Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Президент тәҡдим итә
Рәсәй Президенты пенсияға сығыу йәшен арттырыу тураһындағы закон проектына үҙенең өҫтәмәләрен тәҡдим итте.

Пенсия система­һын­дағы үҙгәрештәр һәр саҡ йәмғиәттә борсолоу, ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тыуҙырҙы. Өлкән­дәргә лә, йәштәргә лә ҡағылған ҡырҡыу мәсьәлә буйынса ил башлығының фекерен ишетеү һәр кем өсөн мөһим ине. Төп бурыс – пенсия система­һының тотороҡлолоғон һәм финанс ныҡлығын оҙаҡ йылдарға тәьмин итеү. Хә­ҙерге һәм киләсәк пенсионерҙарҙың килемдәрен һаҡлауҙан тыш, уны арттырыу хаҡында хәстәрлек күреү кәрәк.


Президент 90-сы йылдарҙағы демография көрсөгөн иҫкә төшөрөп, шул осорҙағы аҙ һанлы быуындың хеҙмәткә һәләтле йәшкә етеүен билдәләне. Бөгөнгө эшсе көстәрҙең пенсия фондына күсерелгән аҡсаһы хәҙерге пенсионер­ҙарға түләүгә китә. Хеҙмәткә һәләтле йәштә­геләр һаны аҙ булғас, түләүҙәр ҙә кәмей.

Ҙур үҙгәрештәр еле алдында албырғап ҡалған халыҡтың борсолоуын ил етәксеһе аңлай, әлбиттә. Кемдер бөгөндән хаҡлы ялға сығып, ваҡытын ғаиләһенә, балаларына, ейәндәрен тәрбиәләүгә бүлмәксе. Көт­мәгәндә хыялдарыңды юҡҡа сығарған үҙгәрештәрҙе ыңғай ҡабул итеүе ауыр. Әммә әлеге осорҙағы демографик үҫеш һәм хеҙмәт баҙарындағы хәлде анализлау яҡын арала төплө ҡарарға килеүҙе талап итә.

– Беҙҙең ҡарарҙар ғәҙел, уйланыл­ған, халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған булырға тейеш. Шуға бәйле, уларҙы мөмкин тиклем йомшартҡан саралар тәҡдим итәм, – тине Владимир Путин.

БЕРЕНСЕ. Президент фекеренсә, ҡатын-ҡыҙға пенсия йәшен һигеҙ йылға арттырыу дөрөҫ түгел, уны биш йылға тиклем кәметергә кәрәк. Күп балалы әсәләр ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығасаҡ. Мәҫәлән, өс бала тәрбиәләгән әсә – өс йылға, дүрт бала ҡарағаны дүрт йылға иртәрәк, ә биш һәм күберәк бала тәрбиәләгәндәр элеккесә – 50 йәштән.

ИКЕНСЕ. Беренсе булып үҙгәрештәр менән осрашҡан кешеләргә ауыр буласағы бәхәсһеҙ. Президент, был хәлде иҫәпкә алып, алдағы ике йылда пенсияға сығасаҡ хеҙмәтсәндәр өсөн айырым льгота тәҡдим итә – пенсияны яңы пенсия йәшенән алты айға иртәрәк рәсмиләштереү хоҡуғын.
ӨСӨНСӨ. Өлкән йәштә эшһеҙ ҙә, пенсияһыҙ ҙа ҡалыуың бик ихтимал. Иллене уҙғас, эш табыуы ауыр. Был йәһәттән ил етәксеһе күсеү осоронда пенсияға тиклемге биш йылды пенсияға сығыу алдындағы йәш тип иҫәпләүҙе тәҡдим итә. Ошо йәштәге кешеләрҙе эштән сығарған һәм йәшенә ҡарап эшкә алмаған етәкселәр өсөн административ һәм хатта енәйәт яуаплылығы ҡаралырға тейешлеген әйтте. Әгәр ҙә кеше үҙ ирке менән эштән китһә, яңыһын тапҡансы, социаль гарантияларҙан файҙалана аласаҡ. Пенсияға сығыу алдында торғандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособие күләмен ике тапҡырға арттырыу ҡараласағын, йәғни уның әлеге 4 мең 900 һумдан 11 мең 280 һумға күтәреләсәген белдерҙе.

ДҮРТЕНСЕ. Эшселәрҙең ҡайһы бер категориялары өсөн элекке льготалар һаҡланасаҡ. Был иҫәптә – шахтерҙар, эҫе цехтарҙа, химия производствоһында эшләүселәр, Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусылар һ.б. Аҙ һанлы Төньяҡ халыҡтары өсөн пенсия тәғәйенләү ҡағиҙәһе һаҡлана. Ауыл хужалығында 30 йыл хеҙмәт иткән, ауылда йәшәгән һәм әлеге көндә эшләмәгән пенсионерҙың страховка пенсияһына 25 процент өҫтәмә лә түләнәсәк.

БИШЕНСЕ. Был тәҡдим күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр. Кем хеҙмәт юлын иртә башлаған, уға йәш буйынса ғына түгел, ә стажына ҡарап та пенсияға сығыу мөмкинлеге билдәләнәсәк. Закон проектында уның күләме ҡатын-ҡыҙ өсөн – 40, ә ир-ат өсөн 45 йыл ҡаралһа, ил етәксеһе уны 37 һәм 42 йыл менән сикләргә уйлай.

АЛТЫНСЫ. Президент күсеү осоронда, пенсия систе­маһында үҙгәртеп ҡороу тамамланғанға ҡәҙәр, бөтә федераль льготаларҙы (күсемһеҙ милеккә һәм ергә) һаҡлау яғында. Тимәк, элекке кеүек үк 55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙ һәм 60 йәшлек ир-ат льготаларҙан файҙалана аласаҡ.

– Бөгөн әйтелгән тәҡдимдәр төҙәтмәләр рәүешендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Дәүләт Думаһына тапшырыласаҡ, – тине Владимир Путин, мөрәжәғәтен йомғаҡлап. – Алдыбыҙҙа ябай булмаған, ауыр, әммә мөһим ҡарар ҡабул итеү тора.
Төбәктәрҙәге ташламаларҙы һаҡлау мәсьәләһе урындағы власть ҡарамағында ҡалды.

Үҙгәрешһеҙ ҡалған тәҡдимдәр

- Пенсия йәшен арттырыу бер нисә этаптан тороп, 2019 йылдың 1 ғинуа­рынан башланасаҡ.
- Ир-ат өсөн пенсияға сығыу йәше 65-кә тиклем күтәрелә.
- Социаль пенсиялар тәғәйенләү йәше арта (ул рәсми рәүештә тейешле стажы булмағандарға ҡағыла). Ҡатын-ҡыҙҙың – 68 (хәҙер 60 йәш), ир-аттың 70 (хәҙер 65) йәшкә етеүе мотлаҡ.
- Социаль сәбәптәр арҡаһында страховка пенсияһы алғандарға пенсия реформаһы ҡағылмай.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәүге мөрәжәғәтнамә

Тәүге мөрәжәғәтнамә 16.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға...

Тотош уҡырға 92

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 181

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды 14.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм...

Тотош уҡырға 68

Баҡырын алғас, соҡорон иплә

Баҡырын алғас, соҡорон иплә 14.12.2018 // Сәйәсәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика штабы Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу өсөн...

Тотош уҡырға 95

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле... 14.12.2018 // Сәйәсәт

“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес...

Тотош уҡырға 56

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ?

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән Максим...

Тотош уҡырға 80

“Бәйләнештә”  Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә!

“Бәйләнештә” Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә! 14.12.2018 // Сәйәсәт

Граждандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә....

Тотош уҡырға 102

Власҡа һүҙ әйтмә!

Власҡа һүҙ әйтмә! 13.12.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен...

Тотош уҡырға 72

Алтын урталыҡты һайланыҡ

Алтын урталыҡты һайланыҡ 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан...

Тотош уҡырға 66

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде 13.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың...

Тотош уҡырға 69

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Башҡорт телендә һөйләшәм... 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы....

Тотош уҡырға 70

“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 85