Бәләкәй дәүләт оло бәләләргә тарып бара

6-07-2018, 00:03 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Корея тауҙары һиллектән алыҫ әле

Бәләкәй дәүләт оло бәләләргә тарып бараҺуңғы ваҡытта донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән кешеләр, электән белгәне — ҡыҙыҡһынып, бығаса илтифат итмәгәне табырға тырышып, Кореяны эҙләй. Дөрөҫөрәге — ошо атаманы йөрөткән ярымутрауҙың төньяҡ өлөшөн. Шунда 1948 йылдан бирле Корея Халыҡ Демократик Республикаһы йәшәп ята. Әлбиттә, Алыҫ Көнсығыштан беҙҙең ил сигенә терәлеп тип әйтерлек урынлашҡан был дәүләттең барлығын һәммәбеҙ ҙә беләлер, уның башында тәүҙә Ким Ир Сен, артабан уның улы Ким Чен Ир, хәҙер иһә йыуантыҡ Ким Чен Ындың тороуын да онотмайҙыр. Кимдар династияһы, шулай итеп, Төньяҡ Кореяла йәмғеһе етмеш йыл хакимлыҡ итә.



Иртәнге сафлыҡ иле

Халҡыбыҙҙа “Алыҫта булһа — яҡындыр, яҡында булһа — ялҡын­дыр” тигән әйтем бар. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, улар бөгөнгө Корея Халыҡ Демократик Республикаһы тураһында әйтел­гән кеүек. Был дәүләт күп йылдар йомоҡ, үҙ эсенә бикләнеп йәшәй, Көньяҡ Корея, йәғни Корея Рес­публикаһынан айырмалы рәүеш­тә, Төньяҡ тураһында ғәмгә хә­бәрҙәр урыҡ-һурыҡ ҡына сыға, сыҡҡан хәлдә лә, һуңғы осорҙар күрһәткәнсә, ул хәбәрҙәр йә янъяллы сәйәсәт, йә ҡорал сусанлатыу менән бәйле була. Шуға күрә ошо ил тураһында таныштырыу йөҙөнән бер-ике кәлимә әйтһәм дә, зыян итмәҫ.
Европала халҡы биргән Корея исеме, баҡтиһәң, урта быуат­тарҙағы Коре дәүләтенең атама­һынан килеп сыҡҡан икән. Шиғри хислеләр Кореяны “Иртәнге сафлыҡ иле”, “Иртәнге еләҫлек иле”, “Иртәнге һиллек иле” тип тә күтәреп ебәргән.
География картаһына күҙ һалһағыҙ, ике Корея дәүләтенең Азияның көнсығыш ҡырыйындағы ярымутрауҙы һәм шул тирәләге өс меңдән күберәк утрауҙы биләүен күрерһегеҙ. Ярымутрау, дөйөм алғанда, 220,8 мең квадрат километр майҙанда ята, шуның алты мең квадраты әлеге утрауҙарға төшә. Корея Халыҡ Демократик Республикаһын Рә­сәй Федерацияһынан ун алты километр ярымлыҡ сик айыра. КХДР-ҙың майҙаны 122 мең квадрат километр самаһы, унда 18 мил­лион кеше көн итә. Әйткәндәй, Корея ярымутрауы — донъяла халыҡ иң тығыҙ йәшәгән урындыр, сөнки бында бер квадрат километрға яҡынса 250 кеше тура килә. Дүрт миллион корей Ҡытай, Япония һәм АҠШ-та даими йәшәй. Улар элекке СССР-ҙың Урта Азия республикаларында ла байтаҡ ине, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында ла бар һәм арта бара. Корейҙар Башҡортостанда ла һирәк күренгән ҡунаҡ түгел.
Корея — бик боронғо, үҙенсә­лекле тарихы һәм бай мәҙәниәте булған ил. Көслөрәк сит дәүләт­тәрҙең, бигерәк тә Америка Ҡушма Штаттарының ҡәһәтле сәйәсәте арҡаһында, әүәл бер бөтөн булған дәүләт, бына етмеш йыл, дүрт саҡрым киңлектәге демаркация зонаһы менән бүленеп йәшәй, зона ярымутрауҙы 250 километр буйы ҡап уртаға айырған.
Бөгөн КХДР тел осонда, иғти­бар үҙәгендә булһа ла, ошо ыҡсым ғына ярымутрауҙа ни сәбәпле ике дәүләттең килеп тыуыуы тураһында уйланған кеше бармы икән? Корея мәсьәләһе Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтә­һендә, илдең 38-се параллелдән төньяғын — япондарҙан совет ғәскәрҙәре азат иткәс, ә көньяғын АҠШ армияһы оккупациялағас, хасил була. 1948 йылда ике корей дәүләте — көньяҡта Корея Рес­пуб­ликаһы, төньяҡта КХДР ойошторола. Америка һәм совет ғәскәр­ҙәре Корея ярымутрауынан китә.

Ҡораллы низағ

Төньяҡ Корея етәксеһе Ким Ир Сен (хәҙерге Ким Чен Ындың олатаһы) И.В. Сталиндан, Сеул­дағы “террористик режимды” юҡ итеү өсөн, еңеүгә анһат ҡына өлгәшәсәген вәғәҙә итеп, ярҙам күрһәтеүҙе ныҡыша. Американың ни ҡылырына бәйле бер талай икеләнгәндән һуң, Сталин Ким Ир Сендың планын хуплай. СССР-ҙың әүҙем ярҙамы менән 1950 йылдың яҙына Ким ун дивизия туплап, ҡоралландыра ала. Һәм, ниһайәт, шул уҡ йылдың 25 июнендә Төньяҡ Корея армияһы көньяҡҡа ҡарай киң һөжүм башлай.
Шул көндә БМО-ның Именлек Советы КХДР-ҙы агрессор тип баһалаған резолюция ҡабул итә. 27 июндә АҠШ президенты Г. Тру­мэн үҙ ҡораллы көстәренә Көньяҡ Корея армияһына ярҙам күрһә­тергә фарман бирә. 30 июндә Трумэн Кореяға АҠШ ҡораллы көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәрен ебәрергә бойора. Американың ғәмәлдәре Сталин өсөн көтөл­мәгән хәл була. 4 июлдә “Правда” гәзитендә СССР сит ил эштәре министры урын­баҫары А.А. Гро­мыконың “Кореяла американ ҡораллы интер­венцияһы” тигән белдереүе баҫы­лып сыға. Ҡыҫ­ҡаһы, оҙон-оҙаҡ был тарих, берсә онотола биреп, икенсе ҡарауға яңырып, шулай дауам итә.
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы, әйткәнебеҙсә, йомоҡ дәүләт, уның эсендә ниҙәр булып ятыуы халыҡ-ара йәмәғәт­селеккә башлыса мәғлүм түгел. Корейҙар ни хәлдә йәшәй, нимәгә ынтыла, нимәгә таяна — был хаҡта күрәҙәлек итергә генә ҡала. Шул уҡ ваҡытта, әгәр беҙ КХДР-ҙы артта ҡалған, аграр, фәҡир ил тип күҙ алдына килтерһәк, төптө хаталаныр инек. Был кескәй генә дәүләт биләмәләренән Тәңре бихисап төрлө ҡаҙылма бай­лыҡты йәлләмәгән. Унда әлегә нефть һәм газ табылмаған, уның ҡарауы, әле булһа ҡуйы урмандар бар, йомарт диңгеҙ эргәлә генә тулҡынланып ята, егәрле корейҙар үҙ тамағын үҙҙәре туйҙыра ала. Иң мөһиме — илдә сәнәғәттең төрлө тармаҡ­тары үҫешкән, фәнгә иғтибар ҙур. Шулай булмаһа, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы ядро энергетикаһы менән һин дә мин булмаҫ, ракеталар эшләй алмаҫ, донъяның көслө дәүләттәренең, шул иҫәптән АҠШ-тың ыштанына, Никита Хрущев әйтмешләй, терпе ебәрмәҫ ине. Һәр хәлдә, картала бармаҡ баҫымындай ҙа урын биләмәгән дәүләт бер килеп Американың үҙен тынысһыҙ­ландыра алырын кем уйлаған?
2006 йылдың 9 октябрендә донъялағы һәммә сейсмик станциялар ерҙең тертләп ҡуйыуын теркәгән. Уның уртаһы Төньяҡ Кореялағы Пунге-ри ауылы эргәһендә булған икән. Ошо дәүләттең тәүге ядро зарядын һынауы шулай үткән. Шунан бирле КХДР-ҙың ядро программаһы хаҡындағы мәсьәлә сифаты йәһәтенән икенсе фазаға күскән.
Был бер кем өсөн дә көтөлмә­гән хәл булмаған, сөнки үҙ ядро ҡоралын булдырыу ниәтен Төньяҡ Корея 1960 йылдарҙан уҡ белдерә башлаған. 1956 йылда уҡ КХДР Советтар Союзы менән ядро тикшере­неүҙәре өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙе имза­лаған. Күп тә үтмәҫтән Төньяҡ Корея талиптары, практиканттары һәм ғалимдары Дубнолағы ядро тикшеренеүҙәре институтында ғәмәлдә үҙ кеше булып киткән.
Төньяҡ Кореяның ядро өлкә­һен­дәге ҡырсыныуҙары, тәбиғи, Мәскәүҙе һағайтҡан, шуға күрә ошо йүнәлештәге эштәрҙе ул үҙ ҡарамағында ҡалдырырға ты­рыш­ҡан. КХДР етәкселеге Советтар Союзына һис ҡасан да “ах” итеп тормаған, әммә, үҙ ядро тикшеренеүҙәрен тиҙләтеү өсөн, беҙҙең ил менән хеҙмәттәшлекте ихтыярһыҙҙан булһа ла һаҡлап ҡалырға ниәтләгән. СССР ядро тикшеренеүҙәре үҙәген төҙөүҙә һәм тәжрибә реакторын булды­рыуҙа техник ярҙам күрһәткән.
Төньяҡ Корея үҙ маҡсатын бойомға ашырыу өсөн тырышҡан. Советтар Союзы процесты тиктомалға ебәрмәүҙе хәстәрлә­гән арала беҙҙең илдә эске сәйәси тотороҡһоҙлоҡтоң тәүге билдәләре күренә башлаған. КХДР тирәһендә лә хәлдәр тиҙ үҙгәрә, улар илдәге сәйәси элитаны ҡыуандырырлыҡ түгел. Ошо­нан сығып, Пхеньян ядро программаһын тиҙләтергә ҡарар итә.
“Пәйҙә булған мәленән алып, Төньяҡ Корея ядро проекты өс төп стратегик маҡсатты көҫәне”, — тип яҙа Сеулдағы Кунмин университеты профессоры Андрей Ланьков һәм уларҙы ҡыҫҡаса һанап үтә. Тәүге һәм төп (хәҙер ҙә шулай) маҡсат — ядро ҡоралы ярҙамында ихтимал булған мөртәттәрҙе ауыҙлыҡлап тотоу. Ким Чен Ын һәм уның тирәһен­дәгеләр заманында Джордж Буш­тың Төньяҡ Кореяны “яуызлыҡ үҙәгенә” индергәнен һәм ошо исемлектә Ираҡ менән Афғанстан рәтендә йөрөгәнен яҡшы хәтер­ләй. (АҠШ президенты Рональд Рейган мәрхүм дә Советтар Союзын “яуызлыҡ империяһы” тип атағайны). Бер аҙҙан Америка, Ираҡ менән Афғанстанға һөжүм итеп, баҫып инде.

Ҡаддафи яҙмышы – һабаҡ

Төньяҡ Корея етәкселегенә Ливия хакимы М. Ҡаддафиҙың әсе яҙмышы һабаҡ булды. Ул, хә­те­регеҙҙә булһа, ядро програм­маһын Көнбайыштың иҡтисади ташламаларына алмаштырырға ризалыҡ биргәйне. Ҡаддафиҙың ихтилалсылар ҡулынан һәләк булыуы Төньяҡ Корея элитаһына режимды һаҡлап ҡалыу өсөн ядро ҡоралын ҡулда тоторға кәрәклеген иҫбатланы. Пхеньян фекеренсә, ядро ҡоралы, эске низағ ҡупҡан хәлдә лә, тыштан ҡыҫылмауҙы гарантиялай. Ливия инҡилабы мәлендә, 2011 йылдың мартында, Корея Халыҡ Демократик Республикаһының Сит ил эштәре министрлығы вәкиле ошондай фекер әйткәйне: “Ливия көрсөгө АҠШ-тың ҡотҡоһо менән ядро ҡоралынан мәхрүм ителеү арҡаһында агрессия менән тамамланыуын күрһәтте. Агрессор, именлек тураһында тауҙай вәғә­ҙәләр биреп, ҡорбанын ҡоралһыҙ­ланырға күндерҙе лә, көс ҡулла­нып, уны йотоп та ҡуйҙы. Тимәк, тыныслыҡты үҙ көсөң менән уны һаҡларлыҡ рәтең булғанда ғына тәьмин итеү мөмкин”.
Икенсе стратегик маҡсат буйынса, ядро программаһы Төньяҡ Кореяға көслөләр менән аяҡ терәп һөйләшергә мөмкинлек бирҙе. Өсөнсө стратегик маҡсат­тың мәғәнәһе шунда: ул режим­дың ныҡлы, законлы булыуын раҫлай. Донъяның күпселек илдә­ре­нең халҡы үҙҙәренең хәрби ҡеүәтенең үҫеүенә ыңғай ҡарай. КХДР халҡы ла шулар иҫәбендә.
Йомғаҡлап, бөгөн һүҙҙе ошолай тамамлап торорға кәрәктер. Дональд Трамп менән Ким Чен Ындың Сингапурҙа осрашыуына әле күп ваҡыт үтмәгән. Ике етәксе яңғыҙҙан-яңғыҙ ҡалып нимә тураһында һөйләшкәндер, ниндәй фекергә килгәндер – был хаҡта асыҡ мәғлүмәт сараларында иғтибарға алырлыҡ һүҙ сыҡманы. Кореяға яҡын ерҙәрҙә һәр даим үткәрелә килгән хәрби күнекмә­ләрҙе туҡтатып тороу нигеҙле һығымта яһарлыҡ ғәмәл түгел. Улар әле туҡтаһа, иртәгә башланыуы ихтимал. Америка президенты Кимдан ядро ҡоралынан, ракеталарҙан баш тартыуҙы, полигондарҙы шартлатыуҙы талап итә, КХДР-ҙың именлеген, йәнәһе, АҠШ үҙе гарантиялай. Иҡтисади ярҙам да шулар рә­тендә. Йәш, халыҡ-ара мөнәсә­бәттәрҙә тәжрибәһе булмаған Ким, әлбиттә, ҡыҫымға, вәғәҙә­ләргә, йылмайыу аша ҡурҡытыуға ҡаршы тора алмағандыр.
Мәсьәлә йәнә шунда ла: Төнь­яҡ Корея, ғәмәлдә, ядро держава­һы һәм уның етәкселеге ошо статустың һуңғы таяныс икәнле­ген аңларға тейеш. Ә АҠШ яғы­нан корейҙарға талап арта ғына бара. Ошо көндәрҙә американдар уларға ультиматум рәүешендәге 47 пункттан торған документ тапшырҙы.
Артабан, Трамп, президент булһа ла, эш-ғәмәлдәрендә ирекле кеше түгел, Америкала дәүләт-ара мәсьәләләрҙә Конгрестың ғына һүҙе һүҙ. Американдарға уҙаҡташтарын төп башына ултыртыу бер ни ҙә тормай. Быны беҙҙең ил етәкселәре лә үҙендә татый килә. Мостай ағай яҙғанса, “вәғәҙәләр, янау, өгөттәр – ҡом­дан ишкән арҡан кеүектәр”. Күп тә үтмәҫ, беҙ ҙә КХДР лиде­рының алданыуы тураһында ишетербеҙ. Тимәк, Көньяҡ-Көн­сығыш яҡтарҙа болоттар таралмаясаҡ. Кескәй генә дәүләт­тең өлкән, ҡеүәтле, мәкерле, алдаҡсы илдәр ҡорған тоҙаҡҡа инеп барыуы, бәләгә мотлаҡ тарыясағы ғына үкенесле.
“...Ялғансы бөйөк кешеләр боҙ һымаҡ. Хәҡиҡәт нур­ҙары аҫтында иреү менән уларҙан һыу ғына ҡала”. Быны француз тел ғалимы Пьер Буаст әйткән. Тап­ҡыр һүҙ ысындан да таш яра шул.