Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илебеҙ сәскә атһын өсөн
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар инициативаһы комитеты ағзаһы Юлий Гусман менән осрашты.

Осрашыу барышында яҡтар рес­публиканың ижтимағи-сәйәси үҫеше, мәҙәни проекттарға, йәмәғәтселек башланғыстарына булышлыҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Граждандар инициативаһы — илде яңыртыу һәм демократик институттарҙы нығытыу идеяһы юҫығында берләшкән эксперттар берләшмәһе ул. 2012 йылда Алексей Кудрин етәкселегендәге Рәсәй сәйәсмәндәре, иҡтисадсылары, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең инициатива төркөмө уны ойоштороу идеяһын тәҡдим иткән.
Былтырҙан Граждандар инициатива­һын үҫтереү буйынса Кудрин фонды комитет эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә. Фонд шулай уҡ комитеттың ғилми-тикшеренеү, мәғлүмәт-аналитика һәм консультатив эшен ойоштороусы булып тора.
* * *

Өфөлә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Граждандар инициативаһы” милли премияһының төбәк этабында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.

Награда 2013 йылда Граждандар инициативаһы комитеты һәм Кудрин фонды тарафынан булдырылған. Ул гражданлыҡ лидерҙарын, заманса Рәсәй йәмғиәтендә өр-яңы шәхестәрҙе асыҡлауға, уларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Премия йыл һайын 13 номинация буйынса тапшырыла. Конкурс төбәк һәм федераль этаптарҙа уҙға­рыла. Быйыл тапшырылған ғаризалар күләме буйынса (120 проект) Башҡорт­остан тәүге өс төбәк иҫәбенә инде.
Премия лауреаттарын бүләкләүҙә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар инициа­тиваһы комитеты ағзаһы Юлий Гусман ҡатнашты. Конкурсанттарға комитет рәйесе Алексей Кудрин видеосәләм ебәрҙе.
— Әлеге проект Читанан Калинин­градҡа тиклем 20 төбәкте үтеп, үҙенең популярлығын иҫбатланы. Бөгөн ул Башҡортостанға килеп етте, — тине Алексей Кудрин. — Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән дәртле кешеләр бар бында, тип ҡыйыу әйтә алабыҙ. Шуға күрә бөгөн еңелгәндәр булмаясаҡ.

Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәүге мөрәжәғәтнамә

Тәүге мөрәжәғәтнамә 16.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға...

Тотош уҡырға 39

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 174

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды 14.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм...

Тотош уҡырға 67

Баҡырын алғас, соҡорон иплә

Баҡырын алғас, соҡорон иплә 14.12.2018 // Сәйәсәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика штабы Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу өсөн...

Тотош уҡырға 89

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле... 14.12.2018 // Сәйәсәт

“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес...

Тотош уҡырға 53

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ?

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән Максим...

Тотош уҡырға 77

“Бәйләнештә”  Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә!

“Бәйләнештә” Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә! 14.12.2018 // Сәйәсәт

Граждандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә....

Тотош уҡырға 98

Власҡа һүҙ әйтмә!

Власҡа һүҙ әйтмә! 13.12.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен...

Тотош уҡырға 72

Алтын урталыҡты һайланыҡ

Алтын урталыҡты һайланыҡ 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан...

Тотош уҡырға 63

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде 13.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың...

Тотош уҡырға 67

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Башҡорт телендә һөйләшәм... 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы....

Тотош уҡырға 68

“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 82