Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы проекттар, яңы бурыстар
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Уңайлы мөхит”, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау”, “Аныҡ эштәр”, “Хәүефһеҙ юлдар”, “Рәсәй ауылы” һәм башҡа күп проекттары, тормошобоҙға яңы һулыш өҫтәп, быға тиклем тормошҡа ашмаҫтай тойолған ғәмәлдәрҙе ысынбарлыҡ итте.

Яҡшы башланғыстар туҡталып ҡалмаясаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең яңы башланғыстарға арналған форумында һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Республика Йәмәғәт пала­таһының Хо­лоҡ төҙәтеү урындарында кеше хоҡуҡ­тарын тәьмин итеү буйынса йәмәғәт кү­ҙә­теүе комиссияһы рәйесе Олег Ғәлин тәҡ­дим иткән проект иреккә сыҡҡан граж­дандарға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.

Статистика һандары күрһә­теүенсә, бөгөн ҡабатлап енә­йәт ҡылғандар һаны арта, сөнки иректә улар юғалып ҡа­ла. “Беҙҙең бурыс – был граж­дан­дарҙың, башҡаса насар эштәр ҡылмаһын өсөн, үҙен йәмәғәткә кәрәкле итеп тойоуын тәьмин итеү”, – ти Олег Сергеевич.

Әле партия тарафынан өс хәйриә программаһы уңышлы бойомға ашырыла. “Хоҡуҡ десанты” проекты сиктәрендә хо­лоҡ төҙәтеү учреждениеларына төрлө йүнәлештә эш­ләгән белгестәр килеп, хөкөм ителгәндәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Ошо ярҙамдан файҙаланып, улар инвалид­лыҡ юллай, документтарын тергеҙә ала. “Һин оно­тол­мағанһың” программаһы ве­те­ран­дарға йүнәлтелеп, оло быуын йәштәр­ҙең уларҙы онотмауын, йәмғиәттең хәс­тәрен тойһон өсөн әҙер­лән­гән. “Һин яңғыҙ түгел” про­грам­маһы сиктәрендә йыл әйләнәһенә Стәрлетамаҡ үҫ­мер­ҙәр өсөн холоҡ төҙәтеү колонияһында психолог, социаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙар үткәрелә, спорт ярыштары ойошторола.

Олег Ғәлин Башҡортос­танда холоҡ төҙәтеү урындарынан иреккә сыҡҡан граждандар өсөн реабилитация үҙәген булдырыу мөһимлеген билдәләне.
Форумда “Халыҡ хәтере” акцияһы ла хуплау тапты. Ул республикала йә­шәгән һәр кемгә атай-олатайҙарының Бөйөк Ватан һуғышындағы хәрби юлы һәм батырлығы хаҡында мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк. Был проектты Рәсәй эҙәрмәндәр хә­рәкәте­нең республикалағы бүлексә­һе рәйесе Владимир Волков яҡлап сығыш яһаны.

Мәғлүмәттәрҙе интернет селтәре аша алыу мөмкин булһа ла, күптәр уны таба алмай йә эҙләй белмәй. Шуға күрә, “Бер­ҙәм Рәсәй” партия­һының урын­дарҙағы бүлексә­ләрендә ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса ҡабул итеү ойоштороп, һәр ҡыҙыҡһынған кешегә мәғлүмәт табыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу тәҡдиме индерелде.

Акция 2 сентябрҙә – Икенсе донъя һу­ғышы тамам­ланған көндә старт аласаҡ.

Йыйында файҙалы тәҡ­дим­дәр күп булды. Улар араһында тағы бер көнүҙәк проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгәне бар.

Башҡортостан Йөҙөү фе­дерация­һының яуаплы секретары Рәфис Ғаб­драхманов, быйыл төбәктә балалар­ҙың һыуҙа батып үлеү осрағының йышайыуын билдәләп, физкультура дәрестә­рендә йөҙөр­гә өйрәтеү буйынса сәғәттәр индерергә тәҡдим итте.

Был программа ла хуплау тапты. Уны тәүҙә бер районда һынап ҡарарға, әгәр ҙә тәжри­бә уңышлы килеп сыҡһа, республиканың бөтә ҡала-райондарында ла индерергә тигән фекергә килделәр. Физкультура уҡытыусылары ҡотҡарыу­сылар курсы үтәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәүге мөрәжәғәтнамә

Тәүге мөрәжәғәтнамә 16.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға...

Тотош уҡырға 92

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 181

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды 14.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм...

Тотош уҡырға 68

Баҡырын алғас, соҡорон иплә

Баҡырын алғас, соҡорон иплә 14.12.2018 // Сәйәсәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика штабы Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу өсөн...

Тотош уҡырға 95

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле... 14.12.2018 // Сәйәсәт

“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес...

Тотош уҡырға 56

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ?

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән Максим...

Тотош уҡырға 80

“Бәйләнештә”  Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә!

“Бәйләнештә” Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә! 14.12.2018 // Сәйәсәт

Граждандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә....

Тотош уҡырға 102

Власҡа һүҙ әйтмә!

Власҡа һүҙ әйтмә! 13.12.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен...

Тотош уҡырға 72

Алтын урталыҡты һайланыҡ

Алтын урталыҡты һайланыҡ 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан...

Тотош уҡырға 66

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде 13.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың...

Тотош уҡырға 69

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Башҡорт телендә һөйләшәм... 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы....

Тотош уҡырға 70

“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 85