәм беҙ бының барыһы өсөн дә көн кеүек асыҡ икәнлегенә ышанып йәшәнек, ғәмәлдә иһә улай булмай сыҡты, – тине Дмитрий Анатольевич. – Айыҡ аҡылға ҡаршы килеп, Америкала һәм Европала беҙҙең илгә ныҡышмалы рәүештә дошман ролен таға башланылар. Беҙҙе донъя сәйәсәтенән, донъялағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙән ситкә сығарырға тырыштылар һәм әле лә тырышалар. Әйткәндәй, АҠШ хакимиәтенең ошо өлкәләге һуңғы ҡарарҙары – беҙҙең менән намыҫһыҙ көнәркәшлек нигеҙендә көрәшергә маташыу ул. Беҙҙең үҫеште сикләргә, иҡтисадта көсөргәнешлек тыуҙырырға, валюта һәм фонд баҙарын ҡаҡшатырға ынтылалар. Был баҫымға ҡаршы тора алыуыбыҙҙа шик юҡ, беҙ ундай ғына баҫымдарға ҡаршы тороп өйрәндек инде. Ахыр сиктә, бөтә был эште үҙ иҡтисадыбыҙ файҙаһына борасаҡбыҙ, ләкин Рәсәйгә ҡаршы кемдең һәм ниндәй сәйәсәт алып барғанын да онотмаясаҡбыҙ.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, бөгөнгө үҫеш сценарийы әлеге илдәрҙә генә түгел, ә донъяның башҡа тарафтарында ла яҙыла, Рәсәй, мәҫәлән, Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәре менән хеҙмәттәшлекте уңышлы үҫтерә. Евразия иҡтисади союзы үҙе генә лә – 180 миллион кеше. Был ысынбарлыҡ менән барыһы ла иҫәпләшергә мәжбүр.
“Хөкүмәт эшмәкәрлегенең ошо алты йылы үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе асыу осоро булды, – ти уның Рәйесе. – Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итеүҙең киңерәк булырға тейешлегенә төшөндөк. Хәҙер “Рәсәйҙә эшләнгән” тигән тамға һуғылған сәнәғәт продукцияһы арта бара”. Премьер-министр әйтеүенсә, илебеҙ төп аграр держава исемен кире ҡайтарҙы, Рәсәй икмәген күп илдәрҙә һатып алалар. Һанлы иҡтисадҡа нигеҙ һалынды. Донъя күләмендәге тағы бер мөһим ваҡиға – Яҡын Көнсығыштың ғәйәт ҙур террорсы лагерға әйләнеүен туҡтатыу, Рәсәйҙең кешелек донъяһын һәм үҙ йортон һаҡлап ҡалыуы.


Беҙҙең бөгөнгө үҫеш нимәлә күренә?

Дмитрий Медведев билдәләүенсә, күрһәткестәр күп төрлө, ләкин улар араһындағы иң мөһиме – ғүмер оҙайлығы. Рәсәйҙә ул, ниһайәт, 70 йәште уҙып китте. Ә был йәш, демографтар аңлатыуынса, үҫешкән илдәрҙе үҫеп килгән илдәрҙән айыра. Сифат яғынан был алға китеш ил Президентына яңы маҡсат ҡуйыу мөмкинлеге бирҙе: артабанғы ун йыллыҡ аҙағына ғүмер оҙайлығы 80 йәште тәшкил итергә тейешле. Был күрһәткес кешенең нисек дауалана алыуына, нисек туҡланыуына, ниндәй йортта йәшәүенә, һулаған һауаһының сифатына һәм күпме эш хаҡы алыуына бәйле, йәғни дәүләттәге йәшәү кимәлен тасуирлай.
Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйы күтәрелә барыуы төрлө кимәлдә сағылыш тапты. Был йәйге Универсиада һәм Конфедерациялар кубогын үткәреүҙә лә, айырыуса – ҡышҡы Олимпиада менән Паралимпиаданы юғары кимәлдә ойоштороуҙа ла, “WorldSkills” профессиональ оҫталыҡ ярыштарында рәсәйҙәрҙең беренсе урынды алыуында ла, күп предметтар буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа илебеҙ уҡыусылары һәм студенттарының алдынғы булыуында ла күренә.
Арктиканы үҙләштереү ҙә әүҙем барҙы. Ҡырымдың һәм Севастополдең үҙ Ватанына кире ҡайтыуын да, һис шикһеҙ, илебеҙ тарихындағы иң мөһим ваҡиғалар исемлегенә индерергә кәрәк. Бер йыл эсендә Ҡырым сәйәси картала ғына түгел, ә илебеҙҙең иҡтисади һәм социаль инфраструктураһына әүҙем инеүе буйынса ла үҙ төбәгебеҙгә әйләнде.
– Был уҙған алты йыл ҙур төҙөлөштәр осоро ла булды, – ти Дмитрий Медведев. – Беҙ ошоға саҡлы бер ҡасан да шундай ҙур күләмдә торлаҡ, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөмәнек. Ҡалаларҙа хатта ихаталар һәм парктарҙы төҙөкләндереү ҙә әүҙем бара. Олимпиада осоронда Сочи ғәмәлдә ҡайтанан төҙөлдө. Футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итәсәк ҡалалар тәртипкә килтерелә. Владивосток һәм ундағы Рус утрауы ныҡ үҙгәрҙе. “Көнсығыш” космо­дромының беренсе сиратын төҙөү тамамланды. Беҙ проектлаған МС-21 самолеты тәүге тәжрибә осошон башҡарҙы. Керчь күперен ҡороу тамамланды тиерлек. БАМ менән Транссиб юлын яңыртыу бара. Үҙәк ҡулса юлы һалына. Петербург Көнбайыш тиҙлек диаметры һәм Мәскәүҙә үҙәк ҡулсаһы әҙер. Бөтә ил буйлап диңгеҙ һәм һауа порттарын реконструкциялау бара.
Дмитрий Медведев әйтеүенсә, ошо алты йыл эсендә илебеҙ башҡа дәүләттәр тиҫтәләрсә йыл үткән дәүерҙе уҙа алған. “Ә бит был дәүләттәргә ошо осорҙа берәү ҙә баҫым яһаманы, улар тыныс һәм иркен шарттарҙа үҫте, бер кем дә санкциялар һәм башҡа төрлө сикләүҙәр менән ҡамасауламаны”, – ти Премьер-министр.
Һис ниндәй сикләүҙәр һәм аяҡ салырға маташыуҙар Рәсәйгә алға табан барыуҙы тотҡарлай алманы. 2016 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙар һәм айырыуса быйылғы 18 мартта ил Президентын һайлау йомғаҡтары халыҡтың бөгөнгө курсты хуплауын асыҡ күрһәтте.
Илдең нисек үҫеүен һәм социаль-иҡтисади кимәлде баһалаған күрһәт­кестәр, ысынлап та, күп. Һуңғы алты йыл эсендә, мәҫәлән, дөйөм үлем кимәле 6,8 процентҡа түбәнәйгән. Уның кәмеүенә айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙә­рен һәм туберкулезды уңышлыраҡ дауалай башлау йоғонто яһаған. “Ашығыс ярҙам” системаһы үҙгәртеп ҡоролған, төбәктәрҙә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡан тамыры үҙәктәре ойошторолған. Һөҙөмтә: алты йыл эсендә инсульттан үлеү осраҡтары – 20, инфаркт арҡаһында донъянан китеүҙәр һаны 17 процентҡа кәмегән. “Ашығыс ярҙам” машиналары паркын яңыртыу ҙа ошо һөҙөмтәне яҡшыртыуға ярҙам итте – былтыр ғына ла төбәктәргә 1,5 ошондай яңы автомобилдәр тапшырылған.
Был даирә тураһында яҙғанда иң мөһиме шуға ҡайтып ҡала: ошо алты йыл эсендә сабыйҙар һәм әсәләр үлеме ил тарихындағы иң түбән кимәлгә төшөрөлдө. Сабыйҙарҙың донъяға килеү менән уны ташлап китеүе осраҡтары – 35, ә әсә кешенең бала табыу йортонда яҡты донъя менән бәхилләшеүе 36,5 процентҡа аҙайған.


Проблемалар ҙа бар...

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үҙенең ҙур күләмле сығышында күп мәсьәләләргә туҡталды. Хеҙмәткә түләүҙең иң аҙ кимәлен күтәреү, һис һүҙһеҙ, тауар һәм хеҙмәттәргә һорауҙың артыуына йоғонто яһай. “Ләкин үҙ-үҙҙәрен тәьмин итә алмаған кешеләр ҙә бар – пенсионерҙар, инвалидтар, ветерандар, ҡайһы бер күп балалы ғаиләләр, беҙ уларға ярҙам итергә бурыслы. Был ярҙамдың адреслылығы камиллашырға һәм ул матди яҡтан һиҙелерлек була барырға тейеш”, – тине Хөкүмәт Рәйесе.
– Алты йыл элек алдыбыҙға шундай маҡсат ҡуйғайныҡ: Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарының кәмендә бишәүһе донъя­ның иң алдынғы йөҙ университеты исем­легенә инһен, – тине Дмитрий Анатольевич. – Был бик ауыр бурыс, сөнки мәға­риф өлкәһендә көнәркәшлек көслө. Маҡсатты тормошҡа ашырыуға 50 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Шуның 10,5 миллиарды – былтыр. Һөҙөм­тәлә донъяның “топ-100” рейтингында беҙҙең 11 университет иҫәпләнә. Тағы ла 17 юғары уҡыу йортобоҙ иң яҡшы 200 университет исемлегенә индерелгән.
Бөгөн заманса белемле йәмғиәт төҙөү өсөн, Хөкүмәт Рәйесе әйтеүенсә, мәктәп программаһын үҙләштереү генә етмәй. Гуманитар фәндәр, техник һәм тәбиғи йәүнәлештәре буйынса өҫтәмә белем биреү системаһы камиллаша бара, ил төбәктәренең яртыһы самаһында “Кванториум” технопарктары ойошторолдо. Мәктәпте яңы төрҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн федераль ҡаҙнанан 50 миллиард һумдан ашыу бүленгән.
Ҡатмарлы һәм хәл итеүе ауыр булған проблемалар ҙа юҡ түгел, әлбиттә. Улар рәтендә Дмитрий Медведев иң тәүҙә бюджет өлкәһендә эш хаҡын күтәреүҙе атаны. Төрлө төбәктәрҙә ул төрлө тиҙлек­тә башҡарылған. Шулай ҙа уҡытыусы­ларҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең, юғары уҡыу йорттарында эшләгән­дәрҙең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, балалар баҡсаһы педагогтарының һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы Рәсәй Президентының Май указдарында билдәләнгән кимәлгә етте. Ошо йүнәлеш быйыл да дауам итә. Балалар баҡса­лары ла ауыр проблема булып тора. Һуңғы алты йыл эсендә 5,7 мең яңы балалар баҡсаһы асылған, уларҙа өҫтәмә рәүештә 1,5 миллион урын булдырылған. Бының өсөн ҡаҙнанан 130 миллиард һум тотонорға тура килгән һәм Хөкүмәт Рәйесе депутаттарға ошо ҙур мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Һөҙөмтәлә өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар был учреждениеларҙа урын менән тәьмин ителгән. Артабанғы бурыс – өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн ясле ойоштороуҙы тормошҡа ашырыу.


Иҡтисади әүҙемлек – иң мөһиме

Хөкүмәттең был отчетын тикшереүҙә Дәүләт Думаһының байтаҡ депутаттары үҙ тәҡдимдәре һәм иҫкәрмәләре менән сығыш яһаны.
– Төбәктәр бюджетының Рәсәй ҡаҙнаһына бурысы 2,5 триллион һум самаһы тәшкил итә, – тине депутат Валентин Шурчанов. – Бының төп сәбәбе – төбәктәргә 140-тан ашыу вәкәләт тапшырылған, ләкин улар финанс сығанаҡтары менән тәьмин ителмәгән. Беҙгә, бәлки, элекке бюджет ҡағиҙәләренә ҡайтырға кәрәктер? 2000 йылдарҙа йыйылған барлыҡ һалымдар һәм түләүҙәрҙең яртыһы ғына федераль ҡаҙнаға китә, ә яртыһы төбәктә ҡала ине бит. Тағы ла бер ҙур мәсьәлә – алданған өлөшсөләр. Ил буйынса улар 500 меңдән ашыу кеше тәшкил итә һәм көн һайын Дәүләт Думаһы алдында плакат менән торғандарын күрергә мөмкин. Мөмкин булған бөтә ҡарарҙар ҙа ҡабул ителде шикелле, әммә был мәсьәлә буйынса алға китеш юҡ, ә сара күрергә кәрәк. Субъекттарға килгәндә, санкциялар арҡаһында уларҙа сығымдар артасаҡ, беҙ быға әҙер булырға тейеш.
– Рәсәйгә ситтән баҫымды беҙҙең спортсылар ҙа тулы кимәлдә үҙ елкәһен­дә татыны, – тине Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса рәйесе Михаил Дегтярев. – Көйәрмәндәр ҙә илебеҙ олимпиясыларын һәм паралимпиясыларын ҡыйырһытыуҙарына ныҡ борсола. Беҙ Рәсәй спортсыларының намыҫын һәм дәрәжәһен яҡлап халыҡ-ара судҡа мөрәжәғәт итергә бурыслыбыҙ, ә ни өсөн был һаман эшләнмәй? Президент ҡарамағындағы спорт буйынса советта илебеҙ етәксеһе сығымдарҙы һәм дәүләт ярҙамын профессиональ спорттан күмәк һәм балалар спортына күсерә барыу зарурлығы тураһында әйтте. Артабанғы сығымдарҙы иҫәпләгәндә беҙ быны мотлаҡ иҫәпкә алырға бурыслы.
– Ил дусар ителгән халыҡ-ара хәл үҙебеҙҙә эшләнгән заманса технология­ларҙы алға ебәреүҙе талап итә, – тине “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Владимир Богодухов. – Ләкин был мәсьәлә буйынса етеҙ хәрәкәтте йәш, өмөтлө һәм юғары оҫталыҡлы йәштәрҙең етешмәүе тотҡарлай. Беҙгә йәштәрҙе оборона сәнәғәте комплексында нығытыу буйынса һәр яҡлап килешелгән система булдырырға кәрәк. Рәсәй Хөкүмәте йәштәрҙе ошо тармаҡҡа ылыҡтырыу буйынса йоғонтоло саралар күрергә тейешле.
– Хөкүмәт отчетында илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫешендәге ҙур уңыштар тураһында әйтелде һәм киләсәккә өмөттәр билдәләнде, бының менән берәү ҙә бәхәсләшмәй тип уйлайым, – тине де­путат Михаил Емельянов. – Шулай ҙа иҡтисади үҫеш иң мөһиме булып тора. Айырым сәнәғәт предприятиелары һәм министрлыҡтарҙың тырышлығы менән өлгәшелгән уңышҡа ҡарап ҡына ултырмаҫҡа, ә финанс–иҡтисади блок­тың әүҙемлеген дә арттырырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Бюджет сәйәсәтен экстенсив хәлдән сығарыу, халыҡтың килем кимәлен күтәреү юлдарын эҙләү, һалым сәйәсәтен сеймал етештергән предприятиелар файҙаһына ғына алып барыуҙы туҡтатыу – былары кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле бурыстар. Ҡыҫҡаһы, макро-иҡтисади сәйәсәтте заман талап иткәнсә һәм тиҙерәк үҙгәртеү талап ителә.
– Ике йыл элек Рәсәй Президенты Владимир Путин, Ҡытай, Һиндостан, Пакистан, Иран һәм башҡа ҡайһы бер дәүләттәр ҡатнашлығындағы Евразия хеҙмәттәшлеген булдырыу яҡлыбыҙ, тигәйне, – тип сығыш яһаны депутат Алексей Журавлев. – Миңә ҡалһа, был ситтән яһалған һәр төрлө баҫымға ҡарата бик етди яуап булыр ине. Беҙҙең Азия, Африка, Яҡын Көнсығышта ла бәйләнеш нығый бара. Ил Хөкүмәтенең элекке совет республикалары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса байтаҡ эш башҡарыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Евразия буйынса ла был эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә ине.

Май указдары нисек үтәлә?

– Рәсәй Президентының 2012 йылдағы Май указдары күп һандағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, юғары технологиялы 25 миллион эш урыны булдырыу бурысын ҡуйҙы, – тине “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси фирҡәһе фракцияһы ағзаһы Дмитрий Новиков. – Уларҙы үтәү буйынса эш ҡыҙыу барҙы, әммә барыһы ла еренә еткерелгән тип булмай. Был айырыуса эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурысҡа ҡағыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бурыслы предприятиены яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа еңел түгел, сөнки банкрот тип танылғандар, улар юридик исемлектән дә төшөрөлгән. Ростов өлкәһенең Гуково ҡалаһындағы “Көнсығыш” шахтаһына ҡарата, мәҫәлән, шуны әйтергә мөмкин. Эш хаҡы буйынса бурысты кисекмәҫтән түләтеү сараларын күрергә бурыслыбыҙ.
– Ульяновск өлкәһендә граждандар өсөн дарыу хаҡы арта, ә улар менән тәьмин ителеш 2016 йылдан бирле артмай, ҡайһы бер препараттар буйынса хатта кәмене, – тине үҙ сығышында “Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы” фракцияһы ағзаһы Сергей Маринин. – Төп проблема шунда – был статьяға ҡараған сығымдың яртыһы тиерлек һирәк осраған сирҙәр өсөн дарыу алыуға китә. Беҙҙең өлкәлә 143 сирле бар һәм уларҙың һәр береһен дауалауға йылына 23 миллион һумға саҡлы аҡса китә. Төбәктәр, Рәсәй Хөкүмәтенән ошо төр сирлеләрҙе дауалауҙы финанслау һорап, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте. Дәүләт Думаһында ла күтәрҙек был мәсьәләне, әммә ул һаман ыңғай хәл ителмәй. Медицина учреждениеларына кредиторлыҡ бурысы артҡандан-арта. Ульяновск өлкәһендә ул ике миллиард һумға етте. Төбәктең бурысы ҙур булыуы арҡаһында сирлеләрҙең дарыуһыҙ тороп ҡалыу хәүефе тыуҙы. Хөкүмәт граждандарҙы ғүмер өсөн мотлаҡ кәрәк булған дарыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булдырмаҫҡа тейеш.
– Былтыр Хөкүмәт демографик хәлдәге ыңғай үҙгәрештәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур эш башҡарҙы, – ти “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы Ольга Окунева. – Докладта һеҙ демографик башланғыстар пакеты, беренсе һәм икенсе бала тыуғанда уларға йәш ярым булғансы башҡарыласаҡ яңы түләүҙәр тураһында әйттегеҙ. Өсөнсө һәм артабанғы баланы тапҡандарға сабыйға өс йәш тулғансы биреләсәк түләү ҙә дауам итә, ләкин балаһы йәш ярымдан алып өс йәшкә саҡлы ялда булған әсәләр 20 йылдан ашыу инде айына 50-шәр һум ғына ала. Хөкүмәт был түләүҙе арттырыуҙы планлаш­тырырға тейеш, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, был осраҡта адреслылыҡ һәм мохтажлыҡ кимәленең күҙ уңынан ысҡынмауы талап ителә.
– Рәсәйҙең матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Хөкүмәттә килемгә һалымды 13 проценттан 15 процентҡа күтәреү тураһында килешкәндәр, ә Аркадий Дворкович халыҡ өсөн бының айырмаһы бик аҙ булыуын билдәләне, – ти депутат Олег Шеин. – Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә, “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иҡтисадтың рәсми булмаған өлөшөндә 15 миллион кеше эшләй, һәм улар 10 триллион һум самаһы хеҙмәт хаҡы ала. Ошонан сығып, урындарҙағы ҡаҙна алып еткермәгән килемде һанау ҡыйын түгел – 1,5 триллион һум! Пенсия фондына һәм бюджеттан тыш башҡа фондтарға йылына өс триллион һум килеп етмәй! Бәлки, барыһы өсөн дә килемгә һалымды арттырыр алдынан ошо рәсми булмаған секторҙы контролгә алыу маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр? Рәсми теркәлмәгән хеҙмәттән файҙаланған һәм ғәмәлдә һалымдан ҡасҡан фирмаларҙы дәүләттең һалым ташламаларынан, дәүләт заказдарынан ситләштерергә тәҡдим итәм.