Аңды балҡытҡан фекер генә йөрәккә юл таба

22-06-2018, 00:03 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Аңды балҡытҡан фекер генә йөрәккә юл табаХәбәрсән кешеләргә төбәп, элек: “Һүҙе һүҙгә оҡшамай, ауыҙы һүҙҙән бушамай”, — тип төрттөрә торғайнылар. Хәҙер иһә төрттөрөп йә кинәйәләп кенә кемдеңдер намыҫына тейеү, ай-һай, мөмкинме икән? Ҙур етәкселәрҙән алып урам һепереүсегә тиклем замандаштарыбыҙ телгә шул ҡәҙәре лә шымарып алды ки, гүйә, ҡалаларҙа ғына түгел, меҫкен ауылдарҙың һәр ҡайһыһында ораторлыҡ мәктәбе асылған да унда билдәһеҙ профессорҙар Абдуллаға ла, Натальяға ла риториканан дәрестәр бирә. Халыҡтың: “Һүҙ күп булған ерҙә эш ырамай”, — тип киҫәтеүе лә бушҡа булды, ахыры. Ҡыҫҡаһы, һүҙҙең өҫкә ҡалҡыуына, эштең аҫта ҡалыуына шаһитбыҙ.

Ошо уйҙар менән ыуаланып йөрөй торғас, телевидениены тамам баҫып алған ток-шоуҙарҙың зитҡа тейеүе, ә иң мөһиме — ул бәхәстәрҙең мәғәнәһеҙ булыуы тураһында ла әйткәйнем. Шунда, һүҙ ыңғайында ғына, үҙәк матбуғат, телевидение һәм радионың исеме, абруйы, тарихы тип әйтерлек сәйәси күҙәтеүселәр, комментаторҙар, халыҡ-ара хәлдәрҙең асылын аңлаған бер нисә шәхестең исем-шәрифен генә телгә алғайным.
Шулай һүҙ башланым да, йәнә үҙемдән-үҙем ризалыҡһыҙ ҡалдым. Юрий Жуков, Валентин Зорин, Александр Бовин һымаҡ кешеләрҙең хеҙмәте, хыял-ынтылыштары замандаштарыбыҙҙы вайымһыҙ ҡалдырамы ни? Төплө фекер, нигеҙле дәлил ғүмер баҡый баһалы булды. Мин инде, олоғайған кеше, әүәлге аҡыл эйәләренең йоғонтоһон һәр даим тойоп йәшәнем. Рәсәйҙең ҙур аҡыл эйәһе, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, ғалим Евгений Максимович Примаковты һағынып ҡына хәтергә алырбыҙ, ул ҡалдырған том-том китаптар ярай ҙа йыуаныс бирә, тип әйтер инек, Мәскәү телеканалдарының береһендә ғалимдың ейәне — кесе Евгений Примаков “Халыҡ-ара күҙәтеү”ҙе алып бара. Сәстәре иртәрәк ҡырауланған йәш кешенең төҫ-башы, ҡарашы ғына олатаһына оҡшап ҡалмаған. Егеттә примаковса ҡолас, аҡыл, фекер тәрәнлеге үҙен һиҙҙерә, шөкөр.
Ә хәҙер илебеҙҙең интеллектуаль тарихында яҡты эҙ ҡалдырған сәйәси аналитиктар тураһында аҙ ғына сиселеберәк әйтәйек әле.
Минең шәхсән фекеремсә, беҙҙең йәшлек осорондағы күҙәтеүсе-аналитиктар араһында Георгий Александрович Жуков (матбуғатта һәм телевидениела ул Юрий Жуков исеме менән йөрөнө) иң дәрәжәле, ғәжәп эрудициялы кеше булғандыр. Уны совет журналистикаһының аҡһаҡалы тип икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин ине. Ғүмеренең емешле тиҫтәләрсә йылын оҫта ҡәләмгир, ғилемдең байтаҡ шишмәләренең һыуын тәмләгән тәжрибәле сәйәсмән, һәр кемдең яҙмышын тотош халыҡ эсендә юғалтмай иғтибар үҙәгендә ҡалдыра белгән журналист Совет иле тарихының байтаҡ осоронда төп гәзит һаналған “Правда”ға арнаны. Юрий Жуков имзаһы менән һәр аҙна баҫыла килгән аналитик мәҡәлә юғары сәйәси етәкселәр өсөн дә йүнәлеш алыу маяғы, ябайыраҡ уҡыусыларға ҡатмарлы мәсьәләләрҙең айышына төшөнөү әсбабы булғандыр.
Үҙәк телевидение аша иһә Георгий Александрович илдең һәр тарафынан килгән хаттарға яуап бирә. Студиялағы өҫтәлендә һәр даим тиҫтәләрсә конверт була. Ул бер генә мөрәжәғәтте лә илтифатһыҙ ҡалдырмағандыр. Аңлата, кәңәш бирә, сәбәбе булһа, тәнҡитләй, фашлай, мохтаждарҙы яҡлай торғайны. Сабый тамашасылар өсөн телевидениела Валентина Михайловна Леонтьева булһа, өлкәндәр күңелендә Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты, СССР Юғары Советы депутаты Юрий Жуков шундайыраҡ урын биләгәндер.
Аҫыл аҙ була, тигәндәй, хәҙерге һүҙҙе ҡулланып әйткәндә, элитар журналистар, хатта тарихсылар менән дипломаттар ҙа бер ҡул бармаҡтары самаһында ғына икән. Ысынлап та, уйлап ҡарайым да, әүәлге аналитик-публицистарҙы, сәйәси күҙәтеүселәрҙе телевизорҙан көн һайын лаф орған бөгөнгө шоумендар менән сағыштырып булмай инде. Бына, миҫалға, ике йыл элек кенә, йәғни 91 йәшендә гүр эйәһе булған Валентин Сергеевич Зорин. Ул журналист ҡына түгел ине, ҡәләмгир оҫталығының юғарыраҡ баҫҡысына күтәрелгән публицист та, телевизион тапшырыуҙарҙы алып барыусы ла, сценарист та, тарихсы ла булып танылғайны. Гәзиттә мөмкинлектәрҙең сикләнгәнлеге ошо даһи кешенең ҡайһы вазифаларҙа рәсми эшләгәнен, ниндәй шанлы исемдәрҙе алғанын һанап ултырырға форсат бирмәй. Яҙыуҙы һөнәр иткән кешеләр араһында бер-береһенең ижади уңышына ғына түгел, табышлы булыуына ла көнләшеү бар.
Зорин — политолог, тарихсы-американист. Бына ошо йүнәлештә Валентин Сергеевичҡа, үҙемдең дә матбуғатҡа мөнәсәбәтем булғас, ифрат көнләшәм. Уйлап ҡарағыҙ: ағалы-ҡустылы өс Кеннеди, Шарль де Голль, Индира Ганди, Дуайт Эйзенхауэр, Маргарет Тэтчер, Ясухиро Накасонэ, Генри Киссинджер, Перес де Куэльяр, үҙебеҙҙең Никита Хрущев, Юрий Андропов һәм бүтән бик исемле шәхестәр! Ошо кешеләр менән, диктофон тотоп, үҙем әңгәмәләшһәмсе... Хыял. Һәр кемдең үҙ самаһы үҙендә шул. Валентин Зорин Америка Ҡушма Штаттарын, уның сәйәси даирәһенең йоғонто көсөн бар нескәлегендә белә торғайны. “Некоронованные короли Америки”, “Владыки без масок”, “Мистеры миллиарды”, “Противоречивая Америка” — китаптарҙың исемен башҡортсаға ауҙарыуҙы кәрәк тип тапманым. Мәсьәлә унда ла түгел. Хәҙер, Көнбайыш донъяһының төп дәүләте менән мөнәсәбәттәр “һалҡын һуғыш” осорондағынан да күпкә хөртәйгәндә, Валентин Зорин хеҙмәттәрен ҡабаттан уҡыу ҡамасауламаҫ.
Үҙәк телевидениела сәйәси күҙәтеүсе рәүешендә Юрий Жуков, Валентин Зорин, Александр Бовин, Генрих Боровик, Алексей Каверзнев, Спартак Беглов һәм бәғзе башҡалар менән бергә һөйкөмлө йөҙлө, ипле һүҙле бер егетте лә күрә торғайныҡ. Ул татар егете Фәрит Мостафа улы Сәйфелмөлөков булған икән. Мосолман кешеһенең Үҙәк телевидениела һәм радиола эшләүе ул саҡта йыш осраған хәл түгел ине бит. Шуғамылыр, Фәриткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым да тәбиғи. Күренекле журналист, халыҡ-ара мәсьәләләрҙә йөҙөп йөрөп эшләгән Сәйфелмөлөков Ташкент ҡалаһында тыуған, Мәскәүҙәге Көнсығышты өйрәнеү институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Атаһы, Мостафа Камалетдин улы — күп телдәр белгән филолог, әсәһе Разия Ғәли ҡыҙы — беренсе гильдия татар сауҙагәре һәм меценаты Муллағәли Яуышевтың ҡыҙы.
Фәрит Мостафа улы үҙе лә ғәжәйеп тәрән белемле, мауығып эшләй белгән журналист булған, ғәрәп һәм француз телдәрендә иркен һөйләшкән. Уның Ливанда, Швейцарияла Совет телевиде­ниеһы һәм радиоһы хәбәрсе пункттары етәксеһе булып эшләүе, “Ираҡ Республи­каһының барлыҡҡа килеүе”, “Ираҡ кисә һәм бөгөн”, “Португалияның Африкалағы колониялары”, “Ут һыҙығынан репортаждар” тигән китаптары замандаштары ғына түгел, бөгөн йәшәгән кешеләр күңелендә лә ҡалыр.
Ғәжәп, әммә хәҙер телевидениела эшләгән кешеләргә талап бер сама, ләкин әүәл экранға Жуков, Зорин, Геннадий Герасимов, Генрих Боровик кеүек аҡыл һәм олпатлылыҡ мөһөрө сырайҙарына яҙылған зыялылар сыға торғайны. Ә Фәрит Мос­тафа улы... Иғтибарлы ҡарашлы, баҫынҡы ғына, йомшаҡ тауышлы. Сит телдәрҙә йыш аралашыуы уның туған татар теленә ни ҡәҙәре йоғонто яһағандыр, иллә-мәгәр телеэфирҙа беҙ русса акцент-фәләнһеҙ сығыш яһаған совет журналисын күрә торғайныҡ. Евгений Максимович Примаковтан, Фәрит Мостафа улы Сәйфелмө­лөковтан һуң ғәрәп донъяһы, мосолман илдәре, Яҡын, Урта Көнсығыштағы хәлдәр тураһында нигеҙле генә фекер ишеткән дә юҡ. Хәйер, һәр кем үҙ ҡайғыһы менән йәшәгән илдә, тарҡау йәмғиәттә аҡыллы һүҙ, ватансыл, патриот булыу баһаланмай шул. Ләкин, ваҡыт үтә килә, бәлки, асылыбыҙға әйләнеп ҡайтҡанда, юғарыла телгә алынған маһирҙарҙың рухи мираҫына йәнә мөрәжәғәт итербеҙ әле.