Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙҙән бешкән бутҡаны кем ашай?
Һүҙҙән бешкән бутҡаны кем ашай?Бихисап тиҫтә йылдар әүәл мәңгелектә тыныслыҡ тапҡан Ғәйнихаят өләсәйем, мөғжизә булып, гонаһ менән мөлдөрәмә тулы, гонаһҡарҙар ер ҡаплап йөрөгән донъябыҙға әйләнеп ҡайта ҡалһа, хәреф танымаған көйө йәнә лә гәзиткә күҙ һалһа, өҫтәүенә ишетмәгән ҡолағы менән телевизорҙан һибелеүсе хәбәрҙәрҙе лә аңына алһа, быларҙың һәммәһенә мөнәсәбәтен ул, моғайын, “Әстәғәфирулла!..” – тип кенә белдерер ине, сөнки өләсәйем, олатайым, әсәйем заманындағылар белем еймәһәләр ҙә – ғалим, хакимлыҡ дилбегәһен тотмаһалар ҙа – дәүләти фекерле, ябайлыҡта ла юғары рухлы кеше булып хәтеребеҙгә һеңеп ҡалған.


Телевизорҙың сәйәси ҡоралға әйләнгәне
Кеше булып йәшәү өсөн вазифалар ҙа, мөлкәт тә, хатта ғалимлыҡ та мотлаҡ түгелдер. Кеше булып ҡалыу өсөн шул асылыңды һаҡлау ҙа етәлер. Мәңгелек ошо ҡиммәттәр тураһында уйланырға бер-беребеҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тамырынан үҙгәреүе, халыҡтар менән халыҡтар, дәүләттәр менән дәүләттәр уртаҡ телде, ризалыҡта йәшәү ғәҙәтен юғалтыу мәжбүр итә. Был процестың ни сәбәптәр арҡаһында хасил булыуы, дауам итеүе һәм хәҙер көсәйә барыуы тураһында ошо йүнәлештә махсус тикшеренеүҙәр алып барған кешеләр бер мәл, бәлки, дәлилле генә фекерен әйтер әле. Бының зарурлығын мин, ябай кеше булараҡ, шунда күрәм: кешелек көнитмешенең һәр өлкәһендә буталсыҡлыҡ хәҙер һис ниндәй баһаларға һыймай. Рустар йыш ҡулланған “хаос” төшөнсәһе тормоштоң ғәҙәтләнгән күренешенә әйләнде, ахыры. Сәйәсәттәге, иҡтисадтағы буталыштарға аптыраусы, был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр аҙсылыҡта ҡалыу ғына түгел, бөтөнләй юғалды һымаҡ.
Ошо хаос, буталыш йәмғиәттә үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта һәр даим күҙ алдыбыҙҙа елпелдәгән, ҡолаҡ төбөндә безелдәгән социаль бер төркөмдөң пәйҙә булыуына килтерҙе. Күҙәтеүсе, политолог (улар сәйәсәт буйынса белгестәр тип иҫәпләнәлер инде) һәм бүтән ошондай телгә маһир кешеләр менән беҙ матбуғат биттәрендә лә, айырыуса телевизор экрандарында, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында, һәр бер каналда осраша алабыҙ. Ҡыҙыҡһыныуың, теләгең, ваҡытың ғына булһын.
Әйткәндәй, үҙҙәрен политолог тип йөрөтөүселәр – бәғзе мәсьәләләр буйынса мәғлүмәтле, интеллектуаль әҙерлекле, ғәм алдында баҙау ғәҙәтенән арынған кешеләр. Мәскәүҙең төрлө телеканалдарында, һис өҙөлмәй, дөйөм алғанда ток-шоу тип йөрөтөлгән бәхәстәр бара. Улар, ойоштороусыларҙың уйынсалыр, көн ҡаҙағындағы, һәр кемдең иғтибарын йәлеп итерлек мәсьәләләрҙе күтәрергә тейеш. Шул рәүештә ток-шоуҙар эпидемияһы Мәскәү телевидениеһы каналдарын тотошлай баҫып алыу ғына түгел, төбәк телеканалдарына ла күсте.
Ток-шоу, хаталанмаһам, үҙебеҙҙең телгә күсергәндә, уйынлы-ысынлы һөйләшеү тигәнде аңлата шикелле. Тимәк, ундағы хәбәрҙәрҙе ысынға алмау ҙа, бәлки, яҙыҡ түгелдер? Телевидениела, ғәҙәттә, йыш алмашына торған тапшырыуҙарҙың сираттағыһына тәғәйен иғтибар итеүемдең сәбәбе – ток-шоуҙарҙың, беренсенән, эпидемия төҫөн алыуы һәм, икенсенән, ошо һөрән һалыуҙың ғәмәли эштәрҙән алыҫ булыуы.
Мәҫәлән, Беренсе каналда йә Рәсәй каналының “60 минут” тапшырыуында Трамптың көн дә үҙгәреп торған сираттағы ҡылығы тураһында һүҙ ҡуйырталар, ти. Йөкмәткеһенең йүнәлеше йәһәтенән бер-береһенән айырылмаған, эфирға бары төрлө атама менән генә үтә торған тапшырыуҙарҙа ғәмәлдә тар ғына ҡор күҙәтеүселәре, политологтары ҡатнаша, улар каналдан каналға күсеп гәп һатыусы профессионалдармы, ҡәҙимге кәсепсе­ләрме икән тигән фекер ҡала. Әйткәндәй, күсмәнде гәп һуғыусылар араһында русса таҙа һөйләшкән бер американ журналисы ла бар.
Йә ярай, Мостай ағай әйткәнсә, тел асҡысы – теләге, тигәндәй, хәбәр һөйләү ер һөрөү түгел, шуғамылыр гәплә­шеү­селәр араһында ҡатын-ҡыҙ һирәк була. Журналистикала ҡанун төҫөн алмаған ҡағиҙә бар: яҙғаның һәм әйткәнең кемдеңдер ҡолағына һәм зиһененә барып етергә тейеш, һүҙҙең һөҙөмтәле булыуы ла мотлаҡ. Проблемаларҙы күрмәмешкә һалышыусы, йөндө гел ыңғайға һыпырыусы, либераль демократияны башкөллө яуапһыҙлыҡ тип аңлаусы, самаһыҙ “йомарт” кешеләр күбәйҙе. Улай ғына ла түгел, эштәрҙең айышына төшөнөргә теләмәгән, тимәк, тәнҡит-фәләндән азат тормош тамырланды. Һәр хәлдә, беҙҙең илдә.
Халҡыбыҙҙа эске мәғәнәһенә хайран ҡалырлыҡ ҡарһүҙҙәр күп. Бына, мәҫәлән: “Аҡыллыға һүҙ әйттем – уйланы ла белде, аҡылһыҙға һүҙ әйттем – тыңланы ла көлдө” тигәне. Юғарыла телгә алынған ток-шоуҙар, ғөмүмән алғанда, Америкаға йә уның ҡойроҡтарына арнала икән, был хәбәр, илебеҙҙәге һирәк-һаяҡ телетамашасынан тыш, кемдең ҡолағына барып етә икән? Мәскәү телеканалдарынан өҙлөкһөҙ һибелгән әсе вә ярһыулы фекерҙәрҙән Американың дыуамал президенты Дональд Трамп менән Бри­танияның (ошо дәүләттең атамаһына хәҙер “Бөйөк” һүҙен ҡулланғы килмәй) премьер-министры Тереза Мэй уйланалыр, хатта ғәмәлдәре өсөн үкенәлер тигән хыял булыуы мөмкинме?
Ә беҙҙә телестудияларҙа ярһыу-күкрәүҙәр һүреләһе түгел. Йәнә лә “күп һүҙ – буҡ һүҙ” тигән тупаҫыраҡ, ләкин ғәҙел әйтелгән хәҡиҡәт шунда раҫлана ла инде. “Ябай ғына хәҡиҡәтте төшөнөргә ваҡыт бит инде: кем өсөн түгәбеҙ был ҡан даръяларын?” – тип заманында Дауыт ағай Юлтый һорау ҡуйған. Мәсьәлә хәҙер айырыуса ҡырыҫ төҫ алды. Кешелектең яҙмышы баймабаш фекерле сәйәсмәндәр ҡулына күсеп бөттө.
Ошондай шарттарҙа эштәрҙең айышын ҡыҙыҡһынған халыҡҡа ни сәбәптәндер мауыҡҡан, күптәре үҙҙәренең шәхси сәйәси мәнфәғәттәрен көҫәгән дежур шоумендар түгел, бәлки, тәрән ғилемле, киң һәм объектив ҡарашлы аналитиктар аңлатырға тейештер. Шулай ҙа беҙҙең уҫал, ғәҙел фекерҙән Вашингтон менән Лондон тетрәп китер тигән өмөт иҫәүәнлек булыр ине, телевизорҙарҙың шаулауы ғына ил-донъяға һиллек килтерһә…
Оло йәшкә етеүҙең дә ыңғай яғы була икән. Донъяның ыбыр-сыбыры хәтерҙән осоп юғалһа ла, күңелеңдә тамырланған тәьҫораттарҙы юйып ташлау мөмкин түгелдер ул. Ил һәм халыҡ яҙмышы йөрәкте туҡтауһыҙ өйкәп торған хәҙерге заманда үткәндәрҙең тәжрибәһе ҡабаттан үҙе тураһында иҫкәрткән һымаҡ. Аҙағы булмаҫ сафсаталарға ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалаһың да, үҙәк гәзиттәрҙә элек баҫыла килгән аналитик мәҡәләләрҙе, телевидениела сығыш яһаған комментаторҙарҙы һағынып хәтерләйһең. Мәҫәлән, беҙ йәш саҡта бик популяр булған Юрий Жуков, Валентин Зорин, Александр Бовин, Фәрит Сәйфелмөлөков, Геннадий Герасимов, Игорь Фесуненко һәм башҡаларҙы яҡшы хәтерләйем. Был исемдәр Интернет киңлектәрен айҡаған хәҙерге йәштәргә һис нәмә тураһында ла һөйләмәйҙер, шуға күрә ошо мэтрҙар – ысын маһирҙарға ҡағылышлы берәр генә кәлимә әйтеп үтәйем.
Юрий Александрович Жуков 1946 йылдан “Правда” гәзитендә сәйәси күҙәтеүсе булып эшләгән. Журналистикалағы эшмәкәрлеге 1960 йылда Ленин премияһы, 1978 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме менән баһаланғайны. Был ғәжәйеп аҡыл эйәһе ифрат сетерекле халыҡ-ара мәсьәләләргә лә шымартмай ябай ғына итеп асыҡлыҡ индерә торғайны.
Валентин Сергеевич Зорин, үҙәк телевидение күҙәтеүсеһе лә, тарих фәндәре докторы булараҡ, Мәскәү дәүләт университеты профессоры ла ине. Александр Бовинды миңә партия өлкә комитеты аппаратында эшләү ваҡытында тыңлау насип булды. Тулы кәүҙәле, ҡуйы мыйыҡлы был сәйәси күҙәтеүсе “Известия” гәзитендә эшләп йөрөгән еренән Израилгә илсе итеп ебәрелде. Әйткәндәй, күҙәтеүсе Геннадий Герасимов та һөнәре буйынса дипломат ине. Ә Фәрит Сәйфелмөлөков ғәрәп донъя­һын­дағы хәлдәрҙе яҡтыртҡан иң шәп журналист булғандыр. Аҡты ҡаранан айырыу хәленән үткән был төбәктәге ваҡи­ғаларҙың асылын Фәрит һымаҡ аңлатып биреүсе кеше хәҙер килеп сыҡмаҫ инде. Дәүләтебеҙ етәкселәре илде ғәмәлдә тотош донъя менән сәкәләшеү юлынан алып барғанда, хәл-әхүәлдең аңын-тоңон белмә­гән кеше хис-тойғоларын аптыра­ғандан “Эх!” йә “Ай, әттәгенәһе!” ымлыҡтары менән сикләргә мәжбүр. Бүтәнсә эш-ғәмәлгә беҙҙең форсат бармы ни?
Ысындан да, телевизор сәйәси ҡорал була аламы икән? Тәғәйенләнеше буйынса ул тәрбиә һәм кәйеф-сафа сара­һы бит. Ә телевидениелағы, матбуғаттағы ғына түгел, тотош йәмғиәттәге ҡаңғырышҡа ҡарата халыҡтың: “Тәрән йылға тын ағыр, һай йылға шаулап ағыр”, – тип әйткәнен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Хәйер, беҙҙәге ижтимағи фекер шул самалалыр инде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус...

Тотош уҡырға 37

Толкачев Красногорскта

Толкачев Красногорскта 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының...

Тотош уҡырға 38

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя 07.12.2018 // Сәйәсәт

Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының XVIII съезы эш башланы....

Тотош уҡырға 46

Аҡыллылар көс һынаша

Аҡыллылар көс һынаша 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡорт дәүләт аграр университетында Йәштәр сәйәсәте лигаһы тарафынан ойошторолған "Ике турнирҙар...

Тотош уҡырға 48

Төп маҡсат –  асыҡ һайлауҙар

Төп маҡсат – асыҡ һайлауҙар 07.12.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһында һәм республикала һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә...

Тотош уҡырға 41

Иглин районы башлығы эшенән китте

Иглин районы башлығы эшенән китте 07.12.2018 // Сәйәсәт

Иглин районы хакимиәте етәксеһе Ғафуан Шәйхетдинов отставкаға китте. Ул был вазифала 2015 йылдан...

Тотош уҡырға 46

Халыҡты тыңларға кәрәк

Халыҡты тыңларға кәрәк 05.12.2018 // Сәйәсәт

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 84

Етәксе алмашынды

Етәксе алмашынды 04.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы буйынса Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығында яңы етәксе....

Тотош уҡырға 95

Башҡортостан йәштәре хеҙмәттәшлек тәҡдим итә

Башҡортостан йәштәре хеҙмәттәшлек тәҡдим итә 03.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың йәштәр ойошмалары етәкселәре “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттарына студенттар...

Тотош уҡырға 61

Радий Хәбиров: “Хәҙер инде янғын ҡорбандарын һанай башлайбыҙмы?”

Радий Хәбиров: “Хәҙер инде янғын ҡорбандарын һанай башлайбыҙмы?” 03.12.2018 // Сәйәсәт

27 ноябрҙә Стәрлетамаҡтағы “Синтез-Каучук” предприятиеһында янғын сығыу арҡаһында дүрт кеше...

Тотош уҡырға 91

Мәғариф министрлығында — яңы етәксе

Мәғариф министрлығында — яңы етәксе 03.12.2018 // Сәйәсәт

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде....

Тотош уҡырға 136

Рөстәм Мәрҙәнов эшенән китте

Рөстәм Мәрҙәнов эшенән китте 03.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, отставкаға китте....

Тотош уҡырға 73