Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уңыш сере нимәлә?

“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған
“Мин – граждан” республика белем биреү форумы “Һинең мөмкинлектәр республикаһы” саҡырыуы аҫтында дүрт ҡалала үтте. Ул бер майҙанда 300-ҙән ашыу иң әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. Дүрт көн барған форумдың йомғаҡлау сараһы Белем көнөндә “Өфө-Арена” һарайы майҙанында үтте.

– “Мин – граждан” форумы Башҡортостанда алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһе “Башҡорт Селигеры” тип аталды. Был юлы республиканың иң дәртле һәм әүҙем йәштәре дүрт көн дауамында “Эшҡыуарлыҡ һәм IT”, “Сәйәсәт”, “Медиа”, “Ирекмәнлек” майҙандарында эшләне. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының һәм башҡа төбәктәрҙең спикерҙары белем һәм тәжрибә менән уртаҡлашты, – ти “Йәш гвардия”ның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Люциә Юлыева. 
“Өфө-Арена” һарайы майҙанында уҙған сарала республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән “Йәш гвардия”ның ағзалары, ирекмәндәр, йәштәр ҡатнашты. Һис шикһеҙ, сара йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, “Өфө-Арена” һарайы алдына байтаҡ халыҡ йыйылды. Сараның Белем көнөндә үтеүе лә ифрат уңайлы булды.

Форум сиктәрендә “урам” баскетболы, заманса бейеүҙәр, һүрәт төшөрөү, ГТО нормаларын тапшырыу кеүек саралар ҙа уҙғарылды.
“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған “Мин – граждан” республика белем биреү форумы алдына ҡуйған маҡсатына өлгәште: дүрт көнгә һуҙылған сара меңәрләгән йәштәрҙе туплап, уларҙың тормошона күп яңылыҡтар индерҙе, дуҫтар-теләктәштәр табыуға булышлыҡ итте. Әйткәндәй, форумда уларҙың иң әүҙемдәренә бүләктәр тапшырылды. Боҙ һарайының эсендә йәш дизай­нерҙар конкурсы үтте, һүрәт күргәҙмәһе ойошторолдо.

Форумдың төп темаларының береһе ирекмәнлек булһа ла, унда нисек уңышҡа өлгәшеү буйынса сығыштар ҙа булды. Бестселлерҙар авторы Лариса Парфентьева үҙенең һәм кешеләр яҙмышы аша нисек билдәле булып китеү серҙәре менән уртаҡлашты. Күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе Рим Хәсәнов та ошо йүнәлештә файҙалы кәңәштәр бирҙе. 

– Ауырлыҡтар беҙҙе һәр саҡ көслөрәк итә. Был тормошта туҡтауһыҙ эҙләнергә һәм үҙеңде табырға кәрәк, – ти Рим Наил улы.
Эшҡыуар Антон Бритва “Мотивация һәм лидерлыҡ” темаһына сығыш яһап, спорт өлкәһендә уңышҡа өлгәшкәндәр миҫалында йәштәрҙе камиллыҡҡа саҡырҙы. Артем Шаронов та үҙенең ҡасандыр ошолай ябай студент булыуын билдәләп, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп киткән юлы хаҡында һөйләне, кәңәштәр бирҙе. Ул хәҙер молекуляр медицина үҙәге хужаһы.

Ғөмүмән, сығыш яһаған спикер­ҙарҙың барыһы ла йәштәрҙе уңышлы, булыу өсөн туҡтауһыҙ эшләргә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, үҙ көсөнә ышанып, республикала тыуҙырылған бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып йәшәү серҙәренә өйрәтте.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Константин ТОЛКАЧЕВ: "Мөрәжәғәтнамәләге бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашырылмай ҡалырға тейеш түгел"

Константин ТОЛКАЧЕВ: "Мөрәжәғәтнамәләге бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашырылмай ҡалырға тейеш түгел" 18.12.2018 // Сәйәсәт

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе: – Сығыштың урыны һәм...

Тотош уҡырға 25

Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН: "Бөтә булған көстәрҙе берләштереү төбәк тормошон яҡшыртыуға килтерәсәк"

Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН: "Бөтә булған көстәрҙе берләштереү төбәк тормошон яҡшыртыуға килтерәсәк" 18.12.2018 // Сәйәсәт

Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе: [quote]–...

Тотош уҡырға 20

Мортаза РӘХИМОВ: "Мин республика Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым"

Мортаза РӘХИМОВ: "Мин республика Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым" 18.12.2018 // Сәйәсәт

Мортаза РӘХИМОВ, Башҡортостандың тәүге Президенты: [quote]— Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 55

Эшҡыуарлыҡ асыҡлыҡҡа ҡоролорға тейеш

Эшҡыуарлыҡ асыҡлыҡҡа ҡоролорға тейеш 18.12.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй-Ҡытай йәштәр бизнес-инкубаторы етәксеһе, эшҡыуар Иван Абрамов Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 18

Алдынғылар һәм етәкселәр “Торатау”ға йыйылды

Алдынғылар һәм етәкселәр “Торатау”ға йыйылды 18.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 102

Тәҡдимдәр көтөлә

Тәҡдимдәр көтөлә 18.12.2018 // Сәйәсәт

Ағиҙел ҡалаһындағы, Ейәнсура районындағы территориаль һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш...

Тотош уҡырға 33

Проект һынау үтерме?

Проект һынау үтерме? 18.12.2018 // Сәйәсәт

Өфөлә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй ижтимағи ойошмаһы лидерҙарының...

Тотош уҡырға 28

Тәүге мөрәжәғәтнамә

Тәүге мөрәжәғәтнамә 16.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға...

Тотош уҡырға 112

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 196

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды 14.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм...

Тотош уҡырға 72

Баҡырын алғас, соҡорон иплә

Баҡырын алғас, соҡорон иплә 14.12.2018 // Сәйәсәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика штабы Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу өсөн...

Тотош уҡырға 101

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле... 14.12.2018 // Сәйәсәт

“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес...

Тотош уҡырға 59