Владимир Путин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән “Рәсәй Федерацияһында туберкулездың таралыуын иҫкәртеү тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе һәм 13 августан көсөнә инә.
– Закон туберкулез менән сирлеләрҙең, шулай уҡ һау-сәләмәт кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Билдәле булыуынса, туберкулездың таралыуына күп йәһәттән социаль факторҙар сәбәпсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирлеләрҙең күпселегенең йәшәү рәүеше, социаль статусы уларға һаулығын үҙаллы хәстәрләү мөмкинлеген бирмәй. Ҡайһы берәүҙәрҙең дарыуҙары, уларҙы һатып алыуға аҡсаһы юҡ. Ҡануниәттәге яңы нормалар шундай граждандарға билдәле бер санитария нормаларын үтәү, тикшеренеү, дауаланыу бурысын йөкмәтә. Ошо рәүешле туберкулез менән сирлеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү, ауырыуҙың таралыу хәүефен кәметеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Рәсәй был сир киң таралған дәүләттәр иҫәбенә инә. Алға киткән илдәр иҫкәртеү саралары ярҙамында күптән инде был афәтте еңеп сыҡҡан. Ошо йүнәлештә беҙгә лә алға табан аҙым яһарға ваҡыт.