Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күршеңдә эт булһа булһын, үҙе эт булмаһын
Күршеңдә эт булһа булһын, үҙе эт булмаһынАзияның төпкөл төбәгендә ятҡан был дәүләт тиҫтәләрсә йылдар телебеҙҙән дә төшмәне, күҙ алдыбыҙҙан да китмәне шикелле. Шулай булмайынса, сөнки тауҙар илен күптәребеҙ барып күрмәһә лә, “афғандарҙың” байтағы әле лә арабыҙҙа йөрөй. Сәстәренә көлмө, ҡармы төшкән, байрам көндәрендә пинжәктәрендә орден-миҙалдар балҡыған ир-азаматтар 1979 йылдан алып ун йыл буйы Афғанстан илендә һуғыш алып барғас, үҙҙәрен “афғандар” тип атай. Беҙ ҙә шуға өйрәнгәнбеҙ.

40-сы Совет Армияһын 1989 йылда уның командующийы генерал-лейтенант Борис Всеволодович Громов Амударъя күпере аша Үзбәкстанға алып сыҡҡандан аҙаҡ, Афғанстан телдә һирәкләнә, хәтерҙә һүрелә лә башлағайны инде. Бары төпсөр телевидение журналистары, кинорежиссерҙар афған темаһын онотторманы. Кинофильм кадрҙарында Афғанстан ере асманға олғашҡан ҡаялар, ҡомло сүллектәр, йәнһеҙ-шыҡһыҙ ер һәм, әлбиттә, салмалы башки­ҫәрҙәр донъяһы булып күҙ алдына баҫа. Был ғына боронғо, бай мәҙәниәтле, бик күп ҡәүемдәрҙе үҙенә һыйындырған ил тураһында бер нимә лә һөйләмәй. Афған­станда һуғыш барған йылдарҙа ла Үҙәк телевидениеның махсус хәбәрсеһе, халыҡ араһында “Генштаб һандуғасы” тигән исем алған Михаил Лещинскийҙың репортаждарында ла, гел тип әйтерлек, сәйәси йә хәрби шәхестәр, тауҙар, ҡорал күрҙек, “интернациональ бурыс” тураһында сафсата ишеттек. Ил, уның хужалығы, халҡы­ның көнитмеше телекадрға, ғәҙәттә, инмәй ҡалды. Ҡыҫҡаһы, ишетеп-күргән һымаҡ булһаҡ та, Афғанстан әле булһа “terrа incognita” рәүешендә.
Бына йәнә Афғанстан күп дәүләттәр етәкселәренең, сәйәси һәм хәрби эшмәкәрҙәрҙең, политолог, күҙәтеүселәр­ҙең теленән төшмәй. Ни булды һуң?
Ил Азияның төпкөл яғында ята тип раҫлау бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Ул Урта Көнсығыш менән Урта Азия тоташҡан, күп мәртәбәле дәүләттәрҙең күҙен ҡыҙҙырған геостратегик урында ята. Афғанстандан Ҡытай, Һиндостан кеүек гиганттар ҙа, Американың зитына тейгән Иран да алыҫ түгел, ә Рәсәй иһә ҡул һуҙымы самаһындай ғына ерҙә. Был төбәккә борон замандарҙа монголдар ҙа, Александр Македонский ҙа, ҡытайҙар менән Аҡһаҡ Тимер ҙә, әлбиттә, инглиздәр ҙә ҡаныҡҡан. Инглиздәрҙең: “Бүлгелә лә хакимлыҡ ит” тигән девизы был күп милләтле төбәк өсөн ифрат ҡулай тура килгән инде.
Тарихҡа сумып, Афғанстандың йәш Совет республикаһын беренсе булып таныуын, В.И. Ле­ниндың ошо дәүләт хакимы Аманулла ханға делегация ебәреүе тураһында күптән мәғлүм хәбәр­ҙәрҙе сурытып тороу кәрәк­мәҫ. Илгә ҡағылышлы яңы һәм өр-яңы ваҡиғалар ҡыҙыҡ­лыраҡ та, халыҡ-ара сәйәсәткә бүтәнсәрәк ҡарарға ла мәжбүр итә.
Афғанстан — тауҙар иле, уның биштән дүрт өлөшөн иң бейек сусағы 7455 метрға еткән гигант Гиндукуш, бүтән һырттар биләп тора. Уйһыулыҡтар, баҫыусылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнер ерҙәр аҙ. Күп майҙандар, һәр даим ҡоролоҡ арҡаһында, һуғарыу талап итә. Уның ҡарауы, илдә ҡаҙылма байлыҡ күп кенә. Тимер, көмөш, лазурит, ҡара ҡурғаш, баҡыр ятҡылыҡтарын йөҙҙәрсә йыл буйы файҙалан­ғандар. Хәҙер дәүләт етәкселеге, өҙлөкһөҙ барған һуғыштарға ҡарамаҫтан, нефть, газ, мәғдән запастарын эҙләүгә иғтибар бүлә. Ләкин тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылған низағ бейек тауҙар, юлдарҙың, бүтән инфраструктура объекттарының булмауы илде индустрия йәһәтенән үҫтереүгә ҡамасаулай. Оҙайлы бола Аф­ғанстанда мәғариф, юғары белем биреү системаһын булдырыуға форсат бирмәне. Бында бер нисә быуын үҫмерҙәр китаптың нимә икәнен белмәй, улар атырға, үлтерергә генә оҫтарған, күпселеге наркотиктар плантацияларында ҡол хеҙмәтен үтәй.
Хәҙер мөһим бер нәмәгә иғтибар итәйек. Афғанстан — күп милләтле ил, халыҡ иҫәбен алыу хан замандан үткәрелмәгәс, дәүләттә нисә миллион кеше йәшәүен аныҡ ҡына әйтеүе ауыр. Халыҡтың 55 процент самаһын афғандар, йәки, бүтәнсә әйткәндә, пуштундар, тәшкил итә. Тажиктар — 19 процент, артабан, туғыҙ процент менән үзбәктәр, хаза­рейҙар ҙа байтаҡ, сараймаҡтар, төркмәндәр өс-дүрт процентҡа яҡын. Беҙҙең өсөн иң мөһиме һәм һағайтырға тейешле хәл — тажиктар, үзбәктәр, төрк­мәндәр һәм ҡырғыҙҙарҙың ошо ҡәүемдәр йәшәгән мөстәҡил дәүләттәр сигендә тупланып көн күреүҙәре.
Хәтерҙә, совет хәрби контингенты Афғанстанда һуғыш алып барғанда, беҙҙең командование­ның зитына иң тейгән кешеләрҙең береһе ғәжәп талантлы командир, белеме буйынса мөғәллим, тажик милләтле Әхмәтшаһ Мәсүд булды. Әхмәт­шаһты, уның отрядтары эш иткән тауҙар атамаһы менән “Панджшер юлбарыҫы” тип йөрөт­төләр һәм ул нығынған урындарҙы совет ғәскәрҙәре штурм менән дә һис ала алманы. Ахыр килеп, легендар тажик американдар тарафынан ебәрелгән террорсы ҡулынан һәләк булды.
Афғанстанда күп йылдар барған буталсыҡ ваҡиғаларҙа һәм граждандар һуғышында милләте буйынса үзбәк генерал Рәшит Дус­тум һиҙелерлек урын биләне. Абруйлы генерал үҙәк хөкүмәткә лә, болаларға һәр даим янар яғыулыҡ өҫтәп торған Көнбайыш­ҡа ла, Афғанстандың һүрелмәҫ дошманы булған Пакистанға ла буй биреп барманы, илдәге ваҡиғаларға үҙ ҡарашы бар ине. Ҡулы аҫтындағы тос ҡына ҡорал­лы көстө генерал Дустум Афған­стандың төньяҡ-көнбайы­шын­дағы, йәғни беҙҙең ил менән сиктәш урындағы, сәйәси һәм хәрби хәлде тотороҡло һаҡлауға йүнәлтте. Әйткәндәй, Дустум Совет хөкүмәте менән бәйләнештә булды, СССР үҙ яғынан беҙгә теләктәш генералға һәр төрлө ярҙам күрһәтеп торҙо. Үзбәктәрҙән тупланған ошо ғәскәрҙәр Аф­ғанстан — Советтар Союзы сиген үҙ ваҡытында көньяҡтан һаҡлаусы ҡалҡан ине.
Совет ғәскәрҙәренең күрше илде ҡалдырып сығыуынан һуң Амударъя, Пяндж йылғаларынан диңгеҙ хәтлем һыу аҡты, Гиндукуш ҡаялары әлегә ҡымшан­маһа ла, уларҙың боҙлоҡтары ла иреп ҡороша баралыр. Тауҙар, һыуҙар шулай ҙа бигүк үҙгәреш кисермәһә лә, Афғанстан эске тормошта һиллеккә барыбер эйә була алманы. Унда афғандарҙың, бер-береһенән этник яҡтан бүленеп, үҙ-ара һуғышы дауам итте. Байтаҡ йылдар хасил булып, сәйәси хәрәкәттән хәрби-административ ҡоролош­ҡа әүерелгән “Талибан” (ғәрәпсәнән килеп ингән һүҙ эҙләүсе, талап итеүсе, шәкерт, уҡыусы мәғәнәһендә йөрөй) һаман урта быуаттар ҡанундары менән йәшәгән илгә, исеме есеменә тап килеп, мәғрифәт рухын алып килер тигән өмөт уяна биреп ҡуйғайны. Ләкин был хәрәкәт тә хакимлыҡ өсөн көрәшкә, граждандар һуғышына ҡушылып китте.
Уғаса Афғанстандың тәүге президенты Нур Мөхәммәт Тараҡи беҙҙең илгә рәсми визиты ваҡы­тында вафат булды. Уның урынына хакимлыҡҡа килгән Хафизулла Әминде, Көнбайыш менән әшнәләшә башлағас, беҙҙекеләр бәреп төшөрөп, үҙен һарайында уҡ юҡ итте, Чехословакияла илсе булып эшләгән, тыңлаусан ғына Бабраҡ Кармаль етәкселек итергә маташты, уны СССР етәкселә­ренең ауыҙына ҡарап торған нәҫел үгеҙе кеүек таҙа кәүҙәле Нәжибулла алмаш­тыр­ҙы. Баш күтәргән фанатиктар был ирҙе резиденцияһының ҡапҡа башына аҫып китте.
Ғөмүмән, Афғанстан ахыры кү­ренмәгән һуғыш, юлбаҫарлыҡ, нар­котиктар эсендә, дәүләтсе­леген, идара итеү һәләтен ғәмәл­дә юғалтып, хәҙер американдар ҡо­ралына ғына ышыҡланып йәшәй.
Артабан был ил менән ни булыр? Һәм был риторик һорау ғына түгел. Урта Азия дәүләттәрен, күп­тән түгел беҙҙең туғандаш бул­ған республикаларҙы йылға­лар ғына айырып ятҡас һәм бө­гөнгө мөстәҡил дәүләттәр сиктең ышаныслы булыуын ғәмәлдә тәь­мин итә алмағас, Афғанстан­дағы хәл­дәрҙең ҡайһы яҡҡа тайшаныуы борсомай ҡалмай. Дөрө­ҫөрәге, был төбәк­тәге хәрби-сәйә­си тормош Рәсәй Феде­рацияһы етәксе­легендә етди хәүефләнеү уят­ты. 2001 йылдан, Бөтә донъя сауҙа үҙәгенә террористик һөжүм­дән һуң, Аф­ғанстанға индерелгән һәм хә­ҙер шунда оҙаҡҡа төпләнгән американ ғәскәрҙәре лә унда то­то­роҡло дәүләт булдырыу йәһә­те­нән бер ни ҙә ҡыла алманы. Ки­ре­һенсә, американдар килгәне бирле Аф­ғанстандан наркотиктар ағымы бермә-бер көсәйҙе. Был ағыу Европаға, Көньяҡ-Көнсығыш Азия­ға, Рәсәйгә лә күпләп үтеп инә.
Шуны ла өҫтәү фарыздыр, ислам ҡурҡынысы сәбәпле, Афған­станға Советтар Союзы ғәскәр ебәрһә лә, ул һуғыш хәрәкәттәре генә алып барманы, беҙҙекеләр унда иҡтисад булдырҙы, сәнәғәт предприятиелары төҙөнө, мәға­риф системаһын яйға һалды. АҠШ-тың бурысы бүтәнсә — улар ғәмәлдә илде емерҙе. Хәйер, Яҡын Көнсығыштың күп дәүләт­тәренең яҙмышы шуға оҡшаш.
Һәм бына Сүриәлә, Ираҡта, Американың ике йөҙлө, мәкерле сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, беҙҙә тыйылған Ислам дәүләте банда­ла­рының төп көстәрен Рәсәй ярҙамы менән Сүриә Респуб­ликаһы армияһы ҡыйратты, яңы­раҡ ҡына дәһшәтле булған боевиктар (ғәжәпкә ҡаршы, байтағы ғаиләләре менән) өлөшләтә Төньяҡ Африка дәүләттәренә, ә бик күбе Афғанстанға күсте. Быны ла, ИГИЛ-ды үҙ маҡсаттарында артабан да файҙаланыу ниәте менән, Америка ойошторған, тигән хәбәр бар. АҠШ-тың мәкерле сәйәсәт алып барыуын хәтерҙә тотҡанда, уның буш хәбәр булмауы ла ихтимал. Һәр хәлдә, Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары Николай Патрушев белдереүенсә, Афғанстан­дың төньяғында, Урта Азия дәү­ләттәренә яҡын ғына, 15-20 мең самаһы боевик тупланған. Ҡо­раллы, әҙерлекле, һуғыш тәжри­бәһенә эйә булған, миһырбан­лылыҡты белмәгән дошман ғәс­кәре. Был бандалар башлыҡта­рының ниәттәрен белеүселәр табылыр, тип ышанайыҡ.
Әммә шуныһы, Урта Азия дәү­ләттәре етәкселәре бөгөн ниндәй кәйефтә? Илдә­ренең именлегенә нимә янағанын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерәме? Әлегә Төрк­мәнстан президенты Ҡорбанғәли Бирҙе­мө­хәмәтовтың һәр даим Көнбайышҡа ҡарауы, Тажикстан етәксеһе Эмомали Рах­мондың Иранға тартылыуы (тарих, телдәр, мәҙәниәттәр яҡынлығы), Ҡыр­ғыҙстандың Алмазбәк Атамбаевҡа алмашҡа килгән етәкселәренең башкөллө Ҡытайға һөйкәлеүе мәғ­лүм. Ваҡи­ғалар ҡуйырып китһә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан президенттары хәлде ҡулдан ысҡындыр­маҫмы? Һәр хәлдә, нәүбәттәге һынауҙың йәнә Рәсәйгә, уның армияһына төшәсә­ге көн кеүек асыҡ. Юғарыла Афғанстанда күп һанлы тажик, үзбәк, төркмән, ҡырғыҙ ҡәүемдәре төркөмдәренең йәшәүен әйткәй­нем. Аҫҡа һыу ингән саҡта улар­ҙың боевиктарға ҡушылмаҫына кем вәғәҙә бирә ала?
...Ошонда аҡыллы бер кешенең әйткәне хәтергә килде. Иҫәр менән томананың биш билдәһе була: сәбәпһеҙ-ниһеҙ асыуы ҡабара, нимә өсөндөр ҡылығы үҙгәрә, үҙенә ҡағылмаған нәмәгә ҡыҫыла, кем уға яҡшылыҡ теләгәнен һәм кем яуызлыҡ эшләгәнен айыра алмай.
Ҡушма Штаттар етәкселәре шу­лаймы ла, Афғанстандағы бө­гөн­гө хужаларға был ишара яһау­мы? Һығымтаһын инде үҙегеҙ яһағыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт 22.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән...

Тотош уҡырға 31

“Алда мөһим бурыстар тора”

“Алда мөһим бурыстар тора” 22.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән...

Тотош уҡырға 38

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Депутаттар таныҡлыҡ алды 22.09.2018 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 32

Уңыш башы – ышаныс

Уңыш башы – ышаныс 21.09.2018 // Сәйәсәт

Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй 18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре...

Тотош уҡырға 35

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 42

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 40

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 32

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 96

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә?

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге...

Тотош уҡырға 69

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ”

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ” 12.09.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында үткән...

Тотош уҡырға 66

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты 11.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 57

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ 11.09.2018 // Сәйәсәт

Ошо дәүләттә йәшәгәс, йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булғас, сәйәсәттән ситләшеү, ул ғына...

Тотош уҡырға 40